12 декабрҙә Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында башҡорт аттары араһында ҡышҡы сабыштар үтте. Бәйге Рәсәй Конституцияһы көнөнә арналды.
Башҡорт аттары төрлө йәш категориялары буйынса көс һынашты. Дүрт заезд булды. Уларҙың береһе “Башҡорт аты-2026” ат спорты турнирына әҙерлек уңайынан ойошторолдо. Йәнә береһе “Аҡбуҙат” ипподромының баш ветеринар табибы Хәлис Килдеғошовтоң иҫтәлегенә бағышланды. Хәлис Миңлеәхәт улы – Баймаҡ районынан. 1996 йылдан алып ипподромдың алыштырғыһыҙ баш ветеринары булған. Быйыл майҙа оҙаҡ ауырыуҙан һуң баҡыйлыҡҡа күскән. Яҙмышындағы иң ауыр ваҡыттарҙа ла һөнәренә, яратҡан эшенә тоғро ҡалған. Билдәле академик Иван Павловтың “Медицина табибы кешене дауалай, ә ветеринар табип – кешелекте” тигән һүҙҙәрен гелән ҡабатлар булған Хәлис Миңлеәхәт улы. Әлеге сабышҡа уның ҡатыны Зәкиә Миһран ҡыҙы һәм бер туған ҡустыһы Хәйҙәр Миңлеәхәт улы килгәйне. Улар шәхес иҫтәлегенә бағышланған икенсе заезда ҡатнашҡандарға үҙ бүләктәрен тапшырҙы.
Бәйге, һәр ваҡыттағыса, йәнле, үтә сәмле барҙы. Һөҙөмтәлә турнирҙың еңеүселәре түбәндәгесә:
1-се заезд еңеүсеһе – Бүздәк районынан “Күбәләк” ҡушаматлы атта Фидан Ғәйфуллин;
2-се заезда – Архангел районынан “Намаҙ” ҡушаматлы атта Радик Федоров;
3-сө заезда – Бөрйән районынан “Аждаһа” ҡушаматлы атта Фидан Мәзитов;
4-се заезда – Дәүләкән районынан “Малыш” ҡушаматлы атта Айнур Йәнекәев.
Еңеүселәрҙе “Аҡбуҙат” ипподромы директоры Руслан Фәйзуллин, уның урынбаҫары Азат Юлдашбаев ҡотлап, кубоктар тапшырҙы, артабан да ҙур уңыштар теләне.
Турнирҙа йәш быуын вәкилдәренең күп булыуы, ихлас ҡатнашыуы айырыуса һөйөнөслө. Мәҫәлән, Архангел районынан Айдамир Әсәҙуллиндың исеме был майҙанда билдәлегә әйләнә бара. Ул әлеге сараның өс заезында жокей булараҡ сабып, уңыш ҡаҙанды, ҙур өмөттәр бағлатты.
Фотолар: “Аҡбуҙат” ипподромы төркөмөнән.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...