21 февралдә Белорет районында Ватанды һаҡлаусылар байрамына бағышланған бер юлы ике ҙур сара уҙҙы. Береһе Аҙнағолда “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ярашлы ойошторолған “Беҙ – үҙ илебеҙҙең патриоттары!” тип аталған хәрби-патриотик “Зарница” уйындары булһа, икенсеһе - Олойылғала “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” проекты нигеҙендәге “Бәйге” башҡорт күпбәйге уйындары.
Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимов тәбрикләне. Шулай уҡ Өфөнән килгән ҡунаҡтар – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, журналист Рәмзиә Кәримова, белореттарҙың яҡташтары – Башҡортостандың Адвокаттар палатаһы президенты Булат Ғүмәров, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры вазифаһын башҡарыусы Ранис Алтынбаев, "Башҡортостан" гәзитенең дәүләт һәм хоҡуҡ бүлеге мөдире Рәмилә Мусина олойылғаларға “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” проектында уңышлы сығыш яһауын теләне.
Йола буйынса, ҡунаҡтарҙы, командаларҙы милли ризыҡтар, йыр-бейеү менән ҡаршыланылар. Сараны тантаналы асҡандан һуң, "Бәйге"не ойоштороусы Раил Бикмаев бөтәһе өсөн гимнастика үткәрҙе. Артабан барыһы ла спорт майҙанына юлланды. Унда биш команда булып тупланған башҡорт батырҙары арҡан тартыу, суҡмар ташлау, бесән төргәген тәгәрәтеү, таяҡ тартышыу милли спорт бәйгеләрендә көс һынашты. Дөйөм команда беренселегендә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитетының Абҙаҡ бүлексәһе ҡотҡарыусылары еңеүгә өлгәште. Икенсе урынға "Тамъян" командаһы лайыҡ булды, өсөнсөгә Асы ауылы командаһы сыҡты. Олойылға, Берештамаҡ командалары дүртенсе һәм бишенсе урындарҙы бүлеште.
Олойылғала башҡорт күпбәйгеһе дүртенсе тапҡыр уҙа, шуға күрә, был ауыл райондың күпбәйгеһен үҫтереү урынына әйләнде, тип әйтергә лә мөмкин. Ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта ғына барыуы ҡыуаныслы. Йәш быуын көс күпбәйгеһе һәм милли уйындар дисциплиналарын үҙ эсенә алған традицион спорт уйындарын дәрт менән үҙләштерә. Был беҙҙең мәҙәниәтебеҙҙең, халыҡ йолаларыбыҙҙың бер өлөшө. Башҡортостан көрәшселәре һәр ваҡыт ныҡышмалылығы, маҡсатҡа ынтылышы, рух көсө менән дан тотҡан.
– Халыҡ уйындарында һәр ваҡыт иң көслө һәм етеҙ ир-егеттәр еңеүсе була. Спорт бар яҡлап еңергә өйрәтә. Йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләүҙә милли спорт төрөнөң әһәмиәтен билдәләргә кәрәк. Әле Башҡортостанда тыуып үҫкән меңдәрсә кеше хәрби бурысын намыҫ менән үтәй, батырлыҡ күрһәтә, Ватанға хеҙмәт итеү өлгөһөн күрһәтә. Беҙ хаҡ юлда, еңеү беҙҙеке буласаҡ, – тине Ирек Сәғитов.
Олойылға ауылы халҡы "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһында йыл да әүҙем ҡатнаша, быйыл улар мәҙәни-ял үҙәген кәртәләү проекты менән сыҡҡан. Изге эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!
Рәмилә Мусина фотолары.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...