Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
19 Ноябрь 2025, 08:00

Мин был сарала “илһөйәр" һүҙенең асылын таптым

Тамъян ырыуы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы барлыҡҡа килеүенә 30 йыл тулыуына арнап форум үткәрҙе

Мин был сарала “илһөйәр" һүҙенең асылын таптым
Мин был сарала “илһөйәр" һүҙенең асылын таптым

15 ноябрҙә Өфөлә "Атайсал" мәҙәни үҙәгендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы барлыҡҡа килеүенә 30 йыл тулыуына арнап, Тамъян ырыуының әүҙем вәкилдәре форум ойошторҙо.

Унда республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан ырыуҙаштар йыйылды. Шулай уҡ тамъяндар күпләп йәшәгән Әбйәлил, Белорет, Мәләүез, Көйөргәҙе, Туймазы, Шаран, Саҡмағош, Миәкә, Бөрйән райондарынан делегациялар, үҙешмәкәр ансамблдәр килде.

Тәүҙә һәр ҡунаҡ теркәлеү үтте. Һуңынан республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан килгән тамъян оҫталарының күргәҙмәләре менән таныштылар. Һәр район күргәҙмәгә ентекләп әҙерләнгән. Шулай уҡ Советтар Союзы Геройы Таһир Күсемов музейы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана тарафынан ойошторолған Тамъян ырыуынан сыҡҡан яҙыусыларға арналған күргәҙмәләр сараға мәртәбә өҫтәне.

Артабан бөтә ҡунаҡтар тамаша залына үтте. Ундағы эшлекле осрашыу билдәле тарихсы Салауат Хәмиҙуллин төшөргән "Тамъяндар" фильмын күрһәтеүҙән башланды. Пленар өлөштө Тамъян ырыуының ҡорбашы Рөстәм Исхаҡов алып барҙы. Ул тәүҙә эшләнгән эштәргә йомғаҡ яһаны, киләсәккә маҡсаттар ҡуйҙы. Ҡорҙоң эшендә Өфө фән һәм технологиялар университетының Тарих һәм дәүләт идаралығы институтының Башҡортостан Республикаһы тарихы, археологияһы һәм этнологияһы кафедраһы доценты Нурислам Ҡалмантаев ҡатнашты. Һуңынан һәр райондың ҡорбаштары, тарихына битараф булмаған ырыуҙаштар сығыш яһаны: Туймазынан - Альберт Исмаил, Мәләүездән - Тәлғәт Шаһманов, Миәкәнән - Хәлил Мәхийәнов, Әсғәт Бәширов, Әбйәлилдән - Ғиниәт Баязитов, Белореттан - Азат Сафуанов, Көйөргәҙенән - Рөстәм Вәхитов. 

Шулай уҡ сараға махсус хәрби оперцияла егеттәребеҙҙе рухландырып торған Хәмзә хәҙрәт тә килде. Ул сығышында үҙенең Тамъян ырыуы булыуы тураһында һөйләне. Әлбиттә, был беҙҙең өсөн көтөлмәгән яңылыҡ булды.

- Тамъяндар йыйылыуы тураһында социаль селтәрҙәге иғландарҙан күреп ҡалдым һәм ихлас күңелдән ырыуҙаштарымды күрергә килдем, - тине Хәмзә хәҙрәт. 

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Лариса Абдуллина Тамъян ырыуының әүҙем йәмәғәтселәренә, йәш быуынды илһөйәр итеп тәрбиәләүгә тос өлөш индергән Салауат Вәлиуллинға, Зәйнәп Собханғоловаға, Филүзә Солтановаға һәм Зилә Лираға "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалын тапшырҙы. 

Сараның эшлекле өлөшө тамамланғандан һуң Тамъян ырыуынан сыҡҡан билдәле артистар, райондарҙан килгән һәүәҫкәр ансамблдәр ҡатнашлығында бай йөкмәткеле концерт булды.

Халҡыбыҙҙың тарихы бай, тамырҙарыбыҙ ныҡ, шуға күрә лә үткәнебеҙҙе беләйек, киләсәккә ныҡлы аҙымдар менән атлайыҡ. Тамъян ырыуының тарханы Шәғәле Шаҡмандың лайыҡлы вариҫтары булайыҡ. Иң мөһиме - барлыҡ ырыуҙар ҙа, милләттәр ҙә татыу, берҙәм йәшәһен. 

Гөлсөм ХИСАМЕТДИНОВА:  

– Шул тиклем ваҡытлы, файҙалы ocpашыу булды, бик ҙуp pәxмәт  oйoштopoуcoлаpға. Беҙ, Мәләүез pайoны Cмаҡ ( Тамъян) ауылында үҙебеҙҙең аpа тамъяндаpы менән oшoндай cаpа уҙғаpыpға йыйына инек. Pайoндаpға беp беpебеҙгә йөpөp алдынан иң элек уpындаpҙа эш алып баpыу, oйoшҡанлыҡ менән ғәмәлдәге эштәpҙе башҡаpыу oтoшлo, яҡшыpаҡтыp, тип уйлайым. Баpҙыҡ, күpҙек, бик oҡшаны, xәҙеp инде oшoнда күтәpелгән темалаp менән таныштыу, яңы йылдан эш башлау өcөн үҙебеҙ йыйылып алыpбыҙ.

Зөлфирә ҠАРАҒУЖИНА:

– Тамъяндар йыйынында сығыш яһаған Әбйәлил районының Ташбулат ауылынан “Гәлсәр” халыҡ вокал ансамблендә тамъян ҡыҙҙары менән бергә тамъян килендәре – Бөрйән, Күбәләк ырыуы һылыуҙары сығыш яһаны. Улар аҫыл тамъян егеттәренең уңған, матур  кәләштәре. Ырыуҙар дуҫлығы ошондай ғаиләлар нигеҙенә таяна.

Әлиә ҒИЗӘТУЛЛИНА:

– Өфөлә Тамъян ырыуының форумында йөрөп ҡайттыҡ. Шул тиклем файҙалы сара үтте, ябай һүҙ менән аңлатып та булмай. Мин был сарала “илһөйәр” тигән һүҙҙең асылын таптым.

Рәмилә МУСИНА фотолары.

Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас