Башҡорт донъяһы
14 Октябрь 2025, 08:00

Ҡышҡа шәлегеҙҙе әҙерләнегеҙме?

Зилә Яркова күргәҙмәһендә ниндәй генә йылы һәм йомшаҡ шәлдәр, төрлө бирсәткәләр, ойоҡбаштар, күкрәксә һәм кофталар юҡ! Ул һеҙгә лә бәйләп бирергә әҙер.

Ҡышҡа шәлегеҙҙе әҙерләнегеҙме?Ҡышҡа шәлегеҙҙе әҙерләнегеҙме?
Ҡышҡа шәлегеҙҙе әҙерләнегеҙме?

Яратҡан һөнәремә ҙур рәхмәтлемен: ниндәй генә геройҙар менән осраштырмай ул. Күптән түгел Сибай ҡалаһында Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районынан килгән Зилә Яркованың ҡул эштәре менән танышырға тура килде. Уның күргәҙмәһендә ниндәй генә йылы һәм йомшаҡ шәлдәр, төрлө бирсәткәләр, ойоҡбаштар, күкрәксәләр һәм кофталар юҡ ине!

— Шалдарҙы (шәл) мин бала саҡтан бәйләйем. Беҙҙең яҡта ҡулына энә тотоп, шал бәйләмәгән кеше юҡ, хатта ирҙәр ҙә бәйләй, – тип йылмая ул. – Элегерәк дебет шалдәргә һорау ҙур булһа, әле палантиндар, өсмөйөш шалдар, панчо, күкрәксә, бирсәткәләр, күлдәктәр ҙур һорау менән файҙаланыла. Әйберҙәремде Америка, Германия, Австрияла йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә һатып алды. Беҙгә уны һатыу өсөн проблема юҡ, элек-электән Ҡыуандыҡ баҙары шәлселәрҙе үҙенә йыйған.

Сибай ҡалаһындағы “Оҫталар ҡаласағы” был көндә ысын мәғәнәһендә оҫталар һәм өйрәнсектәр майҙансығын хәтерләтте. Кемдер күҙҙең яуын алыр ҡул эштәрен күреп һоҡланды, икенселәре үҙҙәренә оҡшаған әйберҙәрҙе һатып алды, өсөнсөләре оҫталарҙан һорашып, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырға һорауға яуап эҙләне, кәсепселектең табышлымы юҡмы икәнлеген асыҡларға тырышыусылар ҙа булды.

Әммә шуныһы: бөгөн халыҡ араһында ҡулдан эшләнгән әйберҙәре һатып алыусылар, уны баһалай белеүселәр, ысын сәнғәт өлгөһөн аңлаусылар бик аҙ. Халҡыбыҙ әле ҡулдан эшләнгән әйберҙәрҙең ни тиклем әһәмиәтле һәм баһаһының юғары икәнлеген аңлап бөтмәй. Ә уны аңлау, баһалау һәм ысын һөнәрселәрҙең эштәрен тейешле хаҡҡа һатып алыу өсөн тап ошондай һөнәрселәр, кәсепселәр, ҡул оҫталарының күргәҙмәләренең йыш үтеүе кәрәк.

Автор фотоһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас