Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
9 Ноябрь 2025, 17:00

Ҡурмас ҡыҙҙырып, талҡан тарта

Талҡанды эшкәртеү өсөн организм артыҡ энергия сарыф итмәй, сөнки шыттырылған бойҙайҙың туҡлыҡлы матдәләренең бөтә запасы тиерлек ҡулланыуға яраҡлы әҙер формаға әйләнә. Шуға ла ул мейе үҫешенә яҡшы йоғонто яһай.

Ҡурмас ҡыҙҙырып, талҡан тарта
Ҡурмас ҡыҙҙырып, талҡан тарта

Бөгөн һатыу кәштәләрендә боронғо ысул менән етештерелгән талҡанды йыш осратырға мөмкин. Уның етештереүселәре лә бихисап, тәме лә төрлөсә. Әммә милли ризыҡты тап боронғоса, үҙенә генә хас алымдар менән ҡыҙҙырып, уны ағас тирмәндә тартып эшләгән талҡандың тәме лә, шифаһы ла, көсө лә башҡаса.

Шуныһы ҡыуаныслы: боронғо кәсепте бөгөнгә тиклем һаҡлаусыларҙы, талҡан эшләүселәрҙе арабыҙҙа осратырға мөмкин әле. Шундай оҫталарҙың береһе - Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында йәшәгән Гөлсирә Хамматова.

Талҡан - туҡлыҡлы, көс биреүсе, дауалау үҙенсәлектәренә эйә булған ризыҡ. Ул хатта итте алмаштырған, шуға күрә үҙен алыҫ походтарға алыр булғандар. Был милли ризыҡ менән туҡланған ата-бабаларыбыҙ быуын, умыртҡалыҡ ауырыуҙарының ни икәнен дә белмәгән.

Ысынлап та, үҙенсәлекле ризыҡтың файҙаһы бик күп. Талҡанды эшкәртеү өсөн организм артыҡ энергия сарыф итмәй, сөнки шыттырылған бойҙайҙың туҡлыҡлы матдәләренең бөтә запасы 90 процентҡа ҡулланыуға яраҡлы әҙер формаға әйләнә: аҡһымдар – аминокислотаға, крахмал- глюкозаға. Шуға ла ул мейе үҫешенә яҡшы йоғонто яһай. Шәкәр диабеты менән ауырыусыларға ул икеләтә файҙалы.

Гөлсирә Хамматова был татлы ризыҡтың бойҙай бөртөгөнән алып әҙер булғанға тиклем нисек әҙерләнеүе хаҡында шул тиклем ихласлыҡ менән һөйләне.

- Тәүҙә бойҙай бөртөктәрен таҙартабыҙ, йәғни уны елгәреп алабыҙ. Бының өсөн урам уртаһына ҙур ашъяулыҡ түшәп, елдең ҡайһы яҡтан иҫкәнен иҫәпкә алып, һауытҡа ҡойолған ашлыҡты әкренләп елгәрәбеҙ. Былай иткәндә, төшөмө булмаған бойҙай ситкә оса, яҡшылары ашъяулыҡта ҡала. Артабан уны тышҡы мейестәге ҡаҙанда ҡыҙҙырабыҙ. Бер эшләгәндә бер биҙрә самаһы ҡыҙҙырып алам, - ти талҡан эшләү оҫтаһы.

Хәтеремдә, бала саҡта талҡанды тартыу өсөн беҙҙең ауылда ағас тирмәнгә сират була торғайны. Күрәһең, ул да бер нисә генә кешелә булғандыр. Ә бына Гөлсирә инәйгә ул яҡтан борсолорға түгел: уның йортонда 120 йыл тирәһе тоғро хеҙмәт иткән ата-бабаларынан ҡалған изге ҡомартҡы бар. Хатта тештәрен дә бер ваҡытта ла яңыртмағандар, шул килеш һаҡланған. Әллә күпме кешене аслыҡтан алып ҡалған был ҡомартҡыны Гөлсирә Хамматова бик ҡәҙерләп һаҡлай.

Әҙер бойҙайҙы тирмәндә тартаһың, ярҙамсың булһа, бигерәк уңайлы. Тарттырылған он кеүек массаны табаҡҡа һалабыҙ. Самалап аҡ май иретәбеҙ, әҙерәк һыу, шәкәр өҫтәргә мөмкин. Артабан иретелгән май өҫтөнә тарттырылған массаны һалабыҙ (самалап), бер аҙ тоҙ өҫтәйбеҙ ҙә болғатабыҙ. Берегергә тейештәр, ҡул менән эшләгәндә лә була. Шунан үҙебеҙгә кәрәк ҙурлыҡта йомарлап, батмаустарға теҙәбеҙ. Бер аҙ һыуытырға ҡуйғандан һуң, ашарға ла мөмкин.

Шулай уҡ бойҙайҙан башҡа, муйыл, еләк, сейә, ҡыҙыл эремсектән дә талҡан эшләргә була. Улары бигерәк тә тәмле килеп сыға. Уның өсөн йәй көнө махсус рәүештә был емештәрҙән эремсек эшләнелә һәм улар киптерелеп, сепрәк моҡсайҙа һаҡлана (дым тартырға тейеш түгел). Ҡыш көнө мейестә бер аҙ киптереп, ағас тирмәндә тартабыҙ.

Уйлап ҡараһаң, талҡан эшләүҙең сере бик ябай ғына, иң мөһиме, теләк һәм дәрт кәрәк. Сауҙа нөктәләренән ниндәйҙер технологиялар аша етештерелгән, ялтыр ҡаптарға төрөлгән талҡанды һатып алғансы, үҙебеҙсә, өләсәйҙәр эшләгәнсә һәр кем яһай ала түгелме һуң уны?! Ул саҡта сифатлы, шифалы, файҙалы талҡан ризыҡтары һәр саҡ табыныбыҙҙың түрен биләр, иң яратҡан ризығыбыҙға әүерелер.

Автор фотолары

ИҪКӘРМӘ: Фотоны авторҙың ризалығынан тыш башҡа пабликтарға алыу тыйыла!

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Ҡурмас ҡыҙҙырып, талҡан тарта
Ҡурмас ҡыҙҙырып, талҡан тарта
Ҡурмас ҡыҙҙырып, талҡан тарта
Автор: Карима Усманова
Читайте нас