Башҡорт донъяһы
9 Сентябрь 2025, 13:45

Лондон пассажирҙарын хайран иткән

Башҡорт ҡыҙы Лондондың Сент-Панкрас вокзалында “Кармен”ды башҡарып, ундағы халыҡты хайран иткән. Ул француз музыканты...

Лондон пассажирҙарын хайран иткәнЛондон пассажирҙарын хайран иткән
Лондон пассажирҙарын хайран иткән

Башҡорт ҡыҙы, Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында тыуып үҫкән, Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған Айгөл Әхмәтшина Лондондың Сент-Панкрас вокзалында “Кармен”ды башҡарып, халыҡты хайран иткән.

Опера  йырсыһы, француз пианиносыһы Аурелин Фроиссарттың сығышына ҡушылып, пассажирҙарҙы таланты менән арбаған.

Айгөл Әхмәтшина – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты һәм Decca Classics лейблының эксклюзив артисы.

Яҡташыбыҙ 2023 йылда international Opera Awards халыҡ-ара опера премияһының «Йыл йырсыһы» категорияһында шорт-листҡа ингәйне.

Һәләтле яҡташыбыҙҙың донъя операһындағы карьераһы «Ковент-Гарден» Король опера театрының йәштәр программаһына саҡырыуҙан башлана. 2017 йылда Айгөл Францияла музыкаль фестивалдә Россиниҙың «Золушка» операһында - төп партияла, 2018 йылдың декабрендә “Ковент-гарден” Король театрында «Кармен-бизе» операһында дебют яһай. Ошо ваҡыттан йырсы донъя сәхнәләрен яулай.

Айгөлгө уңыштар теләп ҡалабыҙ!

Фото геройҙың шәхси архивынан.

Видео "Тик-ток" социаль селтәренән.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас