

Һуңғы йылдарҙа күндән төрлө әйберҙәр эшләгән оҫталарҙың артыуы күҙәтелә. Бигерәк тә был эшкә ир-егеттәрҙең ҡыҙыҡһыныуы ҡыуаныслы күренеш. Ни тиһәң дә, халҡыбыҙҙа элек-электән күндән, тиренән төрлө кейемдәр, кәрәкле әйберҙәр эшләүҙәре билдәле, әммә ниндәйҙер ваҡытта был кәсеп бер аҙ юғалып ҡалғандай тойолдо. Азамат Юлдашбаевтың был йүнәлештә эш башлауы һәм уның күндән эшләгән әйберҙәре халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙалана башлауы күп йәштәр араһында ҡыҙыҡһыныу уятмай ҡалманы. Киләһе геройҙарымдың икеһе лә күндән төрлө әйберҙәр эшләү менән шөғөлләнгән һөнәрмәндәр булып сыҡты. Уларҙың береһе – Баймаҡтан, икенсеһе – Бөрйәндән.
Наил Шәйәхмәтовты баймаҡтар талантлы бейеүсе, “Ирәндек” халыҡ бейеү ансамбленең етәксеһе итеп белһә, ә бына уның тире-күндән үҙенсәлекле әйберҙәр эшләүен күптәр белмәйҙер ҙә.
Ул бала саҡтан бик ҡыҙыҡһыныусан егет булып үҫә. Һүрәт тә төшөрә, ағасты ла һырлап эшләй, хатта кейеҙ баҫып та ҡарай. Шулай ҙа күңеле ҡушҡан бейеүгә бар күңелен һала, бейеү сәнғәтен үҙ итә. Баймаҡ сәхнәләрен дер һелкетеп бейегән был егеткә күптәр оло еңеүҙәр юрай. Төрлө бейеү бәйгеләрендә, “Байыҡ” телевизион бейеү конкурстарында призлы урындар яулай, Баймаҡ районының йөҙөк ҡашы булған “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәр ансамбленең етәксеһе була. Ижад кешеһе яуланған уңыштары менән сикләнеп ҡалмай, үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡарауын дауам итә. Көндәрҙең береһендә Наил Шәйәхмәтов интернетта тире эшкәртеүгә бәйле видеоны күреп ҡала һәм үҙе лә һиҙмәҫтән ҡыҙыҡһына башлай. Ҙур булмаған күн киҫәгенән көшөлөк әҙерләүҙәрен күрә.
—Интернетта видео күргәс, тынғылыҡты юғалттым. Башҡа оҫталарҙың да эшен өйрәндем. Шунан интернет–магазинға кәрәкле инструменттарға заказ бирҙем. Әлбиттә, ул профессиональ түгел, әммә тәү башлаусыларға ярарлыҡ ине. Шулай итеп, мин бысаҡ өсөн янсыҡ эшләнем. Көнө буйы ыҙалап ултырҙым, ул ҡыйыш-мыйыш килеп сыҡты. Һөҙөмтә менән ҡәнәғәт булманым һәм ҡул һелтәнем. Бер нисә айҙан күңел кире ошо шөғөлгә тартылды. Интернетта оҫталарҙың матур эштәрен күреп, илһамланып киттем һәм был кәсеп тормошомдоң бер өлөшөнә әүерелде,–ти Наил.
Бөгөн Баймаҡ оҫтаһының үҙ клиенттары бар, заказдар ҙа етерлек. Төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, яңынан-яңы алымдар өйрәнә, оҫталарҙан тәжрибә туплай. Йылдар үткән һайын, аҡрынлап оҫтара бара. Бөгөн уның үҙ оҫтаханаһы бар. Бында күңел биреп эшләргә кәрәкле әйберҙәрҙең барыһы ла бар.
Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылынан Владик Әхтәмов та күндән төрлө әйберҙәр эшләү менән шөғөлләнә. Оҫтаның әйберҙәре бигерәк тә туристар араһында ҙур һорау менән файҙалана. Бөрйән районы - республикала туризмды үҫтереү буйынса иң потенциаль төбәктәрҙең береһе. Шуға күрә бында һөнәрселәр өсөн әллә ни аптырайһы түгел, эшләнгән әйберҙәрең бар икән, әйҙә рәхәтләнеп һатыуға сығар!
Владик Әхтәмов әйтеүенсә, күндәрҙе ул Волгоград, Мәскәү, Санкт-Петербургтан, Ярославлдән һатып ала. Материалдар араһында ла төрлө айырмалар күп, ҡайһылары ҡалын, йоҡа була, икенселәренең еҫе ҡырҡыу. Шуға күрә тире-күндән әйберҙәр эшләгән оҫталарға был тәңгәлдә ныҡлап уйлап, дөрөҫ эш итергә талап ителә. Күберәк көшөлөк, паспорт тыштары, ҡайыштар, асҡыс ҡуйыу өсөн брелоктар, исем-шәриф яҙылған браслеттар, ҡул сумкалары һәм башҡа төрлө әйберҙәр эшләйҙәр.
Автор фотолары.