

Билдәле булыуынса, биш йыл элек, Башҡортостан Башлығы Радий Хабировтың ҡарарына ярашлы, республикабыҙҙа Милли кейем көнө байрамы барлыҡҡа килде. Ғәҙәттәгесә, был байрам апрель айының өсөнсө йомаһында һәм сентябрь айының икенсе йомаһында билдәлнә.
Кисә Сибай ҡалаһының Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Милли кейем көнөнә һәм Сибай ҡалаһының 70 йәшлек юбилейына арналған “Милли кейем - күңел байлығы” исемле түңәрәк өҫтәл үтте. Сараның ойоштороусылары - Сибай ҡалаһының Камил Вәлиев исемендәге сәнғәт колледжы, Сибай ҡалаһының мәҙәниәт идаралығы, Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм Сибай башҡорттары ҡоролтайы.
Төп маҡсат - башҡорт халҡының милли кейемдәренең төбәк-ара үҙенсәлекле һыҙаттарын һаҡлау. Шулай уҡ, өйрәнелмәгән аксессуарҙарҙы һәм башҡорт милли кейемдәренең башҡа кәрәк яраҡтарын асыҡлау, халыҡ ижадының эпик әҫәрҙәрендә, йырҙарында һәм башҡа фольклор жанрҙарында башҡорт милли кейемдәренең сағылышы тураһында фекер алышынды.
Сарала Сибай ҡалаһы мәҙәниәт идаралығы начальнигы Гөлиә Нәҙерғолова, Сибай ҡалаһы мәҙәниәт идаралығы методисы Сажиҙә Ғәниева, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең «Рәсәй йәне» премияһы лауреаты, Сибай ҡалаһының почетлы гражданины Асия Ғәйнуллина, сәнғәт колледжы уҡытыусылары һәм студенттары, мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре, музей белгестәре, ҡоролтай ағзалары ҡатнашты.
Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең «Рәсәй йәне» наградаһы лауреаты, Сибай ҡалаһының почетлы гражданины Ғәйнуллина Асия республикала иң беренселәрҙән булып ҡул эштәрен, милли кейем тегеү серҙәненә төшөнөп, йәш быуынға уҡытҡан, таратҡан оҫта. Студент ҡыҙҙар кейгән кейемдәрҙең, түшелдеректәрҙең, баш кейемдәренең үҙенсәлектәрен күрһәтеп, белемдәре менән бүлеште, етди фекерҙәрен еткерҙе.
Килгән ҡунаҡтар өсөн колледждың вокал бүлеге мөдире Гөлсинә Ҡоҙашева “Башҡорт халыҡ йырҙарында милли кейемдәрҙең сағылышы”, халыҡ инструменттары бүлеге мөдире Альмира Баймырҙина “Башҡорт халҡының эпостарында милли кейемдәрҙең сағылышы” тигән темаларға сығыш яһаны. Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, ҡала ҡоролтайы ағзаһы Айһылыу Моталлапова мәктәптәрҙә милли кейемдең ҡулланылышы тураһында һөйләһә, республика дистанцион уҡытыу үҙәге уҡытыусыһы, оҫта Зәлиә Моталлапова иһә, үҙенең нисек итеп боронғо осорҙағы кейем һәм биҙәүестәрҙе хәҙерге заманға яраҡлаштырып эшләүе, халыҡтың нимәгә нығыраҡ иғтибар итеүе тураһында бәйән итте.
Сәсәниә, оҫта ҡуллы Әсмә Мәүләмбирҙе ҡыҙы Усманованың Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы фондында һаҡлана килгән “Ете ырыу кейемдәр йыйылмаһы” тураһында музейҙың ғилми хеҙмәткәрҙәре Айгөл Ниғәмәтова менән Разалия Теүәлбаева таныштырҙы.
Сараны алып барыусы - тарих фәндәре кандидаты, Сибай музейы директоры, ҡала ҡоролтайы рәйесе Альбина Ярмуллина, барлыҡ ҡатнашыусыларға оло рәхмәтен белдереп, ныҡлы сәләмәтлек, эштәрендә, уҡыуҙарында уңыштар теләне.
Фото һәм видео: Альбина Ярмуллина