Бәләкәй генә ауыл халҡы күренекле композитор, йырсы, йәмәғәт эшмәкәре Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Советтар Союзы Геройы Морат Ҡужаҡов һәм әлбиттә, тырыш халҡы менән ғорурлана.
Байрамда Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Лира Тереғолова, Көйөргәҙе районы муниципаль район Советы рәйесе Дамир Байгилдин, Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Йәғәфәр Яманһарин һәм журналист, күп китап авторы Тәлғәт Шаһманов, саҡырылған ҡунаҡтар, ауыл халҡы ҡатнашты. Морапталдар килгән ҡунаҡтарҙы йырлы-һыйлы концерт номерҙары менән ҡаршы алды.
Ауыл мәктәбе алдындағы күргәҙмәләрҙе тамаша ҡылғандан һуң, ҡунаҡтар мәктәп эсенә байҡау яһаны. Ауылдаш меценаттар ярҙамында уҡыу кластары бай йыһазландырылған, мәктәпкә яҡшы ремонт үткәрелгән.
Көйөргәҙеләр бөгөн өс байрамды берләштергән. Ауылдаштар осрашыуының тантаналы өлөшөн асып, Мораптал ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Рәшит Ғисмәтуллин махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған гвардия өлкән сержанты Илгиз Алтыншиндың әсәһе Лилиә Әшрәф ҡыҙына, хәҙерге көндә яуҙа ил тыныслығы өсөн алғы һыҙыҡта булғандарҙың яҡындарына, шулай уҡ ауылдың иң өлкән ағинәйе Факия Бирҙебиковаға Рәхмәт хаты тапшырҙы. Ауылдың киләсәге булған иң йәш сабыйҙың ата-әсәһе лә бүләкһеҙ ҡалманы.
Көйөргәҙе район халҡы тарихын онотмай, ҡәҙерләп һаҡлай
Ҡыпсаҡ ырыуы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы советы ағзаһы Юлай Әмәкәсов ырыуҙаштарын сәләмләп, байрам менән ҡотланы. Үткән йыл ошо ваҡытта Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында беренсе тапҡыр ҡыпсаҡтар йыйыны үтеүен әйтеп уҙҙы. Төбәк-ара ҡыпсаҡтар ырыуынан сәләмен еткереп, ырыуҙар хәрәкәтен башлап ебәреүсе Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов икәнен иҫкә төшөрҙө, шәжәрәләрҙе өйрәнеп, ырыуҙаштар алып барған эштең ыңғай яғына баҫым яһаны. Халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһе буйынса, башҡа халыҡ әҙәйгәндә башҡорт халҡының артыуын әйтеп үтте.
Ойошма бер йыл эсендә байтаҡ эштәр башҡарған, үҙҙәренең миҙалын булдырған. Беренсе Ҡыпсаҡ-бей миҙалы - Мортаза Рәхимов, икенсеһе - Шәһит Хоҙайбирҙин, өсөнсөһө Кинйә Арыҫланов музейына бағышланһа, дүртенсеһе Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейына тапшырылды. Кинйә Арыҫлановҡа арналған ҙур конференцияла профессорҙар менән бер рәттән сығыш яһаған Азат Хәлилов та ошондай миҙал менән бүләкләнде. “Халыҡ араһында булған легендаларҙы йыйып, яҙып алған автор материалы төп сығанаҡ тип табылды”, - тине Юлай Камил улы. Башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен, телен өйрәнеү, һаҡлау һәм үҫтереү буйынса уңышлы хеҙмәте өсөн Тәлғәт Шаһманов, ауыл старостаһы Камил Хәсәнов, меценат Рим Хәсәнов, Дамир Байгилдин Ҡыпсаҡ ырыуы төбәк йәмәғәт ойошмаһының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Ырыуҙаштар осрашыуы – ырыу тарихы, быуындар йылъяҙмаһы
Шәжәрә борондан ырыу-араның документы, икенсе төрлө әйткәндә бер туғандарҙың танытмаһы ла булып һаналған. Сөнки унда нәҫелдән-нәҫелгә бирелер ер биләмәһе лә теркәлгән. Бөгөнгө сарала журналист, тыуған яҡты, ырыу тарихын, шәжәрәһен төптән өйрәнгән Тәлғәт Шаһманов авторлығында ижад ителгән, ауыл тарихын, шәжәрәһен үҙ эсенә алған бай йөкмәткеле “Иҫке Мораптал” тип исемләнгән китаптың исем туйы ла уҙғарылды.
“Айыҡ ауыл” конкурсында республика кимәлендә сығыш яһарға бар шартттар бар”, - тине Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Лена Ғәббәсова һәм бөгөнгө берләштергән байрамға идея биргән, китабының исем туйын үткәргән Тәлғәт Шаһмановты йәш быуынға рухи тәрбиә биреүселәрҙең береһе тип атаны һәм рәхмәт һүҙен еткерҙе.
Был көндө һәр кем китаплы булырға ашыҡты, автор ҡайһы бер китапханаларға үҙенең китабын бүләк итте. Бай, күркәм йылы мөхиттә уҙғарылған сара район һәм ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең күркәм сығышы менән үрелеп барҙы.