Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
24 Ноябрь 2025, 17:45

Белоретҡа “Башҡорт йорто” рух өҫтәй

Уны асҡан Башҡортостандың атҡаҙанған эшҡыуары, "Гүзәл" туҡымалар салоны директоры Резеда Сәйҙәрованың тормошо, уй-кисерештәре хаҡында - сайтта.

Белоретҡа “Башҡорт йорто” рух өҫтәй
Белоретҡа “Башҡорт йорто” рух өҫтәй

Ошо көндәрҙә Белорет ҡалаһында Башҡортостандың атҡаҙанған эшҡыуары, "Гүзәл" туҡымалар салоны директоры, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Резеда Сәйҙәрованың  "Башҡорт өйө" шәхси этномузейын асыу тантанаһы үтте.

Сағыу, йәнле тантанала Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина, Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, “Ете ҡыҙ” йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты. Шығай ауылынан килгән “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбле сығыштары байрамға йәм өҫтәне.

Белорет ҡалаһының Точисский урамы, 23-сө йорт адресы буйынса урынлашҡан музей киләсәктә ҡала йөҙөн билдәләгән, туристарҙы ылыҡтырған популяр объектына әүерелер тигән ышаныс ҙур.

Резеда Рифғәт ҡыҙы Сәйҙәрова – Белорет районында билдәле шәхес, район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уңышлы эшҡыуар. Уңған ханымды йәмғиәттәге киҫкен социаль проблемаларға, ярҙамға мохтаждарға битараф ҡала белмәгән оло йөрәкле шәхес тип тә беләләр. Ошо һүҙҙәрҙе эш менән иҫбатлай Резеда ханым: махсус хәрби операция башланғас, ул урындағы йүнселдәрҙе туплап, аҡса һәм кәрәк-яраҡ йыйыуҙы ойошторған, унан мобилизацияланған ир-егеттәргә ярҙам кәрәк тигәс, тағы ла яҡташтарына, эшҡыуарҙарға мөрәжәғәт итеп, шәфҡәтлелек акцияһын башлап ебәргән. Бынан тыш, Резеда Рифғәт ҡыҙы, иҫ киткес рухлы шәхес булараҡ, халҡыбыҙҙың тарихи-мәҙәни асылын яҡтыртҡан сараларҙа ҡатнаша, милли кейем һәм данлыҡлы француз яулығын етештереүҙе яйға һалған. 

Эшҡыуар ханымдың тамырҙарыУчалы районының Ҡобағош ауылынан.

 – Сания һәм Рифғәт Ҡауыевтар­ҙың баш балаһымын, ике ҡустым бар. Инәйем (әсәйем) ғүмер буйы мәктәптә эшләне, уҡытыусы, етәксе булды. Атайым ауыл советы рәйесе ине. Мәктәп төҙөү, клубты күтәреү – улар иңенә ниндәй генә эш-ғәмәлдәр һалынманы! Әйткәндәй, әсәйем беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ла ҡатнашҡан. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ойоштороп, ҡаҙандар аҫып, аш-һыу ҙа хәстәрләгән – бына шундай әүҙем кеше ине. Заманы ла рухлы, милли үҙаң күтәренкелеге тантана иткән осорға тура килгән.

Мәктәптән һуң Өфө педагогия училище­һының һынлы сәнғәт-графика бүлеген тамамланым, һөнәрем буйынса мин – рәссам. Бәлки, шуғалыр ҙа күңелем һәр саҡ матурлыҡҡа ынтыла: хатта эшҡыуарлыҡта ла кешеләргә эстетик ҡәнәғәтләнеү тойғоһо биргән йүнәлеште һайланым.

Уҡып бөткәндән һуң юллама менән Белоретҡа эшкә килдем. Һәүетемсә тормош башланды. Хеҙмәт юлымды һыҙма һәм рәсем фәндәренән уҡытыусы булып башланым, кейәүгә сыҡтым. Ҡыҙым тыуҙы. Декрет ялынан һуң һынлы сәнғәт мәктәбендә эшләнем. Илдә ҙур үҙгәрештәр, һынылыш осоро ине.

Хеҙмәт стажым тиҫтә йылдан ашҡанда ғүмер юлын тулыһынса үҙгәртергә, аҡ биттән башларға ҡарар иттем. Дөрөҫөн әйткәндә, тормош минең алдыма оло һынау ҡуйҙы – 29 йәшемдә генә тол ҡалдым. Унан тотош ил боролош алдында торған заман ине. Эш хаҡы түләмәйҙәр, йәшәгән фатирҙың рәте юҡ, ҡыҙымды үҫтерергә, артабан нисектер йәшәргә  кәрәк...

Ҡыҫҡаһы, иремдең ҡырҡын уҡытҡанда Өфөнән курс­таш әхирәтем килде. Хәл-әхүәлде төшөнгәс, көтөлмәгән тәҡдим яһаны: Төркиәгә барабыҙ, тауар алып ҡайтабыҙ! Албырғап ҡалдым, сөнки ике ятып бер төшөмә лә инмәгән хәл ине был. Атайым-әсәйем менән кәңәшләштем. “Әйҙә йөрьәт итеп ҡара”, тип фатиха биреп, бер аҙ аҡсалата ярҙам да күрһәткәстәр, юлға йыйына башланым. Шулай итеп, “челноктар” төркөмөнә эйәреп, беренсе тапҡыр сит илгә киттем, – тип хәтерләй ул йылдарҙы Резеда ханым.

Яҙмыштың  үҙ ҡанундары: Төркиәгә эш буйынса сәйәхәт иткәндә йәш ҡатын ғүмерлек тоғро юлдашын – Энгинды осратҡан.

– Яратҡан ирем, ышаныслы терәгем ул Энгин. Ул Төркиәлә яйға һалынған тормошон, бизнесын ҡалдырып, Рәсәйгә, беҙҙең Белорет ҡалаһына күсеп килде – өйләнешкәнебеҙгә 30 йылдан ашыу. Ошо йылдарҙа беҙҙең мөхиткә, кешеләргә өйрәнде, үҙ эшен асты, ярайһы уңыштарға өлгәште, – ти Резеда Рифғәт ҡыҙы.

Ошо йылдар эсендә эшҡыуарға бизнесты артабан үҫтереү өсөн байтаҡ һынауҙар үтергә тура килгән. Ҡасан да булһа үҙ йүнәлешен табып, етештереү бизнесы асырға хыялланған Резеда Сәйҙәрова бер ваҡыт тегеү ательеһын сафҡа индергән, Энгин менән ҡалала тәүгеләрҙән булып автомо­билдәргә япмалар тегеүҙе ойошторған. Артабан ошонда уҡ махсуслаштырылған магазин асып, унда тәҙрәләргә ҡорған-пәрҙәләр тегеү хеҙмәтен күрһәтә башлайҙар.

Туҡымалар алырға Ғәрәп Әмирлектәренә, Төркиәгә шәхсән үҙе йөрөгән Резеда ханым бер ваҡыт сәхнә өсөн милли кейемдәр тегеүҙе лә яйға һала.

– Үҙебеҙ теккән милли кейемдәр сифатлы ла, хаҡы буйынса күтәрмәле лә булғас, тиҙ арала бихисап клиенттар барлыҡҡа килде. Балалар баҡсаларына, мәктәптәргә, төрлө ижади коллективтарға һәм теләгән һәр кешегә күлдәктәр, камзулдар һәм башҡа кейем тектек. Бынан бер нисә йыл элек Белоретта Республика көнөнә арнап ҡыҙыҡлы сара үткәрҙек: беҙҙең ателье теккән әйберҙәрҙән күргәҙмә-дефиле ойошторҙоҡ. Быларҙың барыһы ла юҡҡа түгел, тип уйлайым, сөнки милли асыл, рухи тамырҙар барыбер үҙенекен итә һәм этәргес була икән, осҡондан усаҡ ҡабыҙырға мөмкин.

Башҡортостанымды, халҡымды иҫ киткес ныҡ яратам, тыуған ерем, туған телем өсөн хәлдән килгәнде эшләргә һәр саҡ әҙермен. Бөгөн беҙҙең бренд тауарына әүерелгән француз яулыҡ етештереүҙе яйға һалыу өсөн дә бихисап көс түгергә тура килде. Беҙҙә, ғаилә ҡомартҡыһы булараҡ, әсәйемдең әсәһе – Ғәйниямал Усманова өләсәйемдән ҡалған француз яулығы һаҡлана. Ул бик рухлы, көслө ҡатын булған. Заманында бик ҡәҙерле теген маши­наһын һатып, колхозға трактор алырға ярҙам иткән. Был ваҡиға менән әле лә ғорурланам.

Өлгө булараҡ, тап шул яулыҡтағы һүрәт­тең күсермәһен эшләттем. Етештереүҙе яйға һалғансы Төркиәләге, Үзбәкстандағы, Сәғүд Ғәрәбстанындағы фабрикаларҙы йөрөп сыҡтым. Ниһайәт, сит илдәге бер фабрика менән килешеп, яулыҡтарҙы етештерә башланыҡ, – ти Резеда Сәйҙәрова.

Ҡыҫҡаһы, Белореттағы “Гүзәл” ательеһы ике тиҫтә йыл самаһы эшләй, эшҡыуарҙың уңышлы хеҙмәтенең һөҙөмтәһе бар. Әммә Резеда Рифғәт ҡыҙы өлгәшелгәндәр менән генә тыныслана торған кеше түгел.

Үрҙә телгә алынған “Башҡорт йорто” музейы ла – ошоға дәлил. 

– Күңелемә йылылыҡ өҫтәгән, кәйефемде күтәргән нәмә ул музей. Уны асырға тигән ниәт  йөрәк түрендә оҙаҡ йөрөнө. Форсат булғанда, төрлө экспонаттарҙы туплай барҙым. Ҡала хакимиәте ярҙамы менән ателье урынлашҡан биналағы буш бүлмәне алғас, хыялдарымды тормошҡа ашыра башланым. Музейҙа халҡыбыҙҙың көнкүрешен сағылдырырға тырыштыҡ. Бында йорт йыһаздары, келәмдәр, һауыт-һаба һәм башҡа әйберҙәр бар. Тирмә экспозицияһын да булдырҙыҡ. Милли башҡорт кейемдәре – ғорурлығыбыҙ. Ғаиләбеҙҙә быуындан-быуынға күсә килгән бишек, боронғо фотоһүрәттәр, китаптар  һәм яҡындарҙан, туғандарҙан йыйылған башҡа ҡомартҡылар – музейҙың нигеҙе, йәне, йәме. Эшмәкәрлегем тегеү эшенә бәйле булғас, музейға теген машиналарын, балаҫ һуғыу станоктарын да ҡуйҙыҡ, - ти эшҡыуар.

Әйтергә кәрәк, тәүҙә музей итеп бер бүлмә йыһазландырылған, артабан, эргәләге буш торған бүлмәләрҙе лә ремонтлап, уның биләмәһен киңәйтеп ебәргәндәр. Әйтергә кәрәк, бер стенаны Резеда Рифғәт ҡыҙы ғаиләһенең 11 быуынды үҙ эсенә алған шәжәрәһе биләй.

– Мин бик бәхетле кеше, Аллаға шөкөр. Эргәмдә аң­лаған, яратҡан кешем бар. Эшемде дауам итерҙәй рухташ, фекерҙәш, серҙәш ҡыҙыма ҡыуанам. Халҡым, Башҡортостаным өсөн файҙа килтергән эшмәкәрлегем һөҙөмтәһендә үҙемде ышаныслы, бәхетле тоям. Ә пландар бихисап. Һаулыҡ һәм именлек булһын – тормошҡа ашмаҫтай хыялдар юҡ,  –  ти Резеда Сәйҙәрова.

Фото: геройҙың шәхси архивынан,

Элина Козлова.

Белорет ҡалаһы.

Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...

Белоретҡа “Башҡорт йорто” рух өҫтәй
Белоретҡа “Башҡорт йорто” рух өҫтәй
Белоретҡа “Башҡорт йорто” рух өҫтәй
Белоретҡа “Башҡорт йорто” рух өҫтәй
Белоретҡа “Башҡорт йорто” рух өҫтәй
Белоретҡа “Башҡорт йорто” рух өҫтәй
Белоретҡа “Башҡорт йорто” рух өҫтәй
Белоретҡа “Башҡорт йорто” рух өҫтәй
Белоретҡа “Башҡорт йорто” рух өҫтәй
Белоретҡа “Башҡорт йорто” рух өҫтәй
Белоретҡа “Башҡорт йорто” рух өҫтәй
Белоретҡа “Башҡорт йорто” рух өҫтәй
Белоретҡа “Башҡорт йорто” рух өҫтәй
Белоретҡа “Башҡорт йорто” рух өҫтәй
Белоретҡа “Башҡорт йорто” рух өҫтәй
Белоретҡа “Башҡорт йорто” рух өҫтәй
Белоретҡа “Башҡорт йорто” рух өҫтәй
Белоретҡа “Башҡорт йорто” рух өҫтәй
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас