Ватанды һаҡлаусылар байрамы алдынан Белорет районының Аҙнағол ауылында “Беҙ – үҙ илебеҙҙең патриоттары!” тип аталған “Зарница” хәрби-патриотик уйыны үтте. Ул “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә уҙғарылды. Сараға район халҡы ғына түгел, ә Өфөнән, Әбйәлил, Учалы районынан, Силәбе өлкәһенән ҡунаҡтар спортсылар килде.
Аҙнағолдар ҡунаҡтарҙы милли ризыҡтары, йыр-бейеүҙәре, таҡмаҡтары менән матур итеп ҡаршы алды. Сарала ҡатнашыусыларҙы Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимов тәбрикләне. Өфөнән килгән ҡунаҡтар - РБ Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, журналист Рәмзиә Кәримова, белореттарҙың яҡташтары - Башҡортостан Республикаһының Адвокаттар палатаһы президенты Булат Ғүмәров, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры вазифаһын башҡарыусы Ранис Алтынбаев, "Башҡортостан" гәзитенең дәүләт һәм хоҡуҡ бүлеге мөдире Рәмилә Мусина аҙнағолдарға "Айыҡ ауыл" конкурсының республика этабында уңышлы сығыш яһауын һәм еңеүен теләне.
Сара майҙансығында хәрби тематикаға арналған күргәҙмә ойошторолдо. Унда музей экспонаттары булған Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы ҡорал һәм хәрби кейем дә ҡуйылған ине. Айырыуса иғтибарҙы урындағы оҫтаның үҙенсәлекле әйберҙәре – махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ебәрергә планлаштырылған түмәрҙән эшләнгән тайга шәмдәре йәлеп итте. Бында килгәндәр маскировка селтәрҙәрен үреүҙә лә үҙҙәренең көстәрен һынап ҡарай ала.
Шулай уҡ ҡунаҡтар тәбиғәттә рәхәтләнеп ял итһен өсөн уларға атта йөрөү ҙә ойошторолған ине. Аҙнағолдар үҙҙәренең ҡунаҡсыллығын ла күрһәтте – хәрби палатҡа ҡороп, унда бөтәһен ялан аш-һыуынан ауыҙ иттерҙе, ҡоймаҡ, бауырһыҡ, самауырҙың тәмле сәйе менән һыйланы.
“Зарница” уйынында төбәктең төрлө ойошмаларынан һәм уҡыу йорттарынан биш команда ҡатнашты: Аҙнағол, Белорет районы хакимиәте, Аҙнағол, Учалы районының Кесе Ҡаҙаҡҡол ауылы, Белорет районының педагогия колледжы студенттары һәм Башҡортортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитетының Урал аръяғы командалары ҡатнашты.
Ярыштар ете этапта үтте, физик әҙерлек, хәрби тарихты белеү һәм командала эш итеү оҫталығын күрһәтте. Ҡыҙыу һәм сәмле уйындарҙа Белорет педагогия колледжы командаһы – I, Аҙнағол ауылы – II, Ломовка ауылы III урын яуланы.
Бындай саралар йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә һәм илебеҙ тарихына хөрмәт күрһәтеүгә булышлыҡ итә, тыуған яҡҡа һөйөү һәм ата-бабаларыбыҙҙың ҡаҙаныштары өсөн ғорурлыҡ тәрбиәләй.
Рәмилә Мусина һәм vk.com/club229536370 фотолары.