Башҡорт донъяһы
25 Октябрь 2025, 22:40

"Ҡыҙҙарымды ҡорамалар ҡороп ҡәйнә йортона оҙаттым"

Баймаҡ районының Билал ауылында йәшәгән Зәһинә Ғайсинаны барыһы ла оҫта ҡуллы ағинәйҙәрҙең береһе тип белә.

"Ҡыҙҙарымды ҡорамалар ҡороп ҡәйнә йортона оҙаттым""Ҡыҙҙарымды ҡорамалар ҡороп ҡәйнә йортона оҙаттым"
"Ҡыҙҙарымды ҡорамалар ҡороп ҡәйнә йортона оҙаттым"

Әбйәлил районының Исҡужа ауылында йәшәгән ҡыҙ 1974 йылда Билал ауылы егете Рамил Айнулла улына кейәүгә сыға. Мәктәптә йыйыштырыусы булып хаҡлы ялға сыҡҡандан алып яратҡан шөғөлөнә тотона. Ул башҡорт ҡатын–ҡыҙҙары биҙәүестәрен, селтәр, ҡашмау эшләй. Диван–ултырғыс ябыуҙары, арҡыры–буй ҡорамалар тегә.

— Ирем менән биш балаға ғүмер биреп, уларҙы эйәле–башлы иттек. Әле 12 ейән–ейәнсәргә, ике бүлә–бүләсәргә бәхетле өләсәймен. Ҡыҙҙарыма ла, ейәнсәрҙәремә лә бүләккә төрлө биҙәүестәр эшләнем, ҡорамалар ҡороп ҡәйнә йортона оҙаттым. Хәҙер ҡул эштәре менән ваҡыт үткәреү, күңел бушатыу өсөн булышам. Үҙ ҡулдарым менән тыуҙырған матурлыҡты күреү, эшләгән эштәремдең башҡаларҙы ҡыуандыра алыуы – минең өсөн иң ҙур бәхет. Хәҙер баҡса эштәре тамамланды, ҡырҡып һалған ҡорамаларым көтөп ята, шуларҙы эшләйәсәкмен. Төҫтәрҙе бер–береһенә оҡшатып һайлайым, төрлөсө ҡырҡып, ҡороп башҡарырға тырышам. Күҙҙең яуын алып торған төрлө төҫтәге ҡорамаларға ҡарап, үҙемдең дә кәйеф күтәрелә, – ти Билал оҫтабикәһе Зәһинә Ғәле ҡыҙы.

Әле Билал ауылы оҫтабикәһе сергетыш эшләү менән булыша. Береһен тамамлап ҡуйған, икенсеһен башлаған. Киләһе йылда “Башҡорт аты” фестивалендә кем белә, бәлки, тап Зәһинә Ғайсина эшләгән сергетыш беренсе урынды алыр ҙа.

Автор фотоһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас