Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
30 Ғинуар , 00:10

"Ташлама, әсәй" буйынса кино төшөрөлгән

Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, билдәле яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтан: “Ҡаҙаҡтар төшөргән фильмды ҡайҙан күреп була? Башҡортса тәржемәһе буласаҡмы?” –  тип  йыш  ҡыҙыҡһыналар икән. Айгиз Ғиззәт улының яуабы ошолай...

"Ташлама, әсәй" буйынса кино төшөрөлгән
"Ташлама, әсәй" буйынса кино төшөрөлгән

 – Әлегә  фильмды законһыҙ күсермәләр эшләй алмаһындар өсөн, онлайн платформаларға сығармайҙар, ул тик Ҡаҙағстан кинотеатрҙарында ғына күрһәтеләсәк. Уның ҡарауы, Урта Азия илдәренә дубляж эшләп, шул телдәрҙә сығарырға планлаштыралар.

Айгиз Баймөхәмәтовтың повестары буйынса Ҡаҙағстанда төшөрөлгән “Тастамашы, ана” фильмын кинокомпания киләсәктә башҡорт теленә тәржемә итергә әҙер, тик тәүҙә уны автор үҙе күреп хуплауы зарур.  

Бынан тыш,  Башҡортостан киностудияһы төшөргән фильм да прокатҡа әҙерләнә. Өс повесть нигеҙендә төшөрөлгән фильм  "Не оставляйте нас" тип атала. Уның режиссеры Вилүрә Иҫәндәүләтова әле кино сығарыу буйынса ең һыҙғанып эшләй. Премьераһы быйылғы йәйгә тиклем тип көтөлә.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!    

Автор: Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас