

Иртәгә Башҡортостаныбыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың милли кейеме көнө билдәләнә. Республикабыҙ буйлап байрамға арналған төрлө саралар үтер, уҡыусылар - мәктәпкә, эшләгәндәр эш урынына милли биҙәктәр һалынған кейемдә, биҙәүестәрҙә барыр.
Социаль селтәрҙәрҙә, һәр ваҡыттағыса, күркәм көнгә бағышланған онлайн флешмоб та үткәрелә. Теләгәндәр традицион милли йә уның элементтары урын алған, заманға ярашлы стилләштерелгән кейемдә фотоға төшөп, һүрәттәрҙе #МиллиКейемКөнө2025# #ДеньНациональногоКостюма2025# хэштегтары ҡуйып, үҙ сәхифәләрендә баҫтыра ала.
Милли кейемебеҙҙе яратып кейәйек!
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.