Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
17 Декабрь 2025, 20:10

Голландиянан сәләм юллағандар!

1813 йылдың ноябрендә башҡорт полктары казактар менән бергә Эйссель йылғаһын һуғышып аша сыға. Улар менән генерал фон Бенкендорф командалыҡ итә. Был ваҡиға Нидерланд Короллеген Наполеон баҫҡынсылығынан азат итеүгә башланғыс һала.

Ошо тарихҡа арнап, 2018 йылда Нидерландта һыбайлы башҡорт яугиренә һәм генерал А.Х. Бенкендорфҡа бронзанан һәйкәл ҡуйылды.

Был Хеерде һәм Олст-Вейе муниципалитеттары башланғысында бойомға ашырыла. Башкорттарҙың яугирлеген бар донъяға хәтерләтеп торған һәйкәлде сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә һис онотмай. Ике йылға бер мәртәбә бында саралар ойоштороп киләләр.

Быйыл сираттағы сағыу мәҙәни сара үткән һәм был хаҡта Германияла йәшәүсе яҡташыбыҙ Ирек Байышев хәбәр итеп, сәләмен еткергән.

Әйткәндәй, һыбайлы башҡорт яугиренә һәйкәлдең бейеклеге 3,5 метр, постаменты - 4 метр бейеклектә.

Унда башҡорт һәм рус телдәрендә шундай яҙыу бар: "1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан легендар башҡорт полктарына".

Голландиянан сәләм юллағандар!
Голландиянан сәләм юллағандар!
Голландиянан сәләм юллағандар!
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас