Ошо көндәрҙә постаменттан яңыртыуға алынған Салауат Юлаев һәйкәле янында элекке хатты тапҡандар.
58 йыл элек, 13.05.1967, һәйкәлде ҡуйған ваҡытта Баймаҡтан өс егет - Йәнбәков Әхәт, Исмәғилев Иршат һәм Азамат Вәлиев һәйкәл нигеҙенә быяла шешә һалып һәм унда тарихи ваҡиғала ҡатнашыуҙары тураһында яҙыу ҡалдырған.
Бөгөн был ағайҙар иҫән –һаумы икән? Шуныһы ҡыҙыҡ: КПСС-тың күрһәтмәһенән тыш быны нисек эшләгәндәр?
Әгәр ҙә был ағайҙар хаҡында белеүселәр булһа, комментарийҙарға яҙығыҙ әле. Тарихи хәлде тарихҡа индергән ағайҙарҙы белергә ине.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!