Аҙаҡ күп конференцияларҙа ҡатнаштыҡ. Уның йәштәргә әйткән шиғриәткә фатихаларын тыңларға насип булды. Ул талапсан, шул уҡ ваҡытта күңелде емергес һүҙҙәр һөйләмәҫ ысын мәғәнәһендә ижадсы ине. Ине тип әйтеүе ҡыйын. Китабы сыҡҡан һайын миңә автограф яҙып бүләк итеүсе өлкән ҡәләмдәштеремдең береһе лә ине ул.
Тәүге тапҡыр Таңһылыу апай тип уны таный башлағаным, моғайын, "Шоңҡар"ҙа "Иртәләмә, тинем, көҙҙәремә" шиғри шәлкемем баҫылып сыҡҡас булғандыр. Матур шәлкем ине ул. Ҡайһы бер шиғырҙарыма Таңһылыу апайҙың ҡулы ла тейгән ине. Бер аҙ үпкәләп тә йөрөнөм эстән генә, аҙаҡ ҡул һелтәнем. Бер шиғырымдың икенсе юлында: "Иркәләмә, тинем, әжәлемә, тын рәхәткә мине әүрәтмә!" тигән юлдарҙы ул өҫтәгән ине. Шиғырҙа тап фекерҙе үҙгәртеүҙәрен, ғөмүмән, уға ҡул тығырға яратмаған миңә, ауырыраҡ та булғандыр. Шунан уйланым: ул ваҡытта әжәл тураһында уйламаған миңә ул юлдар тәбиғи түгел) 18 йәшлек йәш кеше әжәлгә өндәшеү түгел, уйламай ҙа әле ул уның хаҡында. Аңда әйләндерә торғас, ул юлдарҙың мәғәнәһенә үтеп инеп, күңелем яҡтыра. Ысын, әжәл бит ҡарап тормай йәшкә. Иң мөһиме, ул килгәс тын рәхәткә күсәм тип уйларға ярамай. Тәрәнлек өҫтәгән Таңһылыу апай. Потенциалымды күргәнгә планкамды өҫкәрәк күтәргән, фәлсәфәүи яҡтан тәрәнәйергә өндәгән, юл күрһәткән дә баһа. Шунан уның был юлдарын рәхмәтле булып ҡабул итәм һәм уға рәхмәтемде үҙенә лә әйткәнем булды, йыйынтыҡтарыма ла шиғыр ул төҙәткәнсә инеп китте.
Шиғырҙарын яратам Таңһылыу апайҙың, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар матур. "Күҙ нурым"ы ғына үҙе ни тора. Салауат Низаметдинов көй яҙған был шиғырҙы белмәгән кеше юҡтыр.
Таңһылыу апайға ҡыҙы Гәүһәр аша сәләм әйтеп ебәрә инем. Һуңғы күрешкәндә ул: "Әсәйем ауырып тора шул",- тигәйне моңһоу ғына. Ҡалайтаһың, һәр кем, мәле еткәс, тын рәхәткә күсә. Бәхил бул, апай! Йәнең йәннәт түрендә булһын, шағирә!
Гөлназ ҠОТОЕВА.
Автор фотолары.