Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһында етәксе булып эшләй инем, Земфира ҡулъяҙмаһын алып килде. Шунда уның менән таныштыҡ. “Ҡая сәскәһе” тип аталды дөйөм ҡыйыҡ аҫтында сыҡҡан уның тәүге китабы. Земфираға тап быйыл март айында 60 йәш тула икән дә баһа! Бөрйән районы Тимер ауылы ҡыҙы, урта мәктәпте Иҫке Монасипта тамамлап, Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетында уҡыған, хеҙмәт юлын Өфөләге 1-се балалар йортонда башлаған, аҙаҡ, “Ленинсы”, “Йәшлек” гәзите редакцияларында эшләп, Ейәнсураға килен булып төшөп, 1992 йылдан тормош иптәше Дәүләтбай менән Зөбәржәт исемле ҡыҙ һәм Ғәзиз, Ғәзим атлы уландар үҫтереп, гөрләтеп донъя көтә.
Шағирә Земфира Аҡбутинаның тәүге китабы Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә 2001 йылда “Нур усағы” шиғри йыйынтығында донъя күрҙе. Китаптың сығыуына мин булышлыҡ иттем. Башлыса Сибай төбәгендә ижад иткән авторҙарҙың ҡулъяҙмаларын туплап, йыйынтыҡтың төҙөүсеһе булдым. Ул ваҡытта Земфира – Яубаҫарова фамилияһы менән баҫылды.
Бер юл төшөп, Ибрайҙа уларҙың өйҙәрендә йоҡларға, Земфираның ниндәй уңған хужабикә, хәстәрлекле әсәй, ҙур йөрәкле өләсәй икәнен маңлай күҙе менән түгел, күңел менән тойорға яҙҙы. Земфира менгән тауҙарҙы артылып, ул кискән кисеүҙәрҙе кисһәк тә, уның яҙмышының татын, тәмен бөтә тулылығында тоя алмабыҙҙыр кеүек тойолдо миңә шул саҡ. Ауылда хөрмәтле уҡытыусы, колхоз рәйесе ҡатыны булһа ла, ул ауыл ҡатынының иңенә төшкән ваҡ мәшәҡәттәрҙән азат түгел: таң һарыһынан уяна, бөтә халыҡ йоҡоға талғас та әле уның эше бөтмәй. Шунда ла уның ижадҡа ваҡыт табыуы – һоҡланғыс күренеш. Шунда ул миңә 2013 йылда “Китап” нәшриәтендә баҫылған һуңғы йылдарҙа тупланған шиғырҙары һәм “Баҙ” поэмаһы баҫылған “Һандыҡ төптәрендә” тип исемләнгән йыйынтығын автограф яҙып бүләк итте. Ул өс тематик йүнәлешкә – илһөйәрлек “Йөрәгемдә – халҡым ғәме”, иман – “Аҡ намаҙлыҡ йәйәм алдарыма” һәм мөхәббәт лирикаһына – “Тик икебеҙ генә аңлайыҡ” тип исемләнгән бүлектәргә бүленгән.
Балалар өсөн дә уңышлы ижад иткән Земфира Хәкимйән ҡыҙы. 2005 йылда донъя күргән “Атай кеүек булам мин” тап кескәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән. Унан алда, 2002 йылда, үҙнәшер менән “Артылғанда быуат түбәләрен” йыйынтығы сығарыуы, моғайын да, үҙ ижадын айырым китап итеп күреү теләге менән башҡарылғандыр. Хәҙер ул – ете китап авторы.
Земфира Аҡбутина ваҡытлы матбуғат биттәрендә әленән-әле сығыш яһап тора. Юҡҡа ғына уны 2011 йылда РФ һәм БР Журналистар союзына ҡабул итмәгәндәр бит инде, осло ҡәләмле журналист, тынғыһыҙ ижадсы икәнен ул үткер яҙмалары, көн ҡаҙығына һуҡҡан шиғырҙары менән иҫбатлаған. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. “Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусыһы” конкурсы еңеүсеһе.
60 йәш – ул алтын мәлгә аяҡ баҫыу. Өлгөргәнлек осоро. Егәрле ижадсыға юбилейы алдынан бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
– Земфира Хәкимйән ҡыҙы, баш ҡаланан ситтә ятып әҙәбиәт менән шөғөлләнеү ауырмы?
– Өфөлә туғыҙ йыл йәшәп, инде өйрәнеп киткәс, ауылға ҡайтып йәшәп алып китеү еңел булды, тип әйтә алмайым. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булыуым, балалар менән эшләргә яратыуым, “Ҡаурый ҡәләм” исемле әҙәби түңәрәк алып барыуым мине әҙәбиәт менән тығыҙыраҡ бәйләне. Ҡәләм тибрәтеүсе уҡыусыларға ижад серҙәрен төшөндөрөү, уларҙың ижад емештәрен тикшереү, баҫылып сыҡҡандарын альбом битендә йыя барыу, ауыл кешеләре менән аралашыу, уҡыусыларым менән халыҡ ижады ынйыларын йыйыу үҙ ижадыма ла этәргес көс биргәндер.
1998 йылдың яҙғы каникулында Өфөгә барҙым. Шунда бер нисә көндән башлап яҙыусы йәштәрҙең конференцияһы буласағын әйттеләр. Яҙыусылар союзына барғайным, конференцияға ҡалырға ҡоҙаланылар, исемлеккә мине лә индереп ҡуйҙылар. Әмәлгә ҡалғандай, үҙем менән бер нисә экземплярҙа шиғырҙарым да бар ине. Уларҙы бер нисә Яҙыусылар союзы ағзаһына таратып бирҙем. Улар шиғырҙарымды уҡып, ултырышта минең ижадым буйынса һүҙ әйтергә тейеш инеләр. Шулай итеп, “кораблдән бал”ға эләгеп, шиғырҙарым конференция эшендә яҡшы баһаланып, “Китап” нәшриәтендә дөйөм йыйынтыҡта баҫылырға хоҡуҡ алдым. Бер аҙҙан уларҙы нәшриәткә алып килеп, рекомендация менән бергә тапшырҙым. Йәй айҙары ине. Бер ваҡыт миңә Өфөнән шылтыраттылар. “Һинең китабыңдың мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, ул әле Сибайҙа. Һиңә Сибайға барырға кәрәк!”– тиҙәр. Мин аптырайым. “Китап Сибайҙа сығамы ни?” – тип. “Китап Өфөлә сыға, мөхәррире хәҙерге көндә Сибайҙа, шуға үҙе менән бәйләнешкә сыҡ!” – тинеләр. Тиҙ арала йыйынып, Сибайға юлландым. Шунда таныштыҡ инде һинең менән. Хәҙерге аҡылым менән уйлайым да, ғаиләмә ҙур рәхмәт әйтәм. Ижадым буйынса ҡасан, ҡайҙа ғына барырға тура килһә лә, бер һүҙ әйтмәнеләр, йөрөмә, тимәнеләр. Балалар ҡараулы булды, оло бейем менән туғыҙ, үҙемдең бейемем менән утыҙ йыл бергә йәшәнек.
Икенсе “Артылғанда быуат түбәләрен” исемле йыйынтыҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының республика конференцияһында ҡатнашыусыларға таратыр өсөн Ейәнсура типографияһында баҫылды, сығымдарҙы мәғариф бүлеге ҡапланы. 2002 йылда конференция беҙҙең районда үтте, унда мин дә әҙәбиәттән асыҡ дәрес күрһәттем һәм Мәғариф министрлығының Почет Грамотаһы менән бүләкләндем.
- Мөмкин булһа, яҙмышыңда нимәне үҙгәртер инең?
- Һәр кемдең үҙ яҙмышы. Ауылда йәшәп ижад итеүселәр бихисап. Уҡыусы сағымдан Бөрйән районы “Таң” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булдым. Конкурстарҙа еңә торғайным, гонорар ҙа түләр инеләр. Юғары кластарҙа Иҫке Монасипта интернатта ятып уҡыныҡ, бер әҙәби конкурста еңгән өсөн миңә “Таң” редакцияһы “Башҡортостан” гәзитенә йыллыҡ подписка бүләк итте. Йыл буйы интернатта гәзит уҡып кинәндек. Был инициативаның башында редакция хеҙмәткәре, шағир Самат Ғәбиҙуллиндың тороуын белә инем. Ул да ауылда йәшәп ижад итте. Үҙем дә ауылға ҡайтҡас, шуны күҙ уңында тотоп, матбуғат менән бәйләнеште өҙмәнем. Гәзит-журналдарҙа мәҡәләләрем, шиғырҙарым баҫылып торҙо.
- Ижади багажыңдан ҡәнәғәтһеңме?
- Тәбиғәтемә эште еренә еткереп һәм сифатлы башҡарыу хас. Илке-һалҡылыҡты яратмайым. Төптән егелеп уҡытыусылыҡ эшен тартыу ижадымды тотҡарлағандыр ҙа. Эш араһында ғына яҙылған ижад емештәрен китап итеп сығарыу өсөн дә күп көс һәм ваҡыт кәрәк. Бер кем дә һиңә әҙергә бәҙер бер нәмәне килтереп бирмәй. Минең балалар өсөн “Атай кеүек булам мин” (2005), “Иҙел ҡыҙы” (2018) , “Йәйғорло йыл”(2025) китаптарым “Китап” нәшриәтендә донъя күрҙе. “Юлдаш” нәшриәте былтыр “Өйрәндем” исемле китабымды сығарҙы, унда шиғырҙарым – башҡорт, рус һәм инглиз телендә. Руссаға Леонид Соколов һәм Булат Усманов тәржемәләһә, инглизсәгә Рәшиҙә Йомаҙилова ауҙарҙы. Барлығы ете китабым бар.
- Үҙеңде кем итеп тояһың – шағирәме, уҡытыусымы?
- Ҡасан шиғыр яҙа башланығыҙ, тип һораһалар, ҡылт итеп ошо ваҡиға иҫкә төшә. Икенсе курс студенты инем, буғай. Бер ваҡыт ҡышҡы каникулға ауылға ҡайтҡайным. Гөлсөм исемле һеңлем урта кластарҙа уҡып йөрөй. Ул минән теүәл ун йылға кесе. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыбыҙ Шаһиғәле Зәйнәғәле улы Бикмөхәмәтов уларға шиғыр яҙырға ҡушып ҡайтарған. Һеңлемдең “5” алғыһы килә. “Миңә ярҙам ит инде!” – тип инәлә. “Мин бит шиғыр яҙмайым, нәҫер генә яҙам!”– тием. Нисек итһә итте, мине ыҡҡа килтерҙе, һеңлемә ярҙам итергә булдым. “Нимә тураһында теләйһең, һөйләм менән яҙ, унан рифмалаштырырбыҙ, ” – тинем. Ул ҡурсағы тураһында яҙғайны. Рифмалаштырғайныҡ, арыу ғына шиғыр килеп сыҡты. Икенсе көн ҡайтҡан да шым ғына йөрөй. “Баһа ҡуйманылармы?” – тием. “Ҡуйҙылар, “биш”, ағай маҡтаны“, – ти. “Маҡтағас, әйҙә, шул шиғырҙы һинең исемдән “Аманат” журналына ебәреп ҡарайыҡ! – тием. Бер-ике айҙан шул шиғыр журналда баҫылып сыҡты ул. Шунда мин үҙемдең дә шиғыр яҙа алыуыма, хатта уның баҫыла алыуына шаһит булдым. Шунан яҙыла башланы шиғырҙар.
... Хеҙмәт юлымды тәрбиәсе булып башланым. Унан үҙем хыял иткән Матбуғат йортонда зыялы яҙыусы-шағирҙар менән бергә эшләүем менән бәхетлемен. Ҡырҡ йылға яҡын уҡытыусымын. Ә беренсе мәҡәләм район “Таң” гәзитендә тап 45 йыл элек сыҡҡан.
- “Бөгөнгөм – баҙ. Баҙға төштөм /Кешеләрҙән төңөлөп. /Үҙ-үҙемә бикләндем дә /Ятам шунда өңөлөп” тигәндән һуң һин ҡотҡарылыу юлын Аллаһҡа килеүҙә, иманға ҡайтыуҙа күрәһең. Тағы ла ниндәй жанрҙарҙа ижад иттең? Уларҙа ҡотҡарылыу юлын күрһәтәһеңдер?
- Минең атайым яҡлап та, әсәйем яҡлап та олатайҙарым, ҡарт олатайҙарым дини кеше булғандар. Совет осоронда йәшәһәк тә, әсәй доғалар ятлатып, динле, иманлы булығыҙ, тип үҫтерҙе. Беҙҙең быуынға төрлө заманды күреү бәхете татыны. Динде инҡар иткән осорҙан – институттың аҙаҡҡы курсында– атеизм уҡыныҡ, һуңынан беҙгә диндең яңынан ҡайтыуын күрергә яҙҙы. Эйе, “Баҙ” поэмаһында иманға ҡайтыу идеялары үҙәк урынға ҡуйыла.
Иҫке Монасип урта мәктәбенә уҡырға барғас, Марат Муллағолов ағай үҙе етәкләгән "Шишмә тауышы" түңәрәгенә саҡырҙы. Бер саҡ ул миңә Тургеневтың китаптарын тотторҙо. "Ҡарап сыҡ, һинең нәҫерҙәреңә ауаздаш улар. Был Тургеневтың "Стихотворения в прозе" китаптары ине. Уҡып сыҡтым, оҡшаны. Нәҫерҙәр яҙыуымды дауам иттем, улар "Таң"да баҫыла торҙо.
БГПИ-ның филология факультетына дүрт имтихан биреп индек: башҡорт теленән инша, әҙәбиәттән телдән, рус теленән инша, тарихтан телдән. Һәм иң аҙаҡтан декан менән әңгәмә. Декан – Порман исемле оло ғына аҡ сәсле күңелсәк ҡарт. Шулай хәтеремдә ҡалған. Әңгәмәгә берәмләп саҡыралар. Ҡайҙан белгәндер, ул заманда беҙ портфолио тотоп та йөрөмәнек, әҙәби ижад тураһында һүҙ башланы декан. "Һеҙ яҙышаһығыҙ икән? Шиғырҙар яҙаһығыҙмы?" – тип һораны. Мин әйтәм: "Юҡ, шиғырҙар яҙмайым", – тим. Нәҫер тигәндең русса атамаһын белмәйем. Шул саҡ Тургенев ҡотҡарҙы. "Тургенев кеүек "стихотворения в прозе" яҙам, тинем. Порманға яуабым оҡшаны, башын һелкеп тороп көлөп ебәрҙе. "Ғәҙәттә, кешеләр йәш саҡта шиғырҙар яҙалар ҙа шунан прозаға күсәләр. Һеҙҙең киреһенсә була бит!" – тип ихлас көлгәйне. "Ярай, маладис, балдарың юғары, стипендия була, уңыштар һиңә!" –тине. Ул мәлдә мин берәй саҡ шиғырҙар яҙырмын тип уйламай ҙа инем... Факультеттың «Тамсылар» әҙәби ижад түңәрәгендә башҡаларҙың шиғырҙарын тикшереп йөрөй торғас, үҙем дә һиҙмәҫтән шиғырҙар яҙа башланым. Юғары курстарҙа “Тамсылар”ҙың старостаһы булдым.
Әйтер һүҙем шиғырҙарға, мәҡәләләргә һыймай башлағас, хикәйәләр яҙҙым. Улар күп түгел, әлбиттә. “Мәрхәп яланы”, “Бүре алған Миңленур”, “Бер ҡалаҡ ҡатыҡ”, “Йылдай оҙон көн”, “Тәүге ҡар”, “Ҡара диңгеҙ буйында” тигәндәре матбуғат биттәрендә донъя күрҙеләр, китап уҡыусылар оҡшатты, хикәйәләр буйынса фекерҙәрен яҙҙылар.
- Халыҡты упҡынға һөйрәүсе эскелек, наркомания кеүек кире күренештәрҙән ҡотолоу йәки булдырмау юлдарын нимәлә күрәһең?
- Донъя тыныс түгел. Ер йөҙөндә тыныслыҡ урынлашһын, тиһәк, уны бик ныҡ теләр кәрәк. Халҡыбыҙҙың меңәр йыл йәшәгән йола-ҡанундарына таянып, уларҙан тайпылмай йәшәү лазым. Ә беҙ, ҡәләм тибрәтеүселәр, шуны – иманға ҡайтыