Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
10 Февраль , 18:35

Фольклорсылар ҡорға йыйылды

Ул абруйлы фольклорсы һәм ғалимә Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Нәҙершинаның 90 йәшлек юбилейына һәм Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналды.

Фольклорсылар ҡорға йыйылды
Фольклорсылар ҡорға йыйылды

“Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһы" дәүләт ғилми учреждениеһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты, Алишер Навои исемендәге Ташкент дәүләт үзбәк теле һәм әҙәбиәте университеты, Көнбайыш Ҡаҙағстан инноватив технология университеты, Т. Эрматов исемендәге Бишкәк музыка-педагогия институты ғалимдарҙы һәм ғилми хеҙмәткәрҙәрҙе Өфөлә "Евразияның күп мәҙәниәтле киңлегендә халыҡ ижады: барлыҡҡа килеүенән алып бөгөнгө көнгә тиклем" тип исемләнгән халыҡ-ара “түңәрәк өҫтәл”гә йыйҙы.

Абруйлы фольклорсы һәм ғалимә Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Нәҙершинаның 90 йәшлек юбилейына һәм Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған конференцияла уның ғилми эшмәкәрлеге, хәҙерге фольклористиканың мәҙәниәт-ара бәйләнештәр контексында милли йолаларҙы һаҡлау, ауыҙ-тел ижады мираҫын анализлау буйынса яңы методика, эпик мираҫты үҙгәртеп ҡороу, күп мәҙәниәтле мөхиттә фольклор традицияларын яңыртыу кеүек мөһим йүнәлештәр буйынса докладтар тыңланды. Халыҡ-ара ҡорҙо филология фәндәре докторы, профессор Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситова алып барҙы.Конференцияла Фәнүзә Айытбай ҡыҙы үҙе лә онлайн ҡатнашты.

– Бөгөнгө кеүек кәңәшкә йыйылыу төрки халыҡтарында борондан килгән йола. “Урал” батыр эпосында ла ҡорға йыйылыу сағылыш тапҡан. Ҡоштар батшалығында үлемде нисек еңергә тигән һорау менән кәңәшкә йыйылалар. Тарихи мәлдәрҙә лә ата-балаларыбыҙ ҡорға тупланған. Уларҙың Рус дәүләтенә ҡушылыу хаҡында йыйылышып кәңәш ҡороуы һәм бер фекергә килеүе киләсәгебеҙҙә хәл иткес роль уйнаған. Берҙәмлек арҡаһында күп еңеүҙәр яуланған. Берҙәмлек, дуҫлыҡ, изгелек, тыуған илде һаҡлау – башҡорт фольклорының төп темалары. “Ер-һыу – йөрәк тибешем, Ер-һыу – минең төп ишем”, – “Уҙаҡ-туҙаҡ, балабәшнәк ярсығы” тарихи эпосында шундай юлдар бар. Мифологик һәм тарихи эпостар бында  аһәңле сағылыш тапҡан. Уның мифологик нигеҙендә – башҡорттоң ер-һыу мәсьәләһенә ҡарата инаныстары сағыла. Ер-һыу үҙенең ише менән сағыштырыла. Ер-һыуҙы кеше менән сағыштырыу тәрән философик мәғәнәгә эйә. Бик боронғо мотив. Урал тауҙары – Урал батырҙың кәүҙәһе, ел – кешенең һулышы. Шул формала боронғо инаныстар сағылыш тапҡан.

Уҙған быуаттың икенсе яртыһында фольклористика ҙур уңыштарға өлгөште: 18 томлыҡ донъя күрҙе, “Башҡорт халыҡ ижады”ның рус телендә 12 томлығы баҫылды. Әле беҙҙең 36 том баҫылыу өҫтөндә. Шуға күрә лә беҙҙең быуын фольклористиканың үҫешенә бөтә мөмкинлектәрен һалды, тип әйтә алам. Ҡәҙерле  Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәктстан илдәренән, Ҡазан ҡалаһынан конференцияла ҡатнашҡан ҡунаҡтарыбыҙға һәм үҙебеҙҙең ғалимдарыбыҙға ҙур рәхмәтемде белдерәм, – тине ул. Ҙур ғалимәгә бағышланған конференция байрам төҫөн алһа ла, етди мәсьәләләргә иғтибар ителде. Стратегик тикшеренеүҙәр институты конференция материалдарын йыйынтыҡ итеп баҫтырыуға әҙерләй.

Гөлназ Ҡотоева.

Автор фотолары.

Фольклорсылар ҡорға йыйылды
Фольклорсылар ҡорға йыйылды
Фольклорсылар ҡорға йыйылды
Фольклорсылар ҡорға йыйылды
Фольклорсылар ҡорға йыйылды
Фольклорсылар ҡорға йыйылды
Фольклорсылар ҡорға йыйылды
Фольклорсылар ҡорға йыйылды
Фольклорсылар ҡорға йыйылды
Фольклорсылар ҡорға йыйылды
Автор: Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас