Әлеге мәлдә “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ярашлы төрлө саралар үтә. Уларҙың береһендә – Баҡалы районынан республика этабында ҡатнашҡан Иҫке Ҡатай ауылында уҙғарылған “Ҡышҡы һабантуй-2026” байрамында беҙгә лә булырға һәм урындағы халыҡтың сәләмәт тормош рәүешен күҙәтергә насип итте.
Иҫке Ҡатай ауылы халҡы ҡунаҡтарҙы милли ризыҡтарыбыҙҙы ауыҙ иттереп ҡаршы алды. “Айыҡ ауыл” республика конкурсы ҡатнашыусылар алдында бөгөн айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә булған бурыстар ҡуя – ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, ауылда сәләмәт һәм айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалау. Байрамды асыу тантанаһында сығыш яһаған Баҡалы районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Ринат Дәүләтов та сығышында ошо хаҡта һөйәне һәм ауылдаштарына изге эштә уңыштар теләне. Шулай уҡ сарала муниципаль район Советы секретары Илнур Ғиззәтуллин, күршеләре – Шаран районы вәкилдәре лә ҡатнашты.
Һабантуйға өлкән йәштәгеләр ҙә, балалар ҙа килгәйне, ғаиләләр ихлас ҡатнашты. Улар бөтәһе лә, йәшенә ҡарамай, ярыштарҙа әүҙем ҡатнашты һәм ҡыйыулыҡ, оҫталыҡ һәм команда рухы күрһәтте.
Тәүҙә ат бәйгеһе үтте, унан һуң балалар һәм өлкәндәр өсөн саңғы ярыштары, скандинав йөрөшө, туплы хоккей, күңелле ҡышҡы эстафета һәм ғаилә спорт уйындары кеүек ярыштар ойошторолдо.
Артабан сара Баҡалы, Килкабыҙ, Мостафа һәм Иҫке Маты ауыл мәҙәниәт йорттарының ижади коллективтары сығышы менән дауам итте, улар тамашасыларҙы үҙҙәренең музыкаль һәм бейеү номерҙары менән ҡыуандырҙы. Байрам асыҡ һауала тәмлекәстәр тәмләп сәй эсеү менән тамамланды.
Иҫке Ҡатайҙағы һабантуй ысын мәғәнәһендә берҙәмлек һәм мәҙәни йолаларҙы һаҡлау байрамына әүерелде. Ҡунаҡтар һәм сарала ҡатнашыусылар бик күп ыңғай һәм онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алды.
Рәмилә МУСИНА фотолары.