Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
10 Февраль , 20:30

"Бөгөн бик аҡыллы булыуым ихтимал, иртәгә шыр диуана, тиеүҙәре бар"

Йәш, һәләтле, сағыу. Фекерле, йор һүҙле әңгәмәсе. 15 йәштән ҙур сәхнәне яулаған, көслө тауышы менән ике республика тамашасыһын да арбаған моңло йырсы. Ҡайһы саҡта ҡылыҡтары менән виртуаль ҡыҙыҡһыныусыларҙы хайран иткән блогер. Һеҙ яратҡан Гөлназ Асаева менән "Башҡортостан" гәзите өсөн әҙерләнгән ҙур махсус интервьюла бөгөн һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған күп һорауҙарға яуап бирәсәкбеҙ. 

"Бөгөн бик аҡыллы булыуым ихтимал, иртәгә шыр диуана, тиеүҙәре бар"
"Бөгөн бик аҡыллы булыуым ихтимал, иртәгә шыр диуана, тиеүҙәре бар"

Хеҙмәтем – халҡым өсөн

Танылған йырсы беҙҙең һорауҙарға яуап бирҙе, ысынбарлыҡ һәм уйҙырмаларҙы асыҡланы

Йәш, һәләтле, сағыу. Фекерле, йор һүҙле әңгәмәсе. 15 йәштән ҙур сәхнәне яулаған, көслө тауышы менән ике республика тамашасыһын да арбаған моңло йырсы. Ҡайһы саҡта ҡылыҡтары менән виртуаль ҡыҙыҡһыныусыларҙы хайран иткән блогер. Быларҙың барыһы ла бер кеше тураһында – һеҙ яратҡан, ҡыҙыҡһынған Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Асаева хаҡында һүҙ.

Интервью эшләргә алдан һөйләшһәк тә, осрашыу ғинуар аҙағына ҡалды: артист тормошо тынғыһыҙ, ул һәр саҡ юлда, тиерлек. Бөгөн Ҡазанда төпләнгән йырсы ике ҡала араһында йәшәй. Өфөлә лә йыш була, сараларҙа, концерттарҙа ҡатнаша, әлбиттә, яҡындарының йылыһын тойоу өсөн дә ҡайта.

Беҙ моңло тауышлы йырсы,  үкенесле яҙмышлы яҡташыбыҙ Вәсилә Фәттәхованың иҫтәлегенә ойошторолған ҙур тамаша ваҡытында һөйләштек. Гөлназ, һис шикһеҙ профессионал: сәхнәгә сығырға әҙерләнгән арала фекер туплап, барлыҡ һорауҙарға яуап биреп өлгөрҙө. Ни өсөн ике телдә сығыш яһай; туған телде һәм мәҙәниәтте һаҡлауҙың ниндәй ысулдары бар; ҡайһы хоккей командаһы өсөн көйә; ғаилә тормошонда ниндәй ҡиммәттәргә таянып йәшәй – ошолар һәм тамашасыларҙы ҡыҙыҡһындырған башҡа ғәмәлдәр хаҡында әңгәмәләштек.  

 

– Бөгөн бында Вәсилә Фәттәхова менән бер йылдарҙа эшләгән, уны яҡшы белгән кешеләр йыйылған. Һин уның менән шәхсән таныш инеңме?

 – Әлбиттә, ул сәхнәлә балҡыған саҡта мин үҫмер генә инем. Вәсилә апай әсәйем, танылған йырсы Лилиә Биктимерова менән яҡындан аралашты, гел күрешеп, аралашып торҙолар. Дуҫ булып йәшәнеләр. Шуға күрә Вәсилә апайҙы бәләкәй саҡтан яҡшы беләм һәм уны бик тә кешелекле, кеселекле шәхес, тип иҫләйем. Ул ғына түгел, төплө, тәрән мәғәнәле ине. Ижады ла булмышының сағылышы кеүек – кешеләрҙең хәтерендә яҡты нур кеүек һаҡлана.

Йылдар үткәс, ижадымда Вәсилә апайҙың мираҫына мөрәжәғәт иттем. Был миҙгелдә уның репертуарынан ике йырҙы башҡарам. Билдәле композитор Урал Рәшитов ижад иткән “Тыуған яҡ елдәре”нең тарихы былай. Юлда йөрөгәндә, ваҡыт булғанда Вәсилә апайҙың йырҙарын, ғөмүмән, тыңларға яратам. Тәүге тапҡыр ишеткәндә, күрәһең, уның мәғәнәһенә артыҡ әһәмиәт бирмәгәнмен. Бер саҡ ошо көй күңелемә ятҡандай булды, әммә иғтибарға алманым. Шулай, сираттағы гастролдә йөрөп ятабыҙ. Тағы ла плейлиста ошо йыр яңғырай... Күңелдә нимәлер “ҡылт” итеп ҡалғандай булды. “Ҡара әле, –  тип әйтәм концерт директорына. – Был бит тап тамашаны асып ебәрә торған йырға оҡшаған!”. Артабан Урал ағай Рәшитовҡа мөрәжәғәт иттек, рөхсәт һораныҡ, ҡулланһаҡ, урынлы булырмы, тип кәңәшләштек. Композитор йырҙың яңы һулыш аласағын белгәс, шатланып риза булды. Әлбиттә, уны минең башҡарыу стиленә ярашлы итеп бер аҙ үҙгәрттек, яңы аранжировка яһаныҡ. Йырҙы тамашасылар яҡшы ҡабул итте. Үҙемдең рухыма ла тап килә: ике республика араһында йәшәйем, ижад итәм, әммә тамырҙар береккән тыуған яҡҡа ҡайтыу һәр саҡ тулҡынландырғыс булып ҡала. Йыр – ошоноң сағышылы ул.

 – Ике республика араһындағы ижади айырмалыҡтарҙы ике төбәктең сәхнәләрен шаулатҡан кешенән дә яҡшыраҡ белеүсе юҡтыр. “Башҡорт эстрадаһы ни эшләп һүлпән?”,  – тигәнерәк һорауҙар йыш яңғырай. Ошоға ҡарата фекереңде әйт әле.

 – О-о, ҡайһы республикала эстрада юғарыраҡ, йә түбәнерәк тип әйтә алмайым, сөнки улар төрлө! Мәҫәлән, Башҡортостан – йырсылар иле, тип әйтер инем, сөнки беҙҙәге тауыштар, беҙҙәге моң башҡа бер ҡайҙа ла юҡ. Ә Татарстанда ошо продукт менән эшләйҙәр, уны күрһәтә беләләр. Ҡайҙалыр яҡшыраҡ, ҡайҙалыр насарыраҡ, тигән төшөнсә, ғөмүмән, булырға тейеш түгел, сөнки һәр кем үҙ урынында. Беҙҙең Башҡортостан эстрадаһы, тимәк, халыҡҡа ошондай сифатта кәрәк. Ғөмүмән, был хаҡта һөйләгәндә, бөтә милли йыр жанрын күҙ уңында тотабыҙ. Ғәмәлдә, эстраданы бәғзеләр еңел, күңел асыу жанры тип ҡабул итә, был күренештең тәрәнерәк асылын аңлап та етмәй. Ә бит был –  милли аңдың бер сағылышы! Ул ғына түгел, милләт өсөн йыр — ул үҙ-үҙеңде һаҡлау алымы ла.

– Элекке артистар сәхнәгә гармун һәм микрофон менән генә сығып йырлаған, әммә был дан яулауға бер ҙә ҡамасауламаған, тиеүселәр ҙә бар...

 – Билдәлелек яулауға, тамашасы йыйыуға килгәндә, был күп факторҙарҙың күрһәткесе. Талант менән генә булмай. Тырышлыҡтан, имидж һайлай белеүҙән, йырҙан, сараны ойоштороуҙан да тора – быларҙың барыһы уртаҡ һөҙөмтә билдәһе. Шуға күрә һәр артистың ышаныслы, фекерҙәш, рухташ командаһы булырға тейеш. Концерт програмаһына килгәндә – һиҙгер режиссер, сәхнә сағыулығы өсөн – яҡтылыҡ белгесе кәрәк. Һәр йыр үҙ яҡтылығы, шоу-программаһы була. Ошо берлектән сығып, тамашасы йырҙы йә ыңғай, йә кире ҡабул итә. Был – замана талабы. Бөгөнгө артист бер үҙе генә сәхнәне яулай алмай, йә иһә быны эшләү үтә ауыр буласаҡ. Ә ышаныслы  команда булһа, алға барыу күпкә еңелерәк. Һәр эште профессионал башҡарырға тейеш.

Ҡасандыр милли эстрада нигеҙен тәшкил иткән бихисап шәхестәр тауыш менән генә алдырған, әммә бөгөн был һис көнүҙәк түгел, замана моңло тауыш менән бергә сағыу сығыш, шоу, кеше күңелен яуларлыҡ тәьҫирле саралар көтә. Бөгөнгө тамашасыны аптыратыуы, яулауы күпкә ҡыйын.

 – “Йәш саҡта исем өсөн эшләһәң, аҙаҡ исемең һинең өсөн эшләй”, тигән һүҙҙәр менән килешәһеңме?

 – Әлбиттә, килешәм. Тамашасыны хайран итерлек, ҡабат-ҡабат һинең концерттарыңа килерлек программа эшләү өсөн бик күп финанс сығымдары кәрәк. Шул уҡ ваҡытта, үҙемдән сығып әйтәм: концерт турына сығып, күп итеп аҡса эшләйем, тигән инаныс юҡ бөгөн. Дөрөҫөн әйткәндә, уны корпоративтарҙа, банкеттарҙа күберәк эшләргә мөмкин. Нисек кенә юғары яңғырамаһын, концерт ҡуйыусы артистар, тәүге сиратта, аҡса тип түгел, ә халҡыма хеҙмәт итәм, милли мәҙәниәтте һаҡлайым, тип эшләй. Эстрадалағы йырсыларҙы иҫәпкә алғанда, гастролдәрҙә йөрөүселәр күп тә түгел. Матур, сифатлы тамаша күрһәтәм, тип ниәтләйһең икән, ғөмүмән, аҡса тигәнде оноторға тейешһең. Халыҡ араһында күптән дан яулаған, тос тәжрибәле “йондоҙҙар”, бәлки, алалыр ҙа, әммә үҙемә килгәндә, әлегә ижади турҙар миңә теләгән тиклем килем килтерә, тип әйтмәҫ инем. Әйткәндәй, әлеге ваҡытта Башҡортостан буйынса концерт туры менән сәйәхәт итәбеҙ. Тамашасыларҙы көтөп ҡалабыҙ.

 – Концерттарыңа төрлө милләт вәкилдәре йөрөй, шул иҫәптән, башҡорт-татар тамашасыларын берҙәй тигеҙ күрәбеҙ. Йырҙарҙы ла ике телдә иркен башҡараһың. Был күңел талабымы, әллә професиональ ихтыяжмы?

 – Әсәйем –  башҡорт, атайым  татар милләтенән. Ике халыҡтың телен, мәҙәниәтен күреп, күңелемә һеңдереп тәрбиәләнгәнмен. Башҡортостанда тыуып үҫкәс, башҡорт теле, мәҙәниәте уғата яҡын, был – минең булмышым формалашҡан мөхит. Башҡорт гимназияһында уҡыным, ул ғына түгел, башҡортса яҙам, татар грамматикаһын бөтөнләй белмәйем (ул бик ҡатмарлы, әйтергә кәрәк). Һис кенә лә юғары һүҙ, тип ҡабул итмәгеҙ – ике халыҡты ла тиң-тигеҙ яратам, берҙәй хөрмәт итәм, хас атай менән әсәйҙе айырып булмаған кеүек. Әлбиттә, хеҙмәтем – халыҡ өсөн. Миндә башҡорт рухы булғандай, татар рухы ла бар, ошо төрлө менталитеттың үҙенсәлекле ҡатнашмаһымын. Ул ғына түгел, ошоларҙы берләштереп, ике республика араһында рәхәтләнеп, ижади тормошта ҡайнап йәшәйем.

 – Концерттарыңда башҡорт халыҡ йырҙарын музыкаль оҙатыуһыҙ, аһәңле итеп башҡараһың. Һорап йырлаталар, хатта. Шулай уҡ, бәғзе билдәле музыка белгестәренән, “башҡорт халыҡ йырҙарын бар тәрәнлегендә һәр кем башҡара алмай, Асаева булдыра, тауышын эстрада йырҙары өсөн генә тәләфләмәһә ине”, тигәнде лә ишеткәнебеҙ бар. Ошо мәсьәләгә етдирәк ҡарарға ниәтләмәйһеңме?

 – Әгәр концертта ниндәйҙер йырҙы башҡарам икән, тимәк, был минең өсөн әһәмиәтле булған, оҡшаған, йөрәгем аша үткәргән йыр. Башҡорт халыҡ йырҙары – ижади хазина, рухиәт нигеҙе. Һәр ваҡыт данлыҡлы педагог, шул иҫәптән, мине лә уҡытҡан Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитованы оло хөрмәт менән телгә алам, сөнки ул тәбиғәттән бирелгән тауышымды боҙмайынса, профессиональ  рәүештә үҫтереүгә булышлыҡ итте. Уға сикһеҙ рәхмәтлемен. Башҡорт халыҡ йырҙарына килгәндә, киләсәктә ҡурай һәм башҡа халыҡ инструменттары оҙатыуында уларҙан торған бер ижади йыйынтыҡ эшләрмен, тигән ниәтем бар. Был ижади мөмкинлектәремде икенсе сифаттан сағылдырған, һөнәри үҫеште тағы бер кимәлгә күтәргән күренеш булыр ине, тип иҫәпләйем. Бәлки, киләсәктә, Башҡортостандың концерт залында республиканың милли оркестры оҙатыуында, халыҡ , башҡорт композиторҙарының классикаға әүерелгән йырҙарынан  торған күркәм концерт та ойоштороп булыр. Заһир Исмәғилев, Нур Дауытов, Рим Хәсәнов әҫәрҙәре халыҡ күңелендә күптән урын алған. Ижади үҫешен күҙаллаған һәр профессиональ йырсы, минеңсә, үҙенә шундай һорау бирергә тейеш: “Ошо йырҙарҙы мин дә башҡарып, бар тәрәнлегендә тамашасыма еткерә алыр инемме?”. Был – киләсәккә маяҡ. Бәлки, утыҙ йәштәргә еткәс, тормошҡа ашырымын, сөнки бындай маҡсат професиональ яҡтан үҫеп етеүҙе, камиллашыуҙы һәм, әлбиттә, финанс йәһәтенән дә тотороҡлолоҡто күҙаллай.

 – Социаль селтәрҙә һине күберәк оҙаҡ уйлап тормаған, һүҙ артынан кеҫәгә инмәгән, уҫаллығы, тура һүҙлелеге менән алдырған кеше, тип беләләр. Тормошта иһә, һине аҡыллы, тормошсан, етеҙ уйлы шәхес, тип күрәм.

– Социаль селтәрҙәр, асыҡлыҡ заманында ул ғына түгел, әллә нимәләр ишетергә, уҡырға тура килә үҙең тураһында (көлә). Мин Игеҙәктәр йондоҙлоғо аҫтында тыуғанмын. Бәлки, шуғалыр ҙа, һәр саҡ төрлөмөн. Бөгөн бик аҡыллы булыуым ихтимал, иртәгә шыр диуана, тип әйтеүҙәре мөмкин (көлә). Кәйефем тиҙ үҙгәреүсән. Эске торошом ниндәй, шуны мин ҡыҙыҡһыныусыларға төрлө сифаттарҙа еткерәм, тип әйтәйемме? Уйнай белмәйем, ихласмын. Мин тормош тураһында әйтәм, сөнки сәхнә менән көндәлек йәшәйеш – икеһе ике төшөнсә. Сәхнәлә һин балҡырға тейешһең, унда һинең эске торошоң берәүҙе лә ҡыҙыҡһындырмай, кешеләр концертҡа күңел асырға, моң тыңларға, ял итергә килгән. Һәм һин улар өсөн уйнайһың, образ тыуҙыраһың. Ә блогер булараҡ, туранан-тура аралашҡанда уйнап булмай – нисек бармын, шулай. Ғөмүмән, ҡайһы саҡта юҡ ҡына нәмәнән көйөп, үҙемдә ҡаҙынып, бик кәйефһеҙләнеп киткән саҡтар ҙа була. Бәләкәй генә сәбәптән тауҙар аҡтарырҙай илһам килеүе лә ихтимал. Ул саҡта – мин ҡояш.

 –  Хоҙай Тәғәлә һинән матурлыҡты йәлләмәгән: буй-һын да, сибәрлек тә бар. Иң ҙур байлыҡ – йәшлегең сәскә атҡан ваҡыт. Әммә күптән түгел бөтә яңылыҡтар таҫмаһын һинең пластик операция яһатыуың тураһындағы мәғлүмәт урап сыҡты.

 – Камиллыҡтың сиктәре юҡ. Балам бер аҙ үҫкәс, буй-һынды бер аҙ камиллаштырырмын, тигән теләк бар ине, сөнки йәш саҡта барлыҡ мөмкинлектәрҙе һынап ҡарағы килә. Әммә был хаҡта бөтөн донъяға хәбәр итермен, тип башта уйламағайным. Ә клиникала, реклама эшләһәгеҙ, операция хаҡы түбәнерәк булараҡ, тигәстәр, ризалаштым. Ҙур ташлама ғаилә ҡаҙнаһына зыянмы ни (көлә)? Иң ҡыҙығы – был хаҡта Рөстәм атайым белмәҫ, ул социаль селтәрҙә ултырмай, тип ысын күңелдән инандым. Мәғлүмәт сыҡҡас, шылтырата: “Мин һинең менән һөйләшмәйем, тағы нимә уйлап сығарҙың, ҡот осҡос бит”,  – ти. “Һуң, атай, үҙең шылтыратаһың бит, һөйләшмәйенсә булмай”, –  тип яуап бирҙем. Аңлаштыҡ. Йәш саҡта матур кейем кейге, сағыу булғы килә. “Тағы бала тапһаң, импланттар ҡамасауламаймы?”,  – тип һораусыларға иһә, уларҙың йөклөлөк һәм баланы күкрәк менән имеҙеү осорона бер зыяны ла юҡ, тип яуап бирәм. Шул уҡ ваҡытта, әле ундай ниәтем юҡ икәнлеген дә асыҡлап ҡуяйым, атыу тағы берәй нәмә уйлап сығарырҙар. Хоҙай ҡулында барыһы ла, күҙ күрер.

 – Ҡулланышыңда ҡыҙыҡ һүҙ бар икән: “Рөстәм атай”,  – тиһең. Нисек кенә булмаһын, һин бик үҙенсәлекле шарттарҙа тәрбиәләнән кеше: һәр саҡ ике атайым бар, тип билдәләйһең, шул уҡ ваҡытта уларҙың һәр ҡайһыһы тормошта үҙ урынын, тамашасыһын тапҡан лайыҡлы кешеләр.  Үҙең әсәй булғандан һуң ошо күренешкә икенсе күҙлектән баҡҡаның булдымы?

 – Әйткәнегеҙ менән килешәм, ысынлап та, ике атайым, йырсылар Рөстәм Асаев һәм Фәдис Ғәниев – ике ҡанатым, һәр яҡтан терәк-таяныс булырлыҡ шәхестәр. Мин үҫкән ижади мөхит тә булмышымды формалаштырыуға ҙур өлөш индергәнен аңлатып тораһы түгел. Фәдис атайым миңә бер ваҡытта ла, ниндәй генә хәлдәрҙә лә ауыр һүҙ әйткәне булманы, бөгөн ул Динә өсөн – иҫ киткес ихлас олатай. Әммә ундай кешеләр бик һирәк! Үҙем әсәй булғас, ғөмүмән, күп ғәмәлдәрҙе ҡабаттан баһаланым. Минең осраҡ нисек кенә ыңғай һәм уңышлы булмаһын, һәр бала үҙ  әсә-атаһы менән үҫергә, тәрбиәләнергә тейеш, тип иҫәпләйем, был тәбиғи тормош ҡануны. Ҡайһы саҡта уйлап ҡуям: Динәгә, мәҫәлән, үҙ атаһы түгел, ә башҡа ир заты яңылыш ғына ҡырын ҡараһа, йә иһә күңелен ауыр һүҙ менән китһә, мин уға арыҫландай ташланыр инем, моғайын. Ә үҙ атаһы баланы әрләһә лә, маҡтаһа ла бара, сөнки ул үҙенеке, абсолют мөхәббәт менән ярата. Тормош булғас, төрлө ваҡыттар була, гел яратышып-ҡосаҡлашып ҡына ултырмайбыҙ, әлбиттә. Әрләшкән, үпкәләшкән мәлдәр ҙә бар, һәр ғаиләләге кеүек. Нисек кенә булмаһын, мин һәр ҡарарҙы Динә мәнфәғәтенән сығып ҡабул итәм, ул, тәүге сиратта, әсәле-аталы бала булырға тейеш.

 – Һин йәштәштәреңә ҡарағанда күпкә төплөрәк, тәрәнерәк фекер йөрөтәһең...

 – Ә был тәрбиәнән килә. Бәләкәй саҡта бик күп ваҡытымды Благовар районында, Рәмзилә нәнәйем һәм Мәжит ҡартатайым янында үткәрҙем. Был – бөтөнәй икенсе донъя, икенсе тәжрибә. Ҡартатайым, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәрхүм инде. Ул мулла булды. Нәнәйем склад мөдире ине. Мине эшкә алып барһа, шунда эшләгән ир-аттарҙың хәбәрҙәренә, телмәренә иҫем китеп, ярағанын-ярамағанын отоп алып ҡайта торғайным. Ә ҡартатай менән аят аштарында әбейҙәрҙең хәбәрҙәрен йотлоғоп тыңлай инем – ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс! Балалар менән уйнап үҫмәнем, әбей-бабайҙар араһында тәрбиәләнгәнгә, шундай артыҡ аҡыллымындыр ул мин (көлә).

– Заман бәләһенә әүерелгән, бар халыҡтарға ҡағылған тағы бер көнүҙәк мәсьәлә – ул да булһа, туған телде һаҡлау, балаларҙы милли мөхиттә тәрбиәләү. Һин ҡала ҡыҙы булһаң да, башҡортса ла, татарса ла бик матур, иркен аралашаһың.

 – Бына шул мөхит тәрбиләй ул телгә һөйөүҙе. Әсәйем-атайым эшләгән ижади мөхит, үрҙә әйткәнсә, нәнәй-ҡартатайҙарҙың тәрбиәһе – барыһы ла ике телде белеүгә йоғонто яһағандыр. Динә менән татарса аралашам, ә Вилдан – русса. Баҡсала ла рус телендә аралашалар.  Ирем менән был темаға бәхәсләшеп тә китәбеҙ – туған телдә һөйләш бала менән тим. Динә үҙен: “Я –  башкирка!”,  – тип ебәрә. Нисек кенә булмаһын, һәр кеше үҙ тамырҙарын белергә, хөрмәт итергә тейеш. Ҡатнаш ғаиләләр күп, әммә был һин бер яҡҡа ғына ауҙың тигәнде аңлатмай, һәр яҡҡа ихтирам мөһим.

Тағы бер миҫал, бер аҙ урынһыҙыраҡ булһа ла. Мин Башҡортостанда тыуып үҫкәнмен, тамырҙарым һәм күңелем бында. Мәҫәлән, “Салауат Юлаев” менән “Аҡ барс” командаһы уйындарын алайыҡ. Ҡайҙа йәшәһәм дә, Ҡазандамы, Африкаламы, мин һәр саҡ “Салауат Юлаев”тың тоғро фанаты булып ҡалам, сөнки ул да –  минең тамҙарымдың бер өлөшө. Бер матчта шулай, минең кеүек Башҡортостандан сыҡҡан яҡташ  “Аҡ барс” өсөн көйә. Эй, йәнем көйҙө, ул ҡысҡырған һайын: “Их, берҙе тондораһы ине һиңә”,  –  тип уйлап ултырҙым (көлә). Миңә ҡалһа, алмаштырып булмаған төрлө ҡиммәттәр бар, тап шуларҙан булмыштың нигеҙе ҡорола.

 – Популярлыҡтың ыңғай һәм кире яҡтары бар. Ҡайһыһы күберәк, һинеңсә? “Йондоҙ ауырыуы” тигән төшөнсә танышмы?

 – Был бик шартлы күренеш. Донъя кимәлендә билдәле кешеләр бар – бына ҡайҙа ул танылыу кимәле! Беҙҙең халыҡтың менталитеты икенсерәк: кумирын эҙәрлекләп, артынан йөрөгәндәр бик һирәк, юҡ тиерлек. Шул яҡтан популярыҡтың бер  ауырлығын күрмәйем. Унан, артистар ошо яҙмышты теләп, белеп һайлаған – был хеҙмәтебеҙҙең бер үҙенсәлеге. Әлбиттә, һәр кешенең кәйефле һәм кәйефһеҙ сағы булғанды иҫәпкә алһаҡ, бер һүҙ өндәшке килмәгән төшөнкө ваҡыттар ҙа була. Һине таныған, белгән кешеләр килеп һаулыҡ һораша, һүҙ ҡуша,  бергә фото төшөргә үтенә – йылмаяһың һәм ризалашаһың, башҡа хәл юҡ, сөнки был да эшебеҙҙең бер күренеше.

15-16 йәштәр самаһында, сәхнәлә тәүге танылыу осоронда, “йондоҙ ауырыуы” менән дә сирләнем. Әммә ваҡыт һәр нәмәне дауалай – быныһы ла үтте, бер яҡтан һабаҡ тиһәм, тәжрибә булараҡ, артабанғы үҫешкә лә булышлыҡ итте.

 –  Биш йылдан Гөлназ Асаеваны нисек күҙаллайһың? Ниндәйҙер ижади үҫеш стратегияһы бармы?

 – О-о, бөтәһе лә бар, хатта шикләнмәгеҙ (көлә)! Тауыш та, харизма ла бар, мөмкинлектәр ҙә етерлек, тик ҙу-ур, ҡоласлы хыялдарҙы тормошҡа ашырырға аҡса ғына етенкерәмәй әлегә. Әммә быныһы ла булыр, ышанам, һаулыҡ, именлек кәрәк.

Бәғзе артистарҙың инвесторҙары бар. Йыр-моңға ысын күңелдән ғашиҡ булған, милли мәҙәниәтте үҫтереүгә шул рәүешле үҙ өлөшн индергән меценаттар барлығына ышанам, әммә әлегә ундайҙар менән хеҙмәттәшлек иткәнем юҡ. Мин һәр саҡ яңылыҡтарға асыҡ булып ҡалам, тормошто, кешеләрҙе яратам. Яҡшыға, тырышҡан кеше һөҙөмтәләргә өлгәшеүенә лә ышанам.

– Улайһа, биш йылдан тағы бер интервью эшләп, бөгөн һөйләгәндәрҙе барларға тура килә, тимәк. Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Уңыштар, Гөлназ!

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА әңгәмәләште.

Фото геройҙың шәхси архивынан.

"Бөгөн бик аҡыллы булыуым ихтимал, иртәгә шыр диуана, тиеүҙәре бар"
"Бөгөн бик аҡыллы булыуым ихтимал, иртәгә шыр диуана, тиеүҙәре бар"
"Бөгөн бик аҡыллы булыуым ихтимал, иртәгә шыр диуана, тиеүҙәре бар"
"Бөгөн бик аҡыллы булыуым ихтимал, иртәгә шыр диуана, тиеүҙәре бар"
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас