Әбйәлил районы Айғырбатҡан ауылында йәшәгән Гөлсәсәк Өмөтбаеваның ҡул эштәре күптәрҙә һоҡланыу уята. Бөрйән ҡыҙы бәләкәйҙән Бибикамал өләсәһенең тирүгә һәм шәл һуғыуын күреп, күңеленә һеңдереп үҫә. Ауылда иң оҫта тегеүсе булған өләсәһенең үҙе теккән япмалы күлдәктәрен ҡупшы итеп кейеп йөрөүөн әле лә бөгөнгөләй хәтерләй. Шуға күрә үҙе теккән милли кейемдәрҙе лә тап өләсәһе өйрәткәнсә, уның биргән кәңәштәренә таянып башҡара.
Мәктәпте тамамлағас Баймаҡ ҡалаһындағы 58–се һөнәрселек училищеһында белем ала, артабан уҡыуын Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында дауам итә. Тап студент йылдарында буласаҡ ире Радмир Марс улын осрата һәм күптә үтмәй йәштәр өйләнешә. Йәш ғаилә Әбйәлилгә эшкә ҡайта. Балалар баҡсаһында байтаҡ йылдар эшләгәндән һуң, кинәт эштән китеп яратҡан шөғөлөнә тотона. Заказ буйынса милли кейемдәр тегә. Әммә оҫта кеше бер йүнәлештә кенә туҡталып ҡалмай. Күптән күңелендә йөрөткән бер хыялын тормошҡа ашыра ул: халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренең береһе – балаҫ һуғыуға тотона. Балаҫтарҙы һуҡҡанда,йөндәрҙе үҙе эшкәртеп,иләп,сиратып,буяп эшләй,хас та боронғоса, тап Бибикамал өләсәһе кеүек.
—Эшләгән эштәрем сифатлы һәм матур булырға, шул уҡ ваҡытта халҡыбыҙҙың боронғолоғон да һаҡлап ҡалырға тейеш тигән маҡсаттан сығып эш итәм. Күберәк заказ буйынса эшләйем, шуға күрә клиенттар ҙа ҡәнәғәт ҡала, үҙем дә һәр эшемдән кинәнес табам. Социаль социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам программаһы буйынса 165 мең субсидия алыуға ирештем,уға йөн эшкәртеү, балаҫ һуғыу станоктары алдым. Станоктарҙың төрлөләре бар, барыһын да ҡулланам. Ептәрҙе яҙҙырып та алырға тура килә. Агротуризм буйынса үҙ эшен асҡан эшҡыуарҙар милли кейемдәргә, көнкүреш әйберҙәренә, милли орнаменттар менән эшләнелгән түшәк–юрғандарға заказ бирә. Һуңғы ваҡытта Баймаҡ районы эшҡыуары Денис Өмөтбаев менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, туған түгел, фамилиябыҙ ғына бер иш,–тип йылмая Айғырбатҡан ауылы оҫтаһы.
Геройымдың йәнә бер эше һоҡланыу тыуҙырҙы. Ул да булһа 130×130 см ҙурлығында, һөт төҫөндәге кәзә дебетенән үҙе һуҡҡан шәл. Ейәнсура районынан махсус дебет һатып ала, уны таҙалай, иләй һәм һуғып та ала. Ҡулы нимәгә тейә, шунан иҫ киткес матурлыҡ тыуҙырыу һәләтенә эйә ул. Тәҙрә төптәрендә, ихата алдында сәскәләре шау сәскәгә күмелеп, күҙҙең нурын ала. Аш-һыуға ла бик маһир.
Тормош иптәше менән Айгиз һәм Арыҫлан исемле улдар тәрбиәләгәндәр, икеһе лә юғары уҡыу йорто студенттары.
Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре тигәндәй, Гөлсәсәк ханым да даими эҙләнеүҙәр өҫтөндә эшләй, төрлө курстарға яҙыла, марафондарҙа ҡатнаша, үҙе лә оҫталыҡ дәрестәрен ала, өйрәнә һәм өйрәтә.
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!