Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
28 Февраль , 11:30

Иртәгә Башҡорт ғаиләһе йылы асыла

“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” республика конкурсы еңеүселәр лә бүләкләнә, аҙаҡ - "Ритайым"!

Иртәгә Башҡорт ғаиләһе йылы асыла
Иртәгә Башҡорт ғаиләһе йылы асыла

Иртәгә, 1 мартта, Стәрлетамаҡ ҡалаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт ғаиләһе йылын рәсми асыу һәм “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантаналары була.

Сараның тәүге өлөшөндә “Башҡорт ғаиләһе йылында Башҡорт халҡы үҫеше стратегияһының өҫтөнлөклө йүнәлештәре” тигән темаға киң фекер алышыу үтәсәк. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы, Башҡарма комитеты, Аҡһаҡалдар ҡоро ағзалары, республиканың район-ҡалаларындағы башҡорт ҡоролтайҙары рәйестәре, әүҙемселәре, 2021 – 2025 йылдарҙа “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсында еңгәндәр ҡатнаша.

Фекер алышыу А.П. Гайдар исемендәге Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайында була (адресы – Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Ленин проспекты, 47-се йорт), 12.00 сәғәттә башлана. Унда күргәҙмәләр ҙә ойоштороласаҡ.

Башҡорт ғаиләһе йылын асыу һәм “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” асыҡ республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһендә үтә (адресы – Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Ленин проспекты, 30В). Сара 15.00 сәғәттә башлана.

Артабан, 17.00 – 19.00 сәғәттәрҙә, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһенең диско залында “Ритайым” дискотекаһы буласаҡ.

Фото: Сибай балалар сәнғәт мәктәбе сайтынан.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ.

Автор: Дилбәр Ишморатова
Читайте нас