Эльза Румбик ҡыҙы Ғәликәева Дүртөйлө районының Ҡайыш ауылында йәшәй.
Улар тормош иптәше Илдар менән биш бала тәрбиәләй. Улдары Айҙар Ғәликәев әле махсус хәрби операцияла, Батырлыҡ ордены менән наградланған.
Эльза Румбик ҡыҙы ире менән үҙҙәрен изге эшкә бағышлаған – Иҫке Байыш ҡарттар һәм инвалидтар өсөн йорт-интернатында оҙаҡ йылдар социаль хеҙмәткәр булып эшләйҙәр, мохтаждарға йылылыҡ һәм хәстәрлек бүләк итәләр.
Эльза Румбик ҡыҙы - һәләтле һәм маҡсатлы, көслө рухлы гүзәл заттарҙың береһе. Һөйөклө әсәй ҙә, хәстәрлекле ҡатын да. Уның был тормошҡа һәр саҡ ыңғай һәм киләсәккә ышаныслы ҡарашта булыуы һәр саҡ һоҡланыу тыуҙыра. Был ыңғай һыҙаттар уның балаларына ла күскән, улар ҙа йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, спорт ярата, башҡаларға өлгө булып тора.
“Башҡортостан” гәзитенең Әсәйҙәр көнө айҡанлы “Бәйләнештә” төркөмөндә уҙғарған “Әсә күңеле – ҡояш йылыһы” конкурсында ҡатнашҡан Эльза Румбик ҡыҙына ғаилә именлеге һәм уңыштар теләйбеҙ!
Фотолар: Эльза Ғәликәеваның ғаилә архивынан.