Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
11 Февраль , 18:45

Талантлы кеше бөтә өлкәлә лә талантлы!

Мәләүез ҡалаһының мәҙәниәт һарайында Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылы һәм республиканың Ҙур һәм татыу ғаилә йылына ярашлы "Ветеринарҙар – берҙәм ғаилә" ("Бергә") беренсе төбәк-ара ижади конкурсы уҙҙы. Сараның төп маҡсаты - милли сәнғәтте, йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе күрһәтеп, Рәсәй һәм Башҡортостан халыҡтарының мәҙәни мираҫын үҫтереү һәм популярлаштырыу, илһөйәрлек тойғоһон һәм рухи ҡиммәттәрҙе нығытыу, шулай уҡ ветеринария өлкәһендә эшләүселәрҙең ғаилә берҙәмлеген нығытыу.

Талантлы кеше бөтә өлкәлә лә талантлы!
Талантлы кеше бөтә өлкәлә лә талантлы!

Башҡортостан Республикаһының Ветеринария буйынса дәүләт комитеты ойошторған конкурста республиканың көньяҡ-көнбайыш райондарынан ун ғаилә командаһы ҡатнашты. Ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Ринат Бикбулатов сәләмләне, йәштәрҙе тәрбиәләү һәм дәүләт хеҙмәте бүлексәләре коллективтары араһында яҡшы мөнәсәбәт булдырыу өсөн ошондай сараның әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм конкурсанттарға уңыштар теләне. БР Ветеринария дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Раян Шаһимөхәмәтов сығыш яһап, ярыштың милләт-ара мәҙәни бәйләнештәрҙе һәм ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыу өсөн мөһимлеген әйтеп, конкурсанттарға ярҙамға килгән балаларына һәм өләсәй-олатайҙарға рәхмәт һүҙен еткерҙе.

Конкурста ҡатнашыусы Мәләүез районынан Крыловтар - “Бер ғаилә - бер йән”, Ауырғазы районынан Изикаевтар - “Ветеринар патруль”, Ғафури районынан Кәримовтар - “Бәхетле ғаилә”, Стәрлебаш районынан Насировтар - “Ныҡлы берләшмә”, Стәрлетамаҡ районынан Адамскихтар - “Адамс ғаиләһе”, Ишембай районынан Мельниковтар - “Һомай”, Әлшәй районынан Әйүповтар - “Беҙ бергә”, Миәкә районынан Лоҡмановтар - “Аҡбуҙат”, Көйөргәҙе районынан Ишбаевтар ғаиләһе - “Горизонт”, Федоровка районынан Шәйнуровтар ғаиләһе “Пегас” командаһы аҫтында сағыу милли кейемдәрҙә бейеү-йырҙарҙан художество-концерт номеры менән сығыш яһаны, милли уйындың йәки йоланың презентацияһы менән таныштырҙы, ветеринар табиптың бер эш көнөн сәхнәләштерҙе, халыҡ күңел асыуҙары һәм традицион йолаларҙан торған конкурста үҙҙәренең үҙенсәлеген һәм һәләттәрен күрһәтте. Ә бөгөнгө сәхнә хужалары булған өлгөлө ғаиләләр сығышына тамашасы һоҡланып баҡты: берәүҙәр йыр-бейеүгә маһирлығы, икенселәр мәрхәмәтлелеге - үҙ машинаһында махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам ташыуы менән тамашасы күңелен яуланы. Капитандар конкурсында команда етәкселәре ветеринария нигеҙҙәрен белеүен күрһәтте.

Конкурста иң шәп сығыш яһаусы, яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеүсе Стәрлебаш районынан Насировтар, Ғафури районынан Кәримовтар, Мәләүез районынан Крыловтар тип табылды. Еңеүселәр һәм призерҙар дипломдар менән бүләкләнде, ҡалған ҡатнашыусылар әүҙемлектәре өсөн Рәхмәт хаты һәм конкурсты ойоштороусыларҙан һәм бағыусыларҙан иҫтәлекле бүләктәр алды.
Республиканың төньяҡ, көнбайыш, Урал аръяғы, үҙәк райондарында ошондай уҡ конкурс үткәрелгәндән һуң, беренсе, икенсе урын яулаусылар Өфөлә үтәсәк финал ярышында ҡатнашасаҡ.

Талантлы кеше бөтә өлкәлә лә талантлы!
Талантлы кеше бөтә өлкәлә лә талантлы!
Талантлы кеше бөтә өлкәлә лә талантлы!
Талантлы кеше бөтә өлкәлә лә талантлы!
Талантлы кеше бөтә өлкәлә лә талантлы!
Талантлы кеше бөтә өлкәлә лә талантлы!
Талантлы кеше бөтә өлкәлә лә талантлы!
Талантлы кеше бөтә өлкәлә лә талантлы!
Талантлы кеше бөтә өлкәлә лә талантлы!
Автор: Аклима Имамова
Читайте нас