Башҡорт донъяһы
27 Октябрь 2025, 11:30

Ғәйнәләрҙә - көс-ҡеүәт, алға ынтылыш

Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайының 25 йыллығы нисек үтте? 

Ғәйнәләрҙә - көс-ҡеүәт, алға ынтылышҒәйнәләрҙә - көс-ҡеүәт, алға ынтылыш
Ғәйнәләрҙә - көс-ҡеүәт, алға ынтылыш

Ошо көндәрҙә Пермь крайы Барҙа районының Барҙа ауылында Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайының 25 йыллығына арналған тантаналы саралар үтте. Башҡортостандан унда ҙур делегация барҙы, составында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы һәм Башҡарма комитеты ағзалары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, мәҙәниәт, спорт эшмәкәрҙәре булды.

Географик яҡтан бер-береһе менән төньяҡтан сиктәш булған Пермь крайы һәм Башҡортостан Республикаһы ныҡлы сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль, мәҙәни бәйләнештә йәшәй, 2014 йылда төбәктәр араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгән. 2021 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Пермь крайында 16 302 мең башҡорт ғүмер итә. Улар милли тамырҙарын, туған телен, мәҙәниәтен, йолаларын ҡәҙерләп һаҡлай. 2010 йылғы рәүиз белешмәләренә ҡарағанда, үҙҙәрен башҡорт тип 32 730 мең кеше иҫәпләгән; 2002 йылда – 40,5 мең, 1987 йылда 62 мең кеше таныған, йәғни Пермь крайының башҡорт йәмәғәтселеге алдында этносын, туған телен, мәҙәниәтен һаҡлау мәсьәләһе тора. Уларҙың күпләп тупланған урындары – Барҙа, Көйәҙе, Пермь райондары, Пермь һәм Чернушка ҡалалары. Бөгөн Пермь крайы биләмәһендә 13 башҡорт ҡоролтайы эшләй. Пермь (Барҙа) башҡорттары – ҙур һәм боронғо Ғәйнә ҡәбиләһе башҡорттары вариҫтары. Ғәйнә ырыуы башҡорттарынан төрлө өлкәләрҙә үҙен танытҡан бик күп күренекле шәхестәр сыҡҡан. Кантон начальниктары Адутовтар; Санкт-Петербургта тау училищеһына нигеҙ һалған Рәсәй мәғдән сәнәғәтсеһе, йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәр Исмәғил Тасимов; шулай уҡ билдәле мәғдән сәнәғәтсеһе, Уҫа даруғаһы Ғәйнә улусы старшинаһы, башҡорттарҙан торған Уложенная комиссияның беренсе депутаты Туҡтамыш Ишбулатов; билдәле журналист, сценарист Һәм режиссер, бик күп башҡорт, татар йырҙары авторы Насүр Юрышбаев һәм башҡалар – ғәйнә башҡорттарының сағыу вәкилдәре, улар башҡорт халҡы тарихында тәрән эҙ ҡалдырған.

Әлеге сарала рәсми ҡунаҡтар - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Пермь крайы губернаторы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Леонид Политов, Пермь крайы губернаторы Хакимиәтенең милли һәм дини мөнәсәбәттәр департаменты директоры Анастасия Субботина, Барҙа муниципаль округы башлығы Хәлил Алапанов һәм башҡалар ҡатнашты.

Эльвира Айытҡолова билдәләүенсә, Пермь башҡорттары ҡоролтайының эшмәкәрлеге күп яҡлы. Улар туған телде, мәҙәниәтте, йолаларҙы һаҡлауға ҙур өлөш индерә.

– Глобалләшеү шарттарында милли үҙенсәлекте һаҡлап ҡалыу зарур. Тарихына, мәҙәни ҡиммәттәренә битараф булмаған кешеләрһеҙ был эш мөмкин булмаҫ ине. Беҙ тиҫтәләгән төрлө форумдар, ғилми-ғәмәли конференциялар, йолаларҙы, мәҙәниәтте, туған телде һаҡлауға йүнәлтелгән саралар үткәргән урындағы башҡорт йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлеген юғары баһалайбыҙ. Ҡуян ауылында, Пермь ҡалаһында билдәле мәғдән сәнәғәте эшмәкәре Исмәғил Тасимовтың хәтерен мәңгеләштереү; "Ғәйнәләр: халҡым, туған телем һәм тарихым ата-бабаларҙан ҡалған алтын китапта" проекты нигеҙендә Туҡтамыш Ишбулатовҡа һәйкәл ҡуйыу; Ғәйнә башҡорттарына арналған стеланы Үҙик (Елпачиха) ауылына ингән урында халыҡ инициативаһы буйынса урынлаштырыу; 20-се Башҡорт полкы яугирҙәренә – 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға мемориаль таҡтаташ асыу; "Ғәйнәләр: халҡым, туған телем, тарихым ата-бабаларҙан ҡалған алтын китаптарҙа" проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы Барҙа ауылының Дуҫлыҡ аллеяһында арт-объекттар асыу тантанаһы һәм башҡа ваҡиғалар төбәк тарихында сағыу һәм әһәмиәтле мәлдәр булып тора. Әйткәндәй, күп проекттар Башҡортостан Республикаһы Башлығы һәм Пермь крайы губернаторы гранттарына тормошҡа ашырылды, – тип билдәләне Эльвира Ринат ҡыҙы.

Юбилей программаһына килгәндә, сара барышында Пермь район башҡорттары ҡоролтайҙары күргәҙмәләре ойошторолдо. Сағыу экспозицияларҙа Ғәйнә башҡорттарының мәҙәниәте, йолалары асыҡ сағылыш тапҡан.

Пермь башҡорттары ҡоролтайының 25 йыллығына ярашлы, Барҙа мәҙәниәт һәм ял үҙәгенең тыуған яҡты өйрәнеү музейында "С.И. Руденконың башҡорт халҡының тарихына һәм этнографияһына индергән өлөшө" тигән темаға "түңәрәк өҫтәл" үтте. Унда Пермь крайы губернаторы хакимиәтенең Милли һәм дини мөнәсәбәттәр департаменты директоры Анастасия Субботина сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны. Сара барышында Рәсәй һәм совет археологы, антропологы, этнологы, гидрологы Сергей Руденконың мемориаль таҡтаташының презентацияһы үтте һәм Туҡтамыш Ишбулатов бюсына сәскәләр һалыу ойошторолдо.

Башҡортостан Башлығының грант проекттары тураһында Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Стратегик тикшеренеүҙәр институтының социаль-мәҙәни анализ үҙәге мөдире Юлдаш Йосопов С. И Руденко хеҙмәттәрендә башҡорт халҡының килеп сығышы тураһындағы мәғлүмәттәр хаҡында һөйләне. Юлдаш Мөхәммәт улы тыуған яҡты өйрәнеү музейына "Башҡортостан халыҡтары атласы"н бүләк итте һәм Башҡортостан Фәндәр академияһының Тел һәм әҙәбиәт институтында һаҡланған Сергей Руденконың архив документтарының күсермәләрен тапшырҙы.

"Сергей Руденко һәм Пермь крайы этнографияһы" темаһына доклад менән Рәсәй Фәндәр академияһы профессоры, тарихсы, этнограф Александр Черных сығыш яһаны. Тарих фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты Нурислам Ҡалмантаев Пермь еренең билдәле кешеләре тураһында әйтеп үтте. Шулай уҡ "түңәрәк өҫтәл" эшендә Пермь муниципаль округының Югов урта мәктәбе директоры, Пермь муниципаль округы Думаһы депутаты, Пермь крайының Туризм буйынса балалар советы кураторы Юлия Ветрова, Пермь ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Радик Ғарипов ҡатнашты.

