Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
21 Февраль , 10:45

Башҡорт теле - халҡыбыҙҙың төп мираҫы

Башҡортостандың дәүләт теле булған башҡорт теле бөгөн ниндәй дәүер кисерә, уға етерлек иғтибар бүленгәнме, башҡорт халҡы йәмғиәттә үҙ телендә оялмай ғына һөйләшәме һәм уның Евразия киңлектәрендә тотҡан урыны ниндәй? Быларҙың барыһы тураһында ла хеҙмәттәшебеҙ Таңсулпан Рәсүл төшөргән подкаста ҡарағыҙ, дуҫтар!

Башҡорт теле - халҡыбыҙҙың төп мираҫы
Башҡорт теле - халҡыбыҙҙың төп мираҫы

Бөгөн - Халыҡ-ара туған телдәр көнө.

Республикабыҙҙа 160 төр милләт йәшәһә, бөтә Рәсәйҙә 190-дан ашыу этник төркөм йәшәүе билдәле. Улар яҡынса 280 тел һәм диалект ҡуллана.
Ә бына Башҡортостандың дәүләт теле булған башҡорт теле бөгөн ниндәй дәүер кисерә, уға етерлек ҡараш бүленгәнме, башҡорт халҡы йәмғиәттә үҙ телендә оялмай ғына һөйләшәме һәм уның Евразия киңлектәрендә тотҡан урыны ниндәй? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Мөхәммәт улы Йосопов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Балаларҙың башҡортса һөйләшмәүенә килгәндә инде проблеманы мин икенсерәк билдәләр инем, ул - ата-әсәләрҙең үҙаңы. Үҙебеҙҙең ғаиләләр эсендә, ата-әсәләр араһында проблемалар бар. Сөнки башҡорт телен, башҡорт мөхитен ҡабул итеү ул ниндәйҙер мәшәҡәт һымаҡҡа әйләнде. Мәсьәләне тәүҙә ошо яҡтан ҡарарға тейешбеҙ, ата-әсәләр менән эшләргә тейешбеҙ, - тип белдерҙе Юлдаш Мөхәммәт улы үҙ сиратында.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

 
 
 
Автор: Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас