Өфөлә Башҡортостандың ветерандар советының элекке рәйесе Марат Муллағәләмов 96-сы йәшендә арабыҙҙан китте.
Марат Сабит улы 1930 йылдың 7 ноябрендә Белорет районының Сермән ауылында тыуған. Өфө авиация институтын тамамлаған, Өфө моторҙар эшләү заводында инженер-механик булып эшләгән.
1962 йылдан партия эшендә була. 1965-1979 йылдарҙа – Халыҡ депутаттарының Стәрлетамаҡ ҡала советы рәйесе. 1979-1986 йылдарҙа — БАССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары, 1986-1990 йылдарҙа – “Башнефть” производство берекмәһенең генераль директоры урынбаҫары.
20 йылға яҡын ул Башҡортостан Республикаһының Һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының советын етәкләй.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм ҡаҙаныштары өсөн Салауат Юлаев орденына лайыҡ була, өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, “Почет Билдәһе” һәм “Еңеүгә индергән өлөшө өсөн” ордендары, күп һанлы миҙалдар менән бүләкләнә.
Хушлашыу 28 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 10-да Өфөлә, Сәскә урамы, 2/3 адресы буйынса уҙа, 15:00 сәғәттән Белорет районының Сермән ауылында, Калинин урамы, 25 (Сермән ауыл күп функциялы клубында).
Фото: "Белорецкий рабочий" гәзитенән алынды.