Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
6 Февраль , 18:30

Ҡыҙҙарға яулыҡ килешә

1 февраль Бөтә донъя яулыҡ көнө билдәләнә, ул 2013 йылда барлыҡҡа килгән рәсми булмаған байрам һанала. Яулыҡ милләтенә, диненә, социаль статусына ҡарамаҫтан, Ер йөҙөндәге бөтә ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштергән тыныслыҡ һәм татыулыҡ билдәһе тип иҫәпләнә.

Ҡыҙҙарға яулыҡ килешә
Ҡыҙҙарға яулыҡ килешә

Әбйәлил районының Ҡусҡар ауылында ла был байрамды күптән үткәреп киләләр икән. Уҙған йылдарҙа байрам иҫтәлек-хәтирәләргә, кизе шәлдәр, француз яулыҡ тарихына арналған булһа, быйылғыһын улар бәйләнгән шәлгә арнаған. Сара уҙғарылған китапханала яулыҡ тураһында яҙылған шиғырҙар авторҙарының китаптарынан күргәҙмә эшләгәндәр. “Шәл бәйләнем” тип исемләнгән  күркәм байрамда ауылдың оҫта шәл бәйләүселәре һәм әсәй-ҡәйнәләренең ҡомартҡылары – дебет шәлдәрен һаҡлаусылар ҡатнашҡан.

– Шәл бәйләү оҫтаһы Ғәйнур инәй Дәүләтбаеваға 83 йәш. Уның хатта атлап барғанда ла ҡулынан бәйләмен төшөрмәүен хәтергә алдыҡ. Рәйлә еңгәй Сәйфуллинаны ла ауылдаштары уңған оҫтабикә булараҡ белә. Сулпан Дәүләтбаева, Флүрә Таһирова, Ғәйнур Дәүләтбаева, заманында алдынғы булып танылған һауынсылар, йәйләүгә китергә машина көткәндә лә шәл бәйләүҙәрен иҫкә алдылар. Педагогик хеҙмәт ветераны Гөлдәр Хәтип ҡыҙы ул осорҙағы хеҙмәттәрҙең тик ҡул көсө менән башҡарылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алһа, Фәһимә апай, Ғәрибә, Дилә еңгәйҙәр шәл бәйләргә мәктәптә хеҙмәт дәрестәрендә өйрәнеүҙәрен һөйләне. Гүзәл Ғәбитова әсәһе һәм ҡәйнәһенең ҡомартҡы шәлдәре хәтирәләре менән бүлеште. Ғәйнур һәм Сулпан Дәүләтбаевалар, Рәйлә Сәйфуллина, Хәнифә Мәхийәнова бишәр балаға ғүмер биреп, матур тормош юлына сығарғандар, – тип уртаҡлашты сараны ойоштороусы һәм алып барыусы китапханасы Гөлниса Низам ҡыҙы Ниғмәтуллина. Әйткәндәй, ул
оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй, мәктәп ябылғас, китапханасы булып күсә.

Ауылдағы бөтә сараларҙы ойоштороусы ла ул, 12 йыл ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булып эшләй, 2-се саҡырылыш Гусев ауыл советы депутаты, улы МХО башланғандан яугирлек юлына баҫҡан, ҡыҙы Гөлфиә “Осҡон”гәзите редакцияһында эшләй, шиғырҙар яҙа.

Шәл тураһында һөйләшкәндә борон уны көрөҫ менән һуғыуҙары, йөндө төрлө төҫкә буяуҙарын хәтерләп һөйләп ала апайҙар.  Аҡ яулыҡ тыныслыҡ һәм теләктәшлек символы булыуын иҫәпкә алып, илебеҙгә тыныслыҡ теләп доға ҡылған аҡ яулыҡ ябынған апай-инәйҙәр. Доғаларығыҙ ҡабул булһын! Үҙегеҙ имен-һау булығыҙ, рух һаҡсылары!

Гөлназ ҠОТОЕВА.

Әбйәлил районы, Ҡусҡар ауылы.

Фотоһүрәттәрҙә: Ҡусҡар ауылы ҡатын-ҡыҙҙары.  Өҫкө рәттә – Ғәрибә Хәкимова, Флүрә Таһирова, Дилә Ҡаһарманова, Хәнифә Мәхийәнова, Гөлниса Ниғмәтуллина, аҫҡы рәттә - Рәйлә Сәйфуллина, Сулпан Дәүләтбаева, Ғәйнур Дәүләтбаева, Гөлдәр Миңдейәрова.

Ишҡол ауылы ҡыҙы Флүрә Таһирова.

Фәһимә Солтанғолова, хаҡлы ялдағы медицина хеҙмәткәре, Когалымда эшләп, тыуған ауылы Ҡусҡарға йәшәргә ҡайтҡан.

Китапханасы Гөлниса Ниғмәтуллина.

Ҡыҙҙарға яулыҡ килешә
Ҡыҙҙарға яулыҡ килешә
Ҡыҙҙарға яулыҡ килешә
Ҡыҙҙарға яулыҡ килешә
Ҡыҙҙарға яулыҡ килешә
Ҡыҙҙарға яулыҡ килешә
Автор: Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас