Бөрйән районында Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы ойошторған “Урал батырҙың ҡышҡы уйындары” сараһы йылдан-йыл нығыраҡ танылыу, киңерәк таралыу ала бара. Унда ҡатнашырға теләгәндәр ҙә күп, ҡарарға килгән тамашасы, көйәрмәндәр һаны ла арта. Был ҡыуаныслы күренеш, сөнки милли йолаларыбыҙҙың яңырыуы, халыҡтың рухи күтәренкелеге тураһында һөйләй.
Быйыл ул 28 февралдә Һарғая ауылында үтте. Сараны асыу тантанаһында Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин, Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы директоры Айнур Бейембәтов, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, район ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиев, Башҡортостандың атҡаҙанған элемтәсеһе, хаҡлы ялдағы Тәлғәт Кинйәбаев, Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин, Ҡолғана ауыл биләмәһе башлығы Илшат Ҡолбирҙин, махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Тимур Ҡасимовтың әсәһе Гөлнур Фәхретдинова бәйгеселәрҙе, ҡунаҡтарҙы тәбрикләп сығыш яһаны.
“Урал батырҙың ҡышҡы уйындары” милли байрамының төп маҡсаттарының береһе – йәш быуында тәбиғәткә һөйөү уятыу һәм башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыу. Шуға күрә лә программала уҡ атыу, арҡан тартыу һәм суҡмар сөйөү кеүек ярыштар ҡаралғайны. Ә инде төп иғтибар үҙәгендә – “Ауҙарыш” һәм “Ылаҡ” бәйгеләре, ат сабышы.
Быйыл да “Урал батырҙың ҡышҡы уйындары” милли байрамында ҡатнашырға тип күрше райондарҙан ғына түгел, хатта алыҫ тарафтарҙан да килгәндәр.
Быйылғы уйындарҙың үҙенсәлеге – махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған Тимур Йәлил улы Ҡасимов иҫтәлегенә “Ауҙарыш” ат көрәше айырыуса мауыҡтырғыс булды. Абсолют чемпион булған “Ауҙарыш”, “Ылаҡ” ярыштарында һәм милли уҡтан атыуҙа еңеүселәргә төп бүләк тай булды!
Әлбиттә, ошо уйындың мәртәбәһен, абруйын арттырыуға ҙур көсөн һалған Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы етәксеһе Айнур Бейембәтовҡа рәхмәт әйтергә генә ҡала. Афарин!
Булат Тимерғәлиев фотолары.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!