Был юлы инде ҡул да буш түгел. Мин сепрәк моҡсай тотҡанмын, өләсәйем - тимер тас. Тас тулы. Эсендә йүкә йыуғыс, миндек, кер һабыны. Моҡсай эсендә таҫтамал, алмаш кейем ята.
Бына белдегеҙ инде беҙҙең ҡайҙа барғанды. Эйе, мунсаға китеп барыуыбыҙ.
Яңғыҙ йәшәгән әбейҙәр ҡыштың ҡаты селләһендә яғылған мунса әрәм булмаһын тип мунсаға саҡырыша ине. Сөнки шул уҡ утын яғыла, әллә күпме һыу йылытыла. Ә инеүсе берәү генә. Эҫе лә, һыу ҙа артып ҡала. Тағы ике-өс кешегә етерлек була әле ул. Шунда теге әхирәт-әбейҙәр иҫкә төшә. Мәле еткәс кенә әйтелә. Кис еткәндә уйламаҫтан сығып китәһең.
Хужабикә беҙ барыуға инеп сыҡҡан. Әйҙүк, йәһәт тә йәһәт, тип мунсаға ебәрә. Ул ваҡыттарҙа мунсалар ҡара ғына ине. Мунса ҡара булһа ла, ҡырып йыуылған, таҙа. Утын йәлләп тормай ҡыҙыу яғалар.
Мунсаға инеү менән ташҡа һыу һибеп ебәрә өләсәйем. Ша-а-ж-ж итеп ҡала таш. Сабынғың киләме-юҡмы һорап тормай, сабындыра ла башлай. Сәсемде эркет менән йыуып, ҡаты ышҡып, мине сырылдатып сайындырып та ебәрә. Сырылдауым да шунан: әллә нишәп ҡолағыма һыу инә тип ҡурҡа инем.
Сайындырып, ҡоротоп, ике ҡат байка күлдәк кейҙерә, башыма яулыҡ, аяғыма ике ҡат гамаш, йөн нәски, быйма, бәлтә, башыма тағы ла дебет шәл, бөтәһенең өҫтөнән шаҡмаҡ шәл бәйләй. Мунса эҫе, мин ҡат-ҡат кейенгәнем, ыш-пыш киләм. Шунан мине теге әбейҙең өйөнә индерә лә үҙе мунсаға китә.
Ул ваҡытта инде хужабикә мине саҡ сисендереп сәй эсергә ултырта. Өләсәйем мунсанан сыҡҡансы, өй эсендә булған серҙәрҙе теге әбейгә сисеп биреп, тирләп-бешеп сәй эсәм. Өҫтәтеп-өҫтәтеп тороп.
Өләсәйем сыҡҡас, тегеләр тағы сәй эсә. Мин инде мунсанан, тәмле сәйҙән һуң иҙрәп әүен баҙарына китә генә башлаһам, өләсәйем "ҡайттыҡ" ти. Мине тағы ла кәбеҫтәләй итеп кейендереп ҡайтырға сығабыҙ. Ҡулда шул уҡ тас, моҡсай. Ҡар аяҡ аҫтында шығыр-шығыр, ҡыршт-ҡыршт...
Иҫләүемсә, өс әбейҙең мунсаһына йөрөгәнбеҙ. Өләсәйем дә буш ҡалмай, мунса яҡҡан һайын береһенә әйтергә тырыша.
Оҡшай ине миңә шулай мунсаға йөрөүе. Тик бер ваҡиғанан һуң туҡтаным. Өләсәйем әрләп тә ҡараны, тыңлата алманы. Аҙаҡ үҙендә генә миңә тип йыш мунса яғырға тырышты.
Ете йәштәр тирәһе ине. Мин Зөһрә менән клубҡа һинд киноһына киттем. Кино ҡарау һирәк эләгә. Кино клубта йыш булһа ла, һирәк ебәрә ине шул өләсәйем. Шулай, кинәнеп китеп кино ҡарап ултырһам, клубтың ишеге шар асылды. Бөтәһе лә ишек яғына ҡараны. Унда ҡулына тас тотҡан өләсәйем тора ине. Бәләкәй генә клубты яңғыратып: "Фирүзә, әйҙә мунсаға!"- тине. Минең ҡайһы тирәлә ултырғанымды ла белмәй, әммә клуб эсендә бар икәнемде белә. Мин оялышымдан ултырғысҡа һеңдем. Өләсәйем тағы берҙе ҡаты ғына итеп ҡабатланы: "Фирүзә, әйҙә мунсаға!"
Һикереп тороп өләсәйемә эйәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Мунса шәп нәмә лә ул, тик ҡаралмай ҡалған кино, йәштәштәреңдең пырхылдап көлөүҙәре мине ғәрләндерҙе лә ҡуйҙы. Шунан башлап кеше мунсаһына барманым.
Фирүзә Әбдрәхимова иҫтәлектәренән.
Ә шулай ҙа мунсаға булған һөйөү һүнмәне, һүрелмәне. Шыңғырлап торған һыуыҡта, ҡарҙы шығырлата баҫып атлап барыу үҙе бер бәхет ул. Эҫе мунсанан сығып һалҡын һауаны күкрәк тултырып тын алаһың да: "О, шәп булды, иртәгә тағы яғырға кәрәк,"- тигән уй менән өйгә йүнәләһең...
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!