Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми Советының киңәйтелгән ултырышы ойошторолдо. Ул филология фәндәре докторы, профессор Әхнәф Юлдашевтың тыуыуына 105 йыл тулыуға арналды.
Учреждение директоры, арҙаҡлы ғалимә Зөһрә Рәхмәтуллина билдәләүенсә, ғалим Әхнәф Юлдашев – фәндең ғорурлығы, ҡайҙа ғына хеҙмәт күрһәтеүенә ҡарамаҫтан, тыуған төйәген бер ҡасан да онотмаған, башҡорт телен өйрәнеүгә бар ғүмерен арнаған.
Филология фәндәре докторы Әхнәф Әхмәт улы Туймазы районының Кәлшәле ауылында тыуып үҫкән, урта мәктәпте тамамлағас, юғары уҡыу йортонда белем алған.
Сарала шәхестең тормошо, ижады тураһында Илдус Шәйәхмәтов, Эльвира Рәхимова, Фәнисә Көмөшҡужина, Юлай Псәнчин кеүек ғалимдар һөйләне.
Фото: Илдар Аҡъюлов.