Ғ. Туҡай исемендәге Барҙа гимназияһының тамаша залында "Аҡбуҙат" балалар әҙәби-нәфис журналы вәкилдәре менән осрашыу үтте. Баҫманың яуаплы секретары, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Миңлеғол Тайсина Барҙа уҡыусылары менән осрашты, Башҡортостан тарихы буйынса викторина үткәрҙе, балалар журналына нисек әкиәт яҙыу тураһында ижади әңгәмә үткәрҙе. "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы Пермь крайына бер көнгә иртәрәк килеп, Башҡортостандың билдәле мәғдән сәнәғәте эшмәкәре Исмәғил Тасимов тыуып үҫкән Ҡуян ауылында булды. Телеканал вәкилдәре урындағы уҡыусылар менән осрашты, билдәле ватандаштар тураһында документаль фильмдар серияһынан Исмәғил Тасимов тураһында фильм күрһәтте, шулай уҡ "Тамыр" телеканалының йәш тикшеренеүселәре өсөн "Асыш" медиапроекты еңеүсеһе Сулпан Мәүлитова менән осрашты. Ул "Родон һәм кеше һаулығы" проекты менән икенсе урынды яулаған. Ә был көндә "Тамыр"ҙар Барҙа гимназияһы уҡыусыларына "Атайсал. Беҙҙекеләрҙе бел” документаль фильмдар циклынан Исмәғил Тасимов тураһында фильмды күрһәтте, фекер алышыу үткәрҙе. Йәш тикшеренеүселәр өсөн “Асыш” медиапроектының презентацияһы булды.

Барҙа мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә Ватанды һаҡлаусылар йылына арналған квиз уйыны үтте. Шунда уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, журналист, прозаик, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова менән ижади осрашыу ойошторолдо. Ул "Башҡортостан ҡыҙы" журналының тарихы, идеологияһы тураһында һөйләне, журналдың презентацияһы менән сығыш яһаны. Баҫмала Свердловск, Ҡурған, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Төмән, Силәбе өлкәләрендә, Татарстан Республикаһында, Пермь крайында Һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттарында йәшәгән башҡорттарҙың тормошо даими сағылыш таба. Шулай уҡ осрашыу барышында "Айгөлөм" (гитара менән) һәм "Шайморатов генерал" йырҙарын башҡарыу буйынса флешмоб, шулай уҡ "Сәләм" китабының исем туйы үткәрелде.

Урындағы Боҙ аренаһында совет һәм Рәсәй хоккейсыһы Рәшит Ғимаевтың оҫталыҡ дәресе уҙҙы, ул әүҙем йәшәү рәүешен, спортты үҙ итеүселәрҙе, үҫмерҙәрҙе йыйҙы.

Барлыҡ сараларҙан һуң Барҙа мәҙәниәт һәм ял үҙәгенең тамаша залында Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайының 25 йыллығы хөрмәтенә арналған тантаналы сара үтте, унда урындағы сәхнә оҫталары ла, Башҡортостан Республикаһы вәкилдәре лә ҡатнашты. Пермь башҡорттарын ҙур юбилей менән ҡотларға Рәсәйҙең, Татарстандың атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Нәзифә Ҡадирова, аккомпаниатор-концертмейстер, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Алтынбаев, Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Илнур Хәйруллин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, халыҡ-ара, Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты Искәндәр Ғәзизов килгәйне.

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Ғәйнәләрҙә - көс-ҡеүәт, алға ынтылыш
Ғәйнәләрҙә - көс-ҡеүәт, алға ынтылыш
Ғәйнәләрҙә - көс-ҡеүәт, алға ынтылыш
Ғәйнәләрҙә - көс-ҡеүәт, алға ынтылыш
Ғәйнәләрҙә - көс-ҡеүәт, алға ынтылыш
Ғәйнәләрҙә - көс-ҡеүәт, алға ынтылыш
Ғәйнәләрҙә - көс-ҡеүәт, алға ынтылыш
Ғәйнәләрҙә - көс-ҡеүәт, алға ынтылыш
Ғәйнәләрҙә - көс-ҡеүәт, алға ынтылыш
Ғәйнәләрҙә - көс-ҡеүәт, алға ынтылыш
Ғәйнәләрҙә - көс-ҡеүәт, алға ынтылыш
Ғәйнәләрҙә - көс-ҡеүәт, алға ынтылыш
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас