Башҡорт донъяһы
30 Сентябрь 2025, 05:15

Йәштәргә остаз һүҙе кәрәк

"Беҙҙең Абҙан “а” хәрефенән башлана, тимәк, гел алда булырға тейеш, ти торғайным уҡыусыларыма. Хәҙер ҙә шулай тип ҡабатлайым. Ауылдарыбыҙ алға барһын, яҡтыға ынтылып йәшәһен".

Йәштәргә остаз һүҙе кәрәкЙәштәргә остаз һүҙе кәрәк
Йәштәргә остаз һүҙе кәрәк

Педагогик хеҙмәт ветераны, Архангел районының почетлы гражданы Нәсиә Йосопова – “Башҡортостан” гәзитенең күптәнге тоғро дуҫы. Милли баҫманан бөгөн дә айырылмай, республика, ил һулышын тойоп, урындағы йәмғиәт тормошонда ҡайнап йәшәй ағинәй.

Ошо райондың Көмәрле ауылында ишле ғаиләлә 15-се бала булып тыуған ҡыҙ бәләкәйҙән бөтмөрлөгө, етеҙлеге, сая һәм тәүәккәллеге менән айырылып тора. Мәктәптә иң яҡшы уҡыған, әүҙем уҡыусыларҙың береһе була.

– 12 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Абҙанға йөрөп белем алдыҡ. Ошо ауыл егетенә, класташыма кейәүгә сыҡтым. Шуға ла миңә Абҙан бала саҡтан алып үтә ҡәҙерле, – ти Нәсиә Хәмиҙулла ҡыҙы. – Урындағы мәктәптә 33 йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыттым, шул уҡ ваҡытта ике тиҫтә йылдан ашыу директор бурысын атҡарҙым. Аҙаҡ районыбыҙҙың “Инйәр” гәзите редакцияһына етәкселек иттем. Ғөмүмән, ғүмер буйы тыуған төйәгем тормошо уртаһында ҡайнап йәшәнем, Аллаға шөкөр.

Әле был яҡтағы урта быуын вәкилдәренең барыһы ла тиерлек – Нәсиә Хәмиҙулла ҡыҙының уҡыусылары. Улар остазын сикһеҙ хөрмәт итә, ярата. “Уҡытыусыбыҙҙың фәһемле дәрестәре, тәрбиә һабаҡтары һаман да онотолмай, – ти, мәҫәлән, Абҙан ауылының бөгөнгө хакимиәт башлығы Вил Зөлҡәрнәев. – Ул төплө белем биреү менән бергә дөрөҫ йәшәргә, йәмғиәт өсөн файҙалы булыу мөһимлегенә лә өйрәтте”.

Нәсиә Хәмиҙулла ҡыҙы әле лә, күптән хаҡлы ялда булһа ла, һәр уҡыусыһының, хеҙмәттәшенең тыуған көндәрен иҫләй, ихлас ҡотлау һүҙҙәрен, изге теләктәрен еткереп йәшәй. Һөнәри бурыстарына тоғро ҡалып, һәр кемгә яҡшы кәңәштәрен бирә, ярҙам күрһәтергә әҙер тора.

– Бер ерҙә, уртаҡ төйәктә йәшәгән кешеләр туғандарға әйләнә. Беҙ ҙә, абҙандар, тармаҡлы-тармаҡлы тәрән тамырлы ҙур ғаилә ул, – ти ветеран уҡытыусы. – “Ауылдаш”, “яҡташ” һүҙҙәре география яғынан яҡынлыҡты ғына түгел, ә күңелдәрҙең берлеген, уй-ниәттәрҙең уртаҡлығын, йөрәктәрҙең ошо ер өсөн шатланып та, һыҙланып та тибеүен аңлата. Йәш быуын изге ҡиммәттәребеҙҙең ҡәҙерен белергә өйрәнеп, илһөйәр булып үҫһен өсөн мин үҙ төйәгебеҙ буйлап экскурсиялар, экспедициялар үткәреүгә ҙур иғтибар бүлә торғайным. Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, һөнәр оҫталары менән йыш осрашыу ҙа яҡшы һөҙөмтә биргәндер.

Абҙандарҙы ғына түгел, ә барлыҡ Архангел халҡын ҙур, татыу ғаилә итеп күрергә теләгән Нәсиә Йосопова – “Арҙаҡлы яҡташтар” тип аталған күләмле китап авторы ла. Был публицистик йыйынтыҡ төбәгебеҙ тарихын өйрәнеү, хеҙмәт кешеләрен танып белеү эшенә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерҙе, ти район хакимиәте етәкселәре.

Ҙур, ҡалын китап бер нисә өлөштән тора, яҙмаларға фотоһүрәттәр ҙә ҡушылған.

– Һәр нимә тамырҙан башланған кеүек, был баҫманы ла атай-әсәйем, нәҫелем хаҡындағы яҙмалар менән астым, – ти Нәсиә Хәмиҙулла ҡыҙы. – Тәүге биттәрҙә шулай уҡ республика матбуғатында донъя күргән мәҡәләләрем урын алды. Үҙебеҙҙең район гәзитендә минең турала сыҡҡан материалдарҙы ла ҡуйҙым.

Етәксе булып эшләгән йылдарҙа Архангелдән сығып, төрлө яҡтарҙа йәшәгән, ҙур вазифалар биләгән бихисап яҡташым менән осрашырға насип итте. Уларҙың тормошон, эшмәкәрлектәрен өйрәнеп, район гәзитенә йөҙҙән ашыу мәҡәлә яҙҙым, барыһын да йыйып барҙым. “Арҙаҡлы яҡташтар” китабының бер бүлеген ошо яҙмалар тәшкил итә. Тағы бер өлөш – районыбыҙ ауылдары хаҡында. Билдәле булыуынса, 2006 йылда республика Хөкүмәте Шәжәрә байрамдары үткәреү тураһында ҡарар ҡабул иткәс, бындай саралар һәр урында уҙғарыла башлағайны. Һөҙөмтәлә мин, бер нисә йыл дауамында Архангел ауылдарында ойошторолған Шәжәрә байрамдарына йөрөп, 30-ға яҡын мәҡәлә яҙҙым. Улар китаптың айырым өлөшөн биҙәй. Йәнә бер бүлеккә уҡыусыларым хаҡында йылы яҙмаларымды, күргән-кисергәндәрем, тормош тәжрибәм нигеҙендәге тәрбиә һабаҡтарымды тупланым.

Был китап айырыуса йәш яҡташтарыбыҙ өсөн кәрәкле. Улар тыуған Архангеленең үткәнен белергә, район данын күтәреүгә өлөш индергән хеҙмәт кешеләренән өлгө алырға тейеш. Ә бөгөнгө йәштәребеҙ шундай аҡыллы, тәртипле, илһөйәр ул. Араларында хәҙер күптәрҙең дин юлына баҫыуын, иманлы тормошҡа ынтылыуын, йәмәғәт эштәрендә әүҙемлеген күреп һөйөнәм. Йәштәрҙең ғаиләһен ишәйтеүгә ынтылыуы, ул-ҡыҙҙарын төрлө яҡлап үҫтерергә, аҡса йәлләмәй, төрлө түңәрәктәргә йөрөтөргә тырышыуы, туған телен өйрәтеүе – барыһы ла минең өсөн оло ҡыуаныс, бәхет.

Беҙҙең Абҙан “а” хәрефенән башлана, тимәк, гел алда булырға тейеш, ти торғайным уҡыусыларыма. Хәҙер ҙә шулай тип ҡабатлайым. Ауылдарыбыҙ алға барһын, яҡтыға ынтылып йәшәһен!

Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Нәсиә Йосопова бөгөн дә мәктәп, мәҙәниәт йорто, хакимиәт менән тығыҙ бәйләнештә. Һәр урында яҡшы һүҙен әйтеп, ауылдаштарын дәртләндереп, яңы үрҙәргә әйҙәп йәшәй ул. 200-гә яҡын уҡыусыһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен һайлауы ветеран өсөн айырыуса ҙур ғорурлыҡ.

– Заман башҡа – заң башҡа, тиҙәр. Әммә, ниндәй генә осорҙа йәшәһәк тә, һәр кемгә остаз, уҡытыусы һүҙе кәрәк. Йәш быуынды тәрбиәләү ғаиләнең, мәктәптең генә түгел, барыбыҙҙың да уртаҡ бурысы – шуны онотмаһаҡ ине, – ти Абҙан ауылының хөрмәтле ағинәйе.

Автор фотоһы.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас