Милләтебеҙ ниндәй юлдан бара, ҡайһы йүнәлеш айырыуса иғтибар талап итә, нимә эшләһәк эшмәкәрлегебеҙ тағы ла һөҙөмтәлерәк буласаҡ – “Ҡоролтай 3.0” стратегик сессияһының төбәк этабында ҡатнашыусылар ошо һорауҙарға яуап табырға тырышты. Сара Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә үтте һәм унда Ауырғазы, Архангел, Нуриман, Өфө, Благовещен, Кушнарен райондары Ҡоролтай ағзалары, шулай уҡ республика матбуғат баҫмалары вәкилдәре ҡатнашты.
“Ҡоролтай 3.0” стратегик сессияһы тәү башлап Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезында уҙғайны. Уның ҡарарына ярашлы, ҡала һәм райондарҙа төбәк стратегик сессиялары үткәреү бурысы ҡуйылған ине, йыл башынан алы ул төбәктә уҙғарылды ла инде.
Командалар тәүҙә квиз-уйында ҡатнашы, тарих, мәҙәниәт темаһына арнаған һорауҙарға яуап бирҙе. Мауыҡтырығыс уйын һөҙөмтәһендә Нуриман районы командаһы иң белемле булыуҙарын иҫбат итте, ҡырмыҫҡалылар – 2-се, ә Архангел районы вәкилдәре 3-сө урынды яуланы.
“Ҡоролтай 3.0" стратегик сессияһына килгәндә, сарала ҡатнашыусылар алты командаға бүленеп, төрлө йүнәлештәр буйынса эшләне, көнүҙәк мәсьәләләрҙе билдәләне, уларҙы хәл итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты, ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ресурстарҙы барланы, аныҡ ысулдар билдәләне һәм һуңынан презентация менән сығыш яһаны. Милли матбуғатты үҫтереү, мәктәпкәсә балалар менән эшләү, һаулыҡ һаҡлау, демография, спорт, эшҡыуарҙар менән үҙ-ара эш итеү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, ветерандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү һәм мәғариф учреждениелары менән хеҙмәттәшлек итеү йүнәлештәре буйынса тос ҡына фекерҙәр яңғыраны.
Милли матбуғат мәсьәләһенә килгәндә, күптәр һуңғы йылдарҙа гәзит-журналдарҙың тираждарының төшөүен халыҡтың мәғлүмәтте интернет киңлектәренән алыуы менән бәйләй. “Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар баҫма матбуғаттың интернет селтәре алдындағы өҫтөнлөктәре – йәғни унда тәҡдим ителгән мәғлүмәттең һәр ваҡыт бары тик дөрөҫ факттарға таянылыуы, шулай уҡ йөкмәтке яғынан да күпкә юғарыраҡ кимәлле булуын, ә иң мөһиме уҡыусыларға рухи аҙыҡ биреүен билдәләне. Бынан тыш, үҫеп килеүсе быуындың уҡыу мәҙәниәтен күтәреү мөһимлеге, өсөн ата-әсәнең милли матбуғатты алдырып уҡыуының, балаларына яҡшы өлгө күрһәтеүенең әһәмиәте билдәләнде.
Башҡа темаларға арналған фекер алышыуҙарға килгәндә, халҡыбыҙың демографияһын үҫтереү маҡсатында димселәр клубы хәрәкәтен әүҙемләштереү, райондар араһында “Аулаҡ өй” сараларын уҙғарыу, ауылдарҙа билдәле шәхестәр, спортсылар, төрлө өлкәнән белгестәр менән осрашыуҙарҙы йышыраҡ ойоштороу, башҡорт эшҡыуарҙарының реестрын булдырыу, улар өсөн семинарҙарҙы үткәреү тәҡдимдәре булды. Улар барыһы ла иҫәпкә алынып, алдағы биш йылда башҡорт халҡын артабан үҫтереү һәм туплау өсөн аныҡ проекттарҙы әҙерләүҙә файҙаланыласаҡ. Ә иң мөһиме, был сара унда ҡатнашыусыларҙың һәр береһендә милли уҙаңды артырып, халҡыбыҙ мәнфәғәтенә тағы ла дәртләнеберәк хеҙмәт итеүгә этәргес булғандыр, тигән ышаныстабыҙ.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтынан