Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
11 Март , 10:00

Береһе лә артыҡ түгел

Азалия Баймырҙина беҙгә телде йоторлоҡ тәмлекәс тә әҙерләп күрһәтте. Һеҙ ҙә эшләп ҡарай алаһығыҙ.

Береһе лә артыҡ түгел
Береһе лә артыҡ түгел

Уңған ҡатын, хәстәрлекле әсәй, эшлекле ханым Азалия Дим ҡыҙы Баймырҙина ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй. Ире – Арсен Фуат улы һөнәре буйынса суд приставы. Сығыштары менән улар  Әбйәлил районының Рысҡужа һәм Асҡар ауылдарынан.  Дүрт бала тәрбиәләйҙәр. Ҡыҙҙары – Гөлдәриә, улдары – Әмирхан, Линар, Илдар барыһы ла туған телебеҙҙә иркен һөйләшә.

Азалия Дим ҡыҙы Өфө ҡалаһының Совет районында урынлашҡан 194-се балалар баҡсаһы мөдире. “Беҙҙең баҡсала ике полилингваль һәм башҡорт төркөмө, йәмғеһе алты төркөм эшләп килә. Беҙгә 150 бала йөрөй. Ҡала уртаһында урынлашҡан булыуы уңайлы. Сабыйҙарығыҙҙы беҙгә ҡурҡмай алып килегеҙ”,  – ти ул.

Шулай уҡ "Ете ҡыҙ" йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы булараҡ күп изге эштәрҙә ҡатнашырға өлгөрә. Ял ваҡыттарында ҙур ғаиләһен тәмлекәстәр менән һыйлап, шунан ҙур күңел ялы ала. “Үҙебеҙҙең мәҙәниәтебеҙгә, әҙәбиәтебеҙгә ғашиҡмын: йырларға, шиғырҙар уҡырға яратам. Балаларыбыҙ ҙа йырларға, бейергә әүәҫ. Күп бәйгеләрҙең еңеүселәре лә булды улар.  Гөлдәриә бейеүгә ғашиҡ. Илдар гитарала уйнай. Үҙе шиғыр, йыр яҙа. Балаларыбыҙҙың һәр береһе үҙенсә бер шәхес, Хоҙай Тәғәлә һәр береһенә үҙенсәлекле һәләте биргән”, – ти әсә кеше.

Азалия Баймырҙина беҙгә телде йоторлоҡ тәмлекәс әҙерләп күрһәтте. Һеҙ ҙә эшләп ҡарай алаһығыҙ.
Еләкле, ҡаймаҡлы торт

 

Ингредиенттары:

 

2-3 сәй ҡалағы желатин,
250 мл ҡайнап һыуынған һыу,
0,5 литр ҡаймаҡ,
ярты стакан шәкәр,
самалап төрлө емеш-еләк кәрәк буласаҡ.

  • Әҙерләү:
    Желатинды эмаль һауытҡа һалып, ҡайнап һыуынған һыу ҡойоп, 40-60 минутҡа ҡалдырырға. Ул йомшарып ҡабарғас, болғай-болғай иретеп, ҡайнау хәленә еткерергә, тик ҡайнатмаҫҡа! Аҙ ғына һыуынғас, ошо массаға шәкәр һәм ҡаймаҡ ҡушып, яҡшылап болғарға һәм емештәрҙе өҫтәргә. Силикон, быяла йәки башҡа төрлө һауыттарға һалып, 3-4 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Тортты креманка, кәсә кеүек һауыттарға айырым порция итеп эшләргә лә мөмкин.

 

Гөлназ ҠОТОЕВА.

Фотолар шәхси архивтан.

Береһе лә артыҡ түгел
Береһе лә артыҡ түгел
Береһе лә артыҡ түгел
Автор: Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас