Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
11 Декабрь 2025, 22:15

“Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы – халыҡты берләштереүсе көс”

– Ошо 30 йыл эсендә хәҙерге Рәсәйҙең бөтә тарихы сағыла: юғары күтәрелеүҙәр, түбән төшөүҙәр, ҡатмарлыҡтар, хаталар, еңеүҙәр – беҙҙең ойошма эшендә быларҙың барыһы ла булды.

“Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы – халыҡты берләштереүсе көс”
“Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы – халыҡты берләштереүсе көс”

11 декабрҙә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында республика Башлығы Радий Хәбиров “Бөтә донъя башҡорттары: халыҡ дипломатияһына 30 йыл – халыҡ-ара һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек юҫығында ижтимағи коммуникациялар” халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашты.

Пленар ултырыш алдынан Радий Фәрит улы Рәсәй төбәктәрендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре вәкилдәре менән аралашты. Араларынан, мәҫәлән, Свердловск өлкәһенән Светлана Ҡалмырҙина һөйләүенсә, уларҙа 30 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Үҙәк күп осраҡта милли мәҙәниәтебеҙ менән таныштыра, уны үҫтерә.

– Беҙ үҙенең тамырҙары, тарихы менән ҡыҙыҡһынғандарға, туған телебеҙҙе өйрәнергә, милли музыка ҡоралдарында уйнарға теләгәндәргә ярҙам итәбеҙ, – тине Светлана Ҡалмырҙина. – Башҡортостан Башлығы гранттары өсөн рәхмәт, улар ярҙамында төрлө саралар, конкурстар үткәрәбеҙ. Мәҫәлән, “Йырлы һүҙ” проекты нигеҙендә мәктәп уҡыусылары башҡорт телен халыҡ йырҙары, уйындары аша өйрәнде.

Ырымбур өлкәһендәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге баш белгесе Аурика Ишҡыуатова билдәләүенсә, башҡа төбәктәрҙә йәшәгән башҡорттарҙа туған мәҙәниәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта. “Әммә беҙгә, мәҫәлән, башҡорт телендәге әҙәбиәт, шул иҫәптән балалар өсөн китаптар етешмәй”, – тине ул.

Радий Хәбиров был мәсьәләне Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто менән берлектә хәл итергә ҡушты.

Пленар ултырышты асып, Радий Хәбиров 1995 йылда эш башлаған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының әлеге көнгә ҡәҙәр оло юл үткәнен, Рәсәйҙең 36 төбәгендәге һәм донъяның 28 илендәге милләттәштәребеҙҙе бергә туплағанын билдәләне.

"Ошо 30 йыл эсендә хәҙерге Рәсәйҙең бөтә тарихы сағыла: юғары күтәрелеүҙәр, түбән төшөүҙәр, ҡатмарлыҡтар, хаталар, еңеүҙәр – беҙҙең ойошма эшендә быларҙың барыһы ла булды. Утыҙ йыл буйына беренсе съездан алып йоғонтоло көскә эйә ойошмаға тиклем ҙур юл үтелде, бөгөн ул Рәсәйҙең 36 төбәгендә һәм донъяның 28 илендә йәшәгән ватандаштарыбыҙҙы берләштерә. Башҡорт ҡоролтайы башҡорт милләтенә ышаныслы рәүештә, абынмай алға барырға мөмкинлек биргән тап шундай көс булып сыҡты. Моғайын, был халҡыбыҙҙың рухи көсөлөр. Ауыр ваҡытта беҙ берләшәбеҙ һәм иң яҡшы сифатыбыҙҙы күрһәтәбеҙ. 1812 йылғы Ватан һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла шулай булды һәм хәҙер, МХО барған ваҡытта, башҡорттар башҡа халыҡтар менән бергә яу яланында иҫ киткес ҡыйыулыҡ, ҡаһарманлыҡ күрһәтә", — тине Радий Хәбиров.

Хәҙерге көндә лә дошмандар берҙәмлеккә, халыҡтар дуҫлығына, милли лидер тирәләй, ил тирәләй берләшеүенә ҡаршы торорға тырыша.

"Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәй Федерацияһында иң күп мәғлүмәт һөжүме тап милли республикаларға йүнәлтелә. Башҡортостан мәғлүмәт һөжүмдәре буйынса беренсе урынды биләй. Ошондай ауыр ваҡытта теләктәшлек, ҡаршы тороуға һәләтле икәнен күрһәткән башҡорт интеллигенцияһы вәкилдәренә ҙур рәхмәт", – тине Радий Хәбиров.

Республика Башлығы Президенттың 2026 йылды Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы тип иғлан итеүен хәтергә төшөрҙө: "Миңә Валентина Ивановна Матвиенконың: "Берҙәмлектә – көс, ә берҙәмлек – төрлөлөктә" тигән һүҙҙәре бик оҡшай. Һеҙ барығыҙ ҙа – башҡорт милләтенең һәм Рәсәй дәүләтенең ысын патриоттары".

Радий Хәбиров шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы активистарына Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Фотолар: башҡортостан Башлығы сайты.

“Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы – халыҡты берләштереүсе көс”
“Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы – халыҡты берләштереүсе көс”
“Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы – халыҡты берләштереүсе көс”
“Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы – халыҡты берләштереүсе көс”
“Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы – халыҡты берләштереүсе көс”
“Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы – халыҡты берләштереүсе көс”
Автор: Дилбәр Ишморатова
Читайте нас