Күңел мәңге йәш
Учалы районыныфң Рафиҡ ауылында Ҡадурий ағайҙың атаһы Әбдрәхим Фазлетдиновты халыҡ яратып «коммунист мулла» тип йөрөткән. Ул шахтер булып эшләгән, дини яҡтан белемле булыуы арҡаһында, уға ауылдаштары һәр ваҡыт үтенес менән мөрәжәғәт иткән. Абруйлы аҡһаҡалдың ғаиләһендә биш ҡыҙ араһында үҫә Ҡадурий. Ҡатын-ҡыҙға иғтибарлы, йомшаҡ һүҙле, нескә күңелле, әммә һүҙендә тороусан, яуаплылыҡ сифаттары менән буй еткерә Тиләү ырыуы егете.
Әлшәй районының Сурай ауылында тыуып үҫкән Мең ырыуы ҡыҙы Миңзәлә бала сағында әсәһенең һәр ваҡыт “кешенең һәйбәт яғын күрә белергә кәрәк” тигән нәсихәтен тота. Үҙе лә кешеләргә ыңғай яғы менән асыла. Әсәһенең таңдан уятып, тәмле йоҡаның береһен ашатып, икенсеһен ҡулына тоттороп, күрше ауылға мәктәпкә оҙатыуын, йылғаға һалынған баҫма аша йәйәүләп белем алырға тип сығып китеүен хәтерләй Миңзәлә.
Әсәһе Ғәлиә апай бик сибәр ҡатын була, йырлағанда тауышы селтер шишмә кеүек ағыла, бер ваҡытта ла уфтанғанын, ауырыйым, тип ятҡанын күрмәй ҡыҙы. Һигеҙ сабыйын да бик яратып, шатланып бағалар.
“Атайым заманына ҡарата уҡымышлы ине. Күп балалы ғаиләлә үҫкән. Аслыҡ йылдарында башҡорт ауылдарында балаларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн Себергә ебәргәндәр. Атайым староверҙарға эләккән. Русса уҡырға-яҙырға өйрәнгән, эш рәтенә төшөнгән уларҙан. Илгә муллыҡ килгәс, ситкә ебәрелгәндәрҙе йыйып алып ҡайтҡандар.
Инәйем менән өйләнешкәс, һуғыш башланған. Ғаиләһе менән хушлашып та өлгөрмәй, бер ауылдаш аша, Ғәлиәгә әйт, мине һуғышҡа алдылар, тигән хәбәре генә килеп етә. Севастополь өсөн яуҙа ҡатнашып, ҡаты яралана. Ғүмерлеккә сатан булып ҡала, әммә иҫән ҡайта.
1943 йылда – апайым, 1946 – йылда мин, 1948 йылда ҡустым тыуған. Атайыбыҙ фельдшер булып эшләне. Тырантастар, кошовкалар үреп, уларҙы ҡараға буяп ҡуйһа, һоҡланып туймаҫтар ине. Инәйем – ҡул эштәре оҫтаһы: балаларына бөтә нәмәне бәйләп кейҙерҙе. Ҡулдан текте. Өҫтөбөҙ таҙа, бөтөн булды. Ике эшсән кеше ғаиләһендә балалар ҙа тәрбиәле үҫте”, – ти Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы.
Ауылым – рух мәккәһе
Бергәләшеп икеһенең дә туған ауылдарында иман йорто һалдыра Фазлетдиновтар. Учалы районында Рафиҡта “Әбдрәхим” мәсете Ҡадурий ағайҙың ата-әсәһенә бағышлап төҙөлһә, Әлшәй районы Сурайҙа асылған “Ағинәй” – Миңзәлә апайҙың яҡташтары менән бергәләп булдырған ғибәҙәтхана.
Ҡадурий Әбдрәхим улы, ғаиләһе менән кәңәшләшеп, тыуған ауылында атаһы иҫтәлегенә иман йортон төҙөүҙе сәбәп иткәс, был изге эшкә ауыл халҡы ихлас ҡушыла. Мәсет бинаһын күтәргәс, Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы, йәйгелеккә Рафиҡ ауылына килеп, ире менән бергә төҙөлөш эштәрендә ҡайнай. Мәсетте тантаналы рәүештә асҡандан һуң, Рәсәй Диниә назаратының мосолмандар идаралығы ҡарамағына тапшыралар.
Фазлетдиновтар, шулай итеп, үҙҙәренең рухи бурыстарын үтәй, әммә улар ауылдаштары менән бәйләнештәрен өҙмәй. Рафиҡ ауылына ла, Сурайға ла йыш ҡайталар, халыҡ мәсеткә йөрөймө-юҡмы, ололар һәм балалар араһында Ислам нигеҙҙәре өйрәнеләме – барыһы менән дә ҡыҙыҡһынып торалар. Мәсет ауыл халҡын берләштереп кенә ҡалмай, унда барлыҡ мосолман йолалары теүәл үтәлә, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, шағирҙар, артистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар ойошторола. Изге йортҡа үҙҙәренең борсолоуҙары менән килгән һәр кеше унан үҙенә йән тыныслығы таба.
Фазлетдиновтар ғаиләһенең гүзәл өлгөһө – халҡыбыҙҙың боронғо традицияларын тергеҙеүҙә, тыуған ергә тоғролоҡ һаҡлау кеүек матур сифаттар тәрбиәләүҙә үҙе бер матур күренеш ул. Рафиҡ ауылына унда йәшәүселәр генә түгел, тирә-яҡ ауылдарҙан да киләләр – улар барыһы ла рәхмәт әйтеп бөтә алмай. “Әбдрәхим”, “Ағинәй” мәсеттәре, Аллаға шөкөр, бөгөн изге урынға, иман тәрбиәләү усағына әйләнгән.
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап, Әлшәй районының Сурай ауылында һәйкәл ҡуйыу ҙа Фазлетдиновтарҙың тырышлығы һәм сығымдары менән атҡарыла. Билдәле шағир Мәүлит Ямалетдиндең “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” китабын баҫтырыуҙы ла матди яҡтан Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты менән берлектә улар хәстәрләне. Бик күп әҙәби китаптарҙың, “Тамыр” балалар студияһының бағыусылары булып сығыш яһаусылар ҙа – улар.
Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙының: “Aуылыбыҙҙан 189 кеше изге яуға киткән, шуларҙың 67-һенә генә кире әйләнеп ҡайтыу бәхете яҙған. туғыҙ йыллыҡ мәктәбебеҙ, мәсетебеҙ гөрләп эшләп тора. Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыусыларға арнап бынамын тигән һәйкәл ҡуйҙыҡ!” – тип һөйләүендә ғорурлыҡ та, яуаплылыҡ та сағыла. Тыуған ауылдарында мәсет һалып, уның эшмәкәрлеген тәьмин иткән, мәктәп коллективына матди ғына түгел, рухи яҡтан терәк булған, республиканың билдәле шәхестәрен саҡырып алып ҡайтып, осрашыуҙар ойошторған, милли матбуғат, китаптар менән тәьмин иткән ғаиләгә нисек һоҡланмайһың инде!
Бәхет утрауында
Билдәле яҙыусы Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллина менән Миңзәлә апайҙың саҡырыуы буйынса Сурай мәктәбенә осрашыуға килдек. Гөлсирә Мирза ҡыҙы һоҡланыуын йәшермәне: Ҡайҙа барһам да, иң тәүҙә балаларҙың һәм өлкәндәрҙең күҙҙәренә иғтибар итәм. Ишектән инеүебеҙгә ауыҙ тултырып “Һаумыһығыҙ!” тип ҡаршылаған балаларҙың балҡыу ҡарашын, уҡытыусыларҙың ҡурсалаусан мөғәмәләһен күреү менән башыма “Ҡайһылай ҡәҙерләп үҫтергән балалар” тигән уй килә. Кешенең “иң бәхетле сағым” тип ғүмер буйы иҫләп, көс алып йәшәр саҡтарын үҙенең ауылындағы мәктәптә, туғандарса мөхиттә үткәреүҙең ни тиклем мөһим икәнен, ни өсөндөр, тап Сурайҙа уйланым.
Ҡадурий Әбдрәхим улы, Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы һымаҡ шәхестәр йәшәүгә ысын мәғәнәһендә дәрт бирә. Донъяла бер кешенең яҡшылығынан бик күп нәмә торғанын, бер сыранан ҡырҡ сыра тоҡандырып булғандай, үҙенең изге ниәте менән бихисап кешеләрҙе матур ҡаҙаныштарға рухландыра алғанын күреп, күңел үҫә. Яҡшылыҡтың, ғәҙеллектең, миһырбандың арабыҙҙа йәшәп ятҡанынан был.
Ә уларҙың үҙ ауылындағы мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары, ауылдаштары менән таныштырырға теләүен бер мәртәбә тип ҡабул иттем. Тормош юлдашы менән икеһе бергә һаҡлап алып ҡалған мәктәп, уның ҡаршыһында ғына һалдырған мәсет, мәсет ихатаһында Тыуған илебеҙҙе һаҡлап һәләк булған яугирҙәргә ҡуйылған обелиск – үҙем барып күргәс, балаларҙы һәм өлкәндәрҙе, ошо мәсеттең имам-хатибының тәрән ихласлыҡ менән әйтелгән доға-теләктәрен тыңлағас, был урын миңә үҙенә күрә бер һөйөү утрауы булып күренде”, – тигәйне ул.
Күп тапҡыр Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы Фазлетдинова “Ағинәй”, “Әбдрәхим” мәсетендәге, Сурай мәктәбендәге сараларға йәлеп иткәне булды. Мәктәпте лә, Аллаһ йортонда, тәртиптә тотоу ғына түгел, ишек, тәҙрәләрҙе яңыртыуҙы, уҡыусыларға компьютер, улар уйнарға өйрәнһен өсөн ҡурайына хәтлем хәстәрләп, үҙ ярҙамынан бер ҡасан да ташламаған хөрмәтле Фазлетдиновтарҙы бында һәр ваҡыт һөйөнөп ҡаршылайҙар.
Мин дә был мәктәпте барып күргәндән һуң, 37 йыл коллективҡа етәкселек иткән Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре Зәкиә Ғәлимйән ҡыҙы Солтангәрәева хаҡында “Балаларға арналған ғүмер” тигән очерк яҙҙым. Күптәр Сурай уҡытыусыларының ҡаһарманлығына һоҡланды. Бер заман, 2012 йылда, Әлшәй районының Сурай ауылында мәктәп ябылыу хәүефе килеп тыуа, сөнки уҡыусылар һаны тейешленән кәм булып сыға. Шул саҡта уҡытыусылар бәләкәй күрше ауылдарҙан район үҙәгендә йәки Дәүләкәндә интернатта ятып уҡырға мәжбүр балаларҙы йәшәргә үҙ йорттарына алып ҡайта, бер тин хаҡ һорамай бушлай ҡарай. Шул рәүешле мәктәп һаҡлап ҡалына.
Гөлсирә апай менән икебеҙҙе балалары, электән ошонда хеҙмәт иткән мөғәллимәләре менән шат йылмайып Зәкиә Ғәлимйән ҡыҙының ҡаршы алыуы күңелгә рәхәт булды. Элекке тәртип, йылылыҡ бында әле лә һаҡлана, тимәк. “2012 йылдан 2020 йылға тиклем балалар ҡараныҡ. Уҡытыусылар өйҙәрендә икешәр, өсәр бала тотто. Уҡытыусыларҙың тормош иптәштәренә рәхмәт, сөнки улар балаларҙы аҙна һайын илтеп ҡуйып, барып алалар ине. Ауыл халҡы ла аңланы. Балаларға ҡулдан килгәнсә ярҙам итте. Уҡыусыларыбыҙҙы тәрбиәләүҙә мәктәп эргәһендә генә торған мәсеттең өлөшө ҙур. Иманлы, тәртипле булып буй еткерҙе улар. Ауыл муллаһы Жәүит Ризуанов хәҙрәттең дә, мәсеткә балалар инһә, тәрбиәүи, әхлаҡи һөйләшеүҙәр үткәреүе уларға тормошта юғалып ҡалмаҫҡа көс бирҙе, ҡанаттарын нығытты. Барыһы ла, үҙ юлын табып, һөнәрле кеше булды”, – тип һөйләгәйне Зәкиә Ғәлимйән ҡыҙы.
Быйылғы уҡыу йылында ла Сурай мәктәбе уҡыусыларын Белем көнө менән ҡотларға, уҡытыусылар коллективы менән осрашырға ашҡынып ҡайтты Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы. “Минең ошо йәшемдә лә предприятиеға етәкселек итеүем, һаман да эшләп йөрөүем, көр тауышым уларға үрнәк булды. Һеҙҙе күргәс, беҙ ҙә дәртләнеп тотонабыҙ эшкә, тип сәмләнеп оҙатып ҡалдылыр”, – тип һөйләй апай, ҡыуанып.
Тәүге хистәр, тәүге яратыу...
1-се республика мәктәп интернат-8-се кластан бергә уҡып, көн дә күрешкән ҡыҙға ҡарата мөхәббәт хистәре бөрөләнеүен һиҙмәй ҙә ҡала Учалы егете. Сығарылыш кисәһе алдынан класташы аша Миңзәләгә хат юллай. Ҡыҙҙың: “Дуҫ булып ҡалайыҡ”, – тигән яуабы күңелен һындырмай. Юлдар Ҡадурийҙы – нефть, Миңзәләне авиация институтына илтһә лә, класс менән осрашып, хәлдәрен белешеп торалар.
...Донъяла барыһы ла шыма ғына бармай. Миңзәлә, ҡышҡы ялда йығылып, дауаханаға эләгә. Йәш ваҡытта бирелгән һынауҙы йәшлек, йәшәү көсө, ынтылыш аша еңеп сығып, уҡыу йортон һабаҡташтарынан ҡалмай тамамлай ныҡыш ҡыҙ. Миңзәләнең һиҙгер йөрәге барыбер ҙә ҡасандыр үҙенә мөхәббәт хистәрен аңлатҡан, хәҙер инде һыу һөлөгө кеүек егеткә әйләнгән Ҡадурийҙы һайлай. Диплом алғас, осрашып, аңлашып, ике йәш йөрәк бергә ҡалырға ҡарар итә.
Ғаилә ныҡлығы – һөйөү вә тоғролоҡта!
Миңзәлә ханымдың: “Табип йәш күренеүемдең серен һораша. Ирем күтәреп йөрөтә, тип яуаплайым. Һеҙ бәхетле, тип йылмайғанға мин дә уны күтәрәм бит, тип өҫтәйем”, – тип шаяртыуында дөрөҫлөк тә бар. Йыһан, Аллаһ тарафынан бүләк ителгән һөйөү бер-береңә иғтибарлы һәм ихтирамлы мөнәсәбәттә булғанда һаҡлана. Ә Фазлетдиновтар бынан 57 йыл элек февраль айында никахлаша. Ҡадурий ағайҙың атаһы Әбдрәхим мулла, Өфөгә килеп, ижәпте үҙе уҡый.
Ғаилә башлығының хәтирәләре ҡыҙыҡлы: “Өфөлә йәшәгән Ғәлиәхмәт ағай менән Менәүәрә еңгәләр, аҡ мендәргә баҫтырып, килен төшөрҙөләр. Иртәгәһенә яҙылыштыҡ та Сурайға киттек. Туй дүрт көнгә һуҙылды ла ҡуйҙы. Көнөнә өс-дүрт өйҙә булдыҡ. Өфөгә ҡайтыуға ҡайғылы хәбәр шаңҡытты: бер туған ғына Нилә апайым мәрхүмә булып ҡалған икән. Шулай Рафиҡ ауылына ла ҡайттыҡ. Инәйем Хафаса Низам ҡыҙы сабыр холоҡло, аҡыллы ҡатын ине. Кәләшемде асыҡ күңел менән ҡабул итте. Фәһимә, Ҡолансәс, Нилә, Нура апайҙарым, Фәлсәфә исемле һеңлекәшем уны үҙ туғандары кеүек ҡаршы алды”.
Бөтә класс менән төшкән фотолағы ҡыҙҙар араһынан “ошо үҙебеҙҙең килен буласаҡ” тип ихлас төртөп күрһәткән апайҙарына өндәшмәй ҡала Ҡадурий, әммә яҙмыш тап үҙе хыял иткән ҡыҙ менән сәстәрен сәскә бәйләгәс, уны ҡәҙерләп, йөҙөк ҡашы итеп балҡыта.
“Етәксе һәләте үҙемдә бар икән тип уйламай ҙа инем. Хәләл ефетем шуны күрә белгән. Бөтәһе өсөн һин үҙең яуаплыһың, тик үҙеңә генә ышанырға тейешһең. Һыуғоярҙы ябып ҡына ҡыҫаларҙа тотоп булмай. Ышанып тапшырҙылар, ҡамасауламайҙар, кәрәк ваҡытта ярҙам итәләр, әммә һуңғы ҡарарҙы үҙем ҡабул итәм – рәхәтләнеп эшлә генә”, – тип бәхетле йылмая тормошта үҙ урынын, тәғәйенләнешен тапҡан Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы.
Һөйөү нигеҙе
“Эшебеҙгә эшҡыуарлыҡ тип ҡарамайбыҙ. Фәнни-техник етештереүҙе дауам итеп, шуны үҫтерәбеҙ. Ышаныслы кешеләр янда булһа, эш ырамлы. Торбаларҙың эсен таҙартыу өсөн ҡорамалдарҙы үҙебеҙ уйлап табып эшләп сығарабыҙ. Ҡатынымдың үҙенең бер тармағы. Ике улыбыҙ – Азамат һәм Ринат – ныҡлы терәгебеҙ. Улар икеһе лә, ошо фирмаларҙың киләсәктә уңышлы предприятие булып ҡалыуын хәстәрләп, эште лайыҡлы дауам итергә әҙер, – ти Ҡадурий Әбдрәхим улы. – Өйҙә тыныслыҡ булһын өсөн эште бүлешмәү мөһим. Иҙән, кер йыуыумы, донъяуи эштәрҙе бергәләп, кемдең ваҡыты бар, шул башҡарырға тейеш. “Мин – баш, ирмен” тип кенә йәшәп булмай. Ҡамасауламайынса, бер-береңде тыңлай белеп, ишетеп, кәрәк ваҡытта иңеңде ҡуйып, ышанып, ҡәнәғәт булып йәшәү – ғаиләләге татыулыҡтың төп нигеҙе”, – ти ғаилә башлығы.
Байтаҡ тормош тәжрибәһе туплағас, үҙ эштәрен асҡан улар. Фазлетдиновтар ойошторған ”Семигорье” һәм “Румикс” фәнни-етештереү фирмалары халыҡ-ара һәм Рәсәйҙә үткәрелгән абруйлы конкурстарҙа еңеп сыға, төрлө премиялар, миҙалдар, донъя һәм Рәсәй кимәлендәге кубоктар яулай. 2015 йылда, мәҫәлән, Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы менән Ҡадурий Әбдрәхим улы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының Ҡазанда үткән “Перспектива – Төбәк” конгресында ҡатнашып, “Төбәктең алтын фонды” орденына лайыҡлы булды, шулай уҡ “Республика Башкортостан” гәзите редакцияһы ойошторған “Йыл кешеһе” республика конкурсында еңде.
“Йәшәлгән йылдарыбыҙ – байлығыбыҙ, тип алтмышымда алтын миҙгелемде кисереүемде аңлаһам, етмешемә шатлыҡ тауына артылғандай елкенеп аяҡ баҫам, һикһәндә – барыһы ла рух ныҡлығына нигеҙләнеүен аңлайым. Аллаһ Тәғәләмә һыйынам”, – ти Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы. 60 йәштә инглиз телен өйрәнеүҙе маҡсат итеп, 4-се курс студенттары менән шөғөлләнә башлағас, илке-һалҡы ғына йөрөгән егет-ҡыҙҙарға, баш сайҡап, һеҙҙе предприятиема эшкә алмаҫ инем, тиеүе, тегеләргә сәмләнеүгә бер этәргес була. Юғиһә, тел белмәгәс, сит илдәрҙән килгән эшҡыуарҙар менән нисек аралашасаҡтар?!
“Үҙемдән байтаҡҡа йәшерәктәр, эшмәкәрлегемде күҙәтеп, 60 йәш әле ҡарт түгел, ә йәшәргә була икәненә төшөнә. Кәрәкме, кәрәкмәйме – аңлатырға түгел, ә үҙем һау, өлгө булырға тейешмен. Ә уның өсөн күңелең, тәнең һаулығы шарт”, – тип иҫәпләй ул.
Алтын мәлем, тип әйтерлек тә шул, Ҡадурий ағай менән бергәләшеп Мәккәгә хаж ҡылыуҙары, Лондондан алтын стандарт тажын алыуҙары тап ошо осорға тура килә. Етмештәренә иһә рухиәтебеҙ һағында тороусылар, үҙ-үҙенә, яҡындарына ышанған һәм бәхет өләшкән шәхестәр булып, ҙур уңыштар менән килһәләр, һикһәндәрен инде абруйлы аҡһаҡал, ағинәй булып ҡаршылай Фазлетдиновтар.
Миңзәлә апай менән Ҡадурий ағай ейән-ейәнсәрҙәр һөйөү бәхетен татыған. Улдарының килендәре менән мөхәббәттә йәшәүҙәренә, үҙҙәренә алмаш булып үҫеүҙәренә һөйөнәләр. Мең ырыуы ҡыҙы менән Тиләү егете ҡорған ғаиләнең ныҡ, ышаныслы булыуының нигеҙе – мөхәббәттә, бер-береһенә хәрмәттә. Күркәм парҙар – илебеҙ ҡото, рухиәтебеҙ таянысы. Собханаллаһ, күҙ теймәһен. Йөрәктәр һөйөү менән берекһен, ошондай татыу ғаиләләр ишәйһен.
ТӘБРИКЛӘҮ
Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы Фазлетдиноваға.
Таң менән мин һеҙҙе ҡотларға ашығам,
Гүйә, мин ҡысҡырам менеп тау башынан:
Донъяны һеҙ тотҡан изгелек ҡотҡара!
Бәхеткә әйләнеп, янында ҡот бара!
Гүйә, мин менәмен бейек тау башына,
Һөйләшкән ваҡытта, килгәндә ҡаршыңа.
Күңелде үҫтерер, әйҙәр тик хыялға...
Маҡсатҡа етергә, тиң булып ҡыянға.
Һынауҙы үтергә, кешесә, сыҙамлы,
Тәүәккәл булғанда, аҙымың ырамлы...
Мин һеҙҙе бөгөн дә ҡотларға ашығам!
"Яратам!" тип әйтәм тауҙың иң башынан!
Фотолар: ғаилә архивынан.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!