Башҡорт донъяһы
16 Август 2025, 19:20

Иң шәп ҡоротто кем яһай?

442,6 кг ауырлыҡтағы ҡоротто Рәсәйҙең Рекордтар китабы эксперттары теркәгәйне. 

Иң шәп ҡоротто кем яһай?Иң шәп ҡоротто кем яһай?
Иң шәп ҡоротто кем яһай?

Хәйбулла районында "Хәйбулла ҡорото" тип аталған ҙур байрам үтте. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бынан бер нисә йыл элек Хәйбулла районы иң ҙур ҡорот йомғағын әүәләп, ил рекордын ҡуйҙы. 442,6 кг ауырлыҡтағы ҡоротто Рәсәйҙең Рекордтар китабы эксперттары теркәгәйне. Шуға ла бөгөн хаҡлы рәүештә хәйбуллалар үҙ ҡорото менән дан тота тиергә була.

«Хәйбулла ҡорото» төбәк-ара этнофестивале Башҡортостандың бренд саралары исемлегенә индерелгән һәм милли аш-һыуҙы, традицияларҙы һәм кәсептәрҙе тергеҙеүгә, шулай уҡ республикабыҙҙа һәм Рәсәйҙә гастрономия туризмын үҫтереү маҡсатында ойошторола. Республикала ҙур мәҙәни саралар ойоштороу менән бер рәттән Башҡортостан Башлығы ауылдарҙа һәм урындағы кимәлдә мәҙәниәткә булышлыҡ итеүгә, башҡорттарҙың һәм республикала көн иткән башҡа халыҡтарының мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлә. 

Фестивалде Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Хәйбулла районы хакимиәте ойошторған.

Байрамға Урал аръяғы райондарынан һәм Ырымбур өлкәһенән ҡатнашыусылар килгән. Этнофестиваль аралашыу, тәжрибә һәм пландар менән уртаҡлашыу, тармаҡтың көнүҙәк проблемаларын тикшереү һәм эшлекле бәйләнештәр булдырыу урыны булып торған. Байрам ҡунаҡтары өсөн иһә заманса етештереү технологиялары менән танышыу, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу, шулай уҡ фестивалдең иң тәмле ризығын һайлау мөмкинлеге тыуҙырылған. Шулай уҡ махсус хәрби операция яугирҙәре өсөн милли продукт әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған. 

Жюри тарафынан бәйгеселәр араһында иң яҡшы ыҫланған, кипкән, аш һәм сәй ҡорот билдәләнгән. Этнофестивалдең Гран-приһына Әбеш ауыл биләмәһе лайыҡ булған.

Сығанаҡ: "Хәйбулла хәбәрҙәре".

Иң шәп ҡоротто кем яһай?
Иң шәп ҡоротто кем яһай?
Иң шәп ҡоротто кем яһай?
Иң шәп ҡоротто кем яһай?
Иң шәп ҡоротто кем яһай?
Иң шәп ҡоротто кем яһай?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас