Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт ғаиләһе йылын асыу һәм “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” бәйгеһе еңеүселәрен тәбрикләү сараһы үтте. Сараны ойоштороусылар - Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.
Төп рәсми өлөштө - панель дискуссияны "Урал" башҡорт халыҡ көйө менән ҡурайсылар асты. Сәләмләү һүҙе менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова сығыш яһаны.
Артабан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов һүҙ алып, милли ойошманың үткән йылға эшмәкәрлеге тураһында һөйләне, шулай уҡ быйылға пландар менән таныштырҙы. Улар араһында:
* ҡоролтай аккаунты эсендә «Башҡорт ғаиләһе йылы – 2026» тигән айырым бит булдырыу;
* район, ауыл хакимиәттәрендә тематик йылды башлау сараһы ойоштороу;
* башҡорт телендә баннерҙар, социаль рекламалар әҙерләү һәм тораҡ пункттарҙа урынлаштырыу;
* урындағы киң мәғлүмәт сараларында «Башҡорт ғаиләһе йылы» тигән даими рубрика булдырыу һәм алып барыу;
* МХО яугирҙәре, ветерандары, уларҙың ғаиләләре, махсус хәрби операциялағыларға гуманитар ярҙам йыйыу, ирекмәнлек эше тураһында материалдар туплау, архивлау һәм презентациялау;
* демография эшенә булышлыҡ иткән киң эшмәкәрлек алып барыу;
* башҡорт ғаиләһе институтын үҫтереү йәһәтенән конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороу;
* ғаиләләрҙең сәләмәтлеген һаҡлау маҡсатында «Айыҡ ауыл» проектын дауам итеү, буласаҡ ата-әсәләр өсөн семинарҙар һәм лекциялар, спорттың милли төрҙәре буйынса ғаилә чемпионаты, төрлө йәштәге ғаиләләрҙе йәлеп итеп, күмәк йүгереүҙәр, велосипедта марафондар үткәреү;
* мохтаж ғаиләләргә һәм МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам;
* йәмәғәт киңлектәрен урында йәшәүселәр көсө менән төҙөкләндереү һәм башҡа әһәмиәтле саралар уҙғарыласаҡ.
“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2026” конкурсының республика этабы еңеүселәренә килгәндә, финалға сыҡҡан бәйгеселәрҙең материалдарын ҡарап, жюри ағзаларының ҡарары менән урындар асыҡланды.
Гран-приға Ғафури районынан Мәрүәйевтәр ғаиләһе лайыҡ булды.
Еңеүселәр:
“Ғаилә ижады” номинацияһы
1-се урын – Әбүбәкеровтар ғаиләһе, Стәрлетамаҡ ҡалаһы
2-се урын – Хәлиловтар ғаиләһе, Федоровка районы
3-сө урын – Байтимеровтар ғаиләһе, Өфө ҡалаһы, Ленин районы
“Ғаилә кәсебе” номинацияһы
1-се урын – Вәхитовтар ғаиләһе, Стәрлетамаҡ ҡалаһы
2-се урын – Фәхретдиновтар ғаиләһе, Ғафури районы
3-сө урын – Мөсәлимовтар ғаиләһе, Белорет районы
“Ғаилә ҡиммәттәре” номинацияһы
1-се урын – Басировтар ғаиләһе, Салауат районы
2-се урын – Аҡыловтар ғаиләһе, Көйөргәҙе районы
3-сө урын – Аҙнағоловта ғаиләһе, Өфө ҡалаһы, Совет районы
Махсус номинацияларҙа билдәләнеүселәр:
“Махсус хәрби операция геройы ғаиләһе” – Хисмәтуллиндар ғаиләһе, Өфө ҡалаһы, Киров районы
2. “Күп балалы башҡорт ғаиләһе” – Фәхрийәновтар ғаиләһе, Бөрйән районы
3. “Йәш ғаилә” – Харасовтар ғаиләһе, Октябрьский ҡалаһы
4. “Донъясыл ғаилә” – Ҡунаҡҡоловтар ғаиләһе, ХМАО-Югра, Сорғот ҡалаһы.
Тәбрикләнеүселәр араһында хеҙмәттәшебеҙ, “Башҡортостан” гәзите журналисы Таңсулпан һәм ҡурайсы Айҙар Биктимеровтарҙың ғаиләһе булыуы икеләтә ҡыуаныслы.
Барлыҡ еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте, Халыҡтар дуҫлығы йорто