Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
22 Декабрь 2025, 18:15

Башҡорттарҙың даны төпкөлдән килә

Голландияла яугирҙәребеҙгә һәйкәл бар.

Башҡорттарҙың даны төпкөлдән килә
Башҡорттарҙың даны төпкөлдән килә

Тамырҙарын белгән, тарихын өйрәнгән, хөрмәтләгән  халыҡтың  киләсәге лә өмөтлө. Башҡорт халҡы  борон-борондан һуғышсан, ҡурҡыу белмәҫ яугирҙәре менән билдәле. 1812 йылғы Ватан һуғышында ла башҡорт полктары ҡыйыулығы менән дан тотҡан. Уҡ-һаҙаҡтар менән ҡоралланған, мәргән атҡан башҡорт яугирҙәрен француздар “Төньяҡ амурҙары” тип атай.

Рәсәй армияһының Европала Наполеон ғәскәрен еңеп сығып, уны тәхеттән бәреп төшөрөүҙә башҡорт атлылары еңеүгә тос өлөш индерә. Ә инде сит илдә лә башҡорттарға һәйкәл ҡуйылыуы, уларҙың батырлығы тураһында хәтерләүҙәре күңелдә атай-олатайҙарыбыҙға ҡарата тәрән ихтирам уята.

Күптән түгел, декабрҙең бер көнөндә, Голландияның Хеерде районының Вейссен ауылында уҙғарылған осрашыу ҙа быға дәлил булып тора. 1814 йылда  Рәсәй ғәскәрҙәренең Нидерландты француздарҙан азат итеү ваҡиғаларына арналған сара башҡорттарҙың данлы тарихын йәнә бер иҫкә төшөрҙө, сөнки ул осорҙа уҡ халҡыбыҙ был ваҡиғала мөһим роль уйнай.    

Ул осорҙа  башҡорттар казактар менән бергә Эйссель йылғаһы аша сыға. Был армия менән генерал Бенкендорф етәкселек итә. Йылға аша сыҡҡанда башҡорттар понтон күперен төҙөүҙә айырыуса ҙур оҫталыҡ күрһәтә. Был турала Германияның Лейпциг ҡалаһында йәшәүсе яҡташыбыҙ Ирек Байышев түбәндәгеләрҙе һөйләне:

– Голландияла булғанда бер тарихи картинаны күрҙем. Унда башҡорттарҙың Эйссель йылғаһы аша кәмә күперен төҙөгән мәле һүрәтләнгән. Был йылға аша тотош ғәскәр үтә. Армияға генерал Бенкендорф етәкселек итә. Һуңынан башҡорттар казактар менән бергә Амстердамға юллана. Был ҡалаға иң беренсе булып башҡорт һыбайлылары килеп инә. Был билдәле тарихи факт. Миңә әлеге картинаның төп нөсхәһен һаҡлаған ҡатын менән танышырға тура килде. Уның ҡарт ҡарт олатаһы ошо һүрәтте төшөргән булған, – тип һөйләне милләттәшебеҙ. 

Был ваҡиға Нидерланд Короллеген Наполеон баҫҡынсылығынан азат итеүгә башланғыс һала. Ошо тарихҡа арнап, 2018 йылда Нидерландта һыбайлы башҡорт яугиренә һәм генерал  Бенкендорфҡа бронзанан һәйкәл ҡуйыла. Ул  Эйссель йылғаһы ярында Хеерде һәм Олст Вейе муниципалитеттары сигендә урынлашҡан. Әйткәндәй, һыбайлы башҡорт яугиренә һәйкәлдең бейеклеге 3,5 метр, постаменты - 4 метр.

Унда башҡорт һәм рус телдәрендә шундай яҙыу бар"1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан легендар башҡорт полктарына".

Ике быуаттан ашыу ваҡыт үтһә лә нидерландтарҙың  башҡорт һалдаттарының изгелеген онотмауы атай-олатайҙарыбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғолары уята. Илдәрен илбаҫарҙарҙан ҡотҡарған  ҡыйыу башҡорт атлыларына рәхмәт билдәһе лә.  

Башҡорт һуғышсыларының батырлығын бөтә донъяға данлаған был һәйкәл сит илдә йәшәгән милләттәштәребеҙ өсөн дә ғорурлыҡ. Даими рәүештә унда саралар ойошторолоп тора.

Яңыраҡ Вейссен ауылында ойошторолған иҫтәлекле сарала ҡатнашып, халҡыбыҙҙың шул осорҙағы батырҙарын хәтергә төшөрөүен билдәләне унда ҡатнашҡан милләттәшебеҙ Ирек Байышев.     

–Ике йылға бер тапҡыр  кескәй  фестиваль үткәреп торабыҙ.  Быйыл уны Голландия яғынан Геелвинк  музейы һәм “Любизар” 1-се башҡорт полкының Европалағы вәкиллеге  ойошторҙо.  Был сараның маҡсаты – голландтар һәм башҡорттар араһында дуҫлыҡты нығытыу. Беҙҙе Голландия халҡы бик йылы ҡабул итә, матур итеп ойошторалар. Был осрашыуҙа Польша, Германиянан башҡорт диаспоралары: Циммерман, Ҡужин, Штоббе, Йәрмөхәмәтовтар, Байышевтар ҡатнашты. Осрашыуҙан һуң фәнни-ғәмәли конференция ла үтте. Ундағы сығыштарҙа һүҙ рус ғәскәрҙәре, шул иҫәптән башҡорттар тарафынан  Голландияны азат итеү тураһында барҙы. Быйылғы байрамдың йәмле үҙенсәлеге тураһында ла әйтеп үтер инем. Германияның төньяғында ғаиләһе менән йәшәүсе милләттәшебеҙ Йәмилә Йәрмөхәмәтова ике башҡорт бейеүе менән сығыш яһаны. Уның береһе “Бөрйән ҡыҙҙары” ине. Бейеү шул тиклем матур килеп сыҡты. Беҙҙең сараның йәмле бер биҙәге булды, – тип һөйләне әңгәмәсем.

Был байрам барышында яҡташыбыҙ Ирек Байышев Бургамистр Олаф Принсенға уҡ бүләк итә. Башҡорттарҙың уҡ-һаҙағы бөгөн дә үҙенең бәҫен юғалтмай. Йәш быуын араһында ла йәйәнән уҡ атыуға ҡыҙыҡһыныусылар артыуы - атай-олатайҙарыбыҙың боронғо һөнәренә хөрмәт билдәһе.

Хәҙер инде 30 йыллап Германияла ғүмер итеүсе милләттәшебеҙ Ирек Байышев тыуған Башҡортостанына бик йыш ҡайта алмай, шулай ҙа йәнтөйәгенән йыраҡта ла башҡорт милләтен данлап йәшәй, уның тарихын онотмай.

Халҡыбыҙҙың көслө рухы уның булмышында ла сағыла.

Фотолар Ирек Байышевтыҡы.

Башҡорттарҙың даны төпкөлдән килә
Башҡорттарҙың даны төпкөлдән килә
Башҡорттарҙың даны төпкөлдән килә
Башҡорттарҙың даны төпкөлдән килә
Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас