Быйылғы "Тамға"ла Йылайыр районы Ҡыҙҙар-Биргән (Үркәс) ауылы егете, тимерсе Фәрғәт Сәғитовтың конкурс эше айырым иғтибарҙы йәлеп итте. Ул 13-сө быуаттағы Ҡыпсаҡ яугиренең образын барлыҡҡа килтергән! Хәрби кейемдең бөтә элементтарын да үҙе сүкегән, үргән.
– Торҡаны (шлем – авт.) сүкеүгә ике аҙна ваҡыт, өс тоҡ күмер китте, – тип йылмая оҫта.
Мауығыуы бала саҡтан башланған, тиһәң дә була. Алюминды бөгөп ҡылыс эшләп йөрөгән малай, егет ҡорона ингәс, тимер сүкеү менән шөғөлләнә башлай. Бысаҡ, балта кеүек көнкүреш кәрәк-ярағынан башланған эше башҡорттоң яу ҡоралдары, хәрби кейеме менән ҡыҙыҡһыныуға әүерелә. Фәрғәт былтыр "Башҡорт аты"ндағы конкурсҡа урта быуаттарҙағы яу ҡоралы булған балтаны эшләп, икенсе урынға сыҡҡан. Ул эшләгән суҡмарҙы Мәскәүҙә фильм төшөрөүгә лә һорап алғандар.
“Тамға”ла ҡатнашыу өсөн яратҡан шөғөлөнә мөкиббән киткән егет эксклюзив кейем өлгөһө эшләргә була. “Бындай боронғо хәрби кейем, ҡоралдар әлегә булғаны юҡ”, – ти Фәрғәт. Өлгөнө боронғо гравюра һүрәтенән алған.
Иҫ китмәле түҙемлек, оҫталыҡ, ваҡыт, материал талап иткән эшкә һоҡланмай, тел шартлатмай сара юҡ. Бындай шөғөлгә тотонор өсөн, үҙ халҡыңды ни тиклем яратырға, тарихы менән ғорурланырға кәрәк! Геройыбыҙ ғәжәп оҫта ғына түгел, ә ысын илһөйәрлек өлгөһө лә.
Рәүилә Ғатауллина.
Автор фотолары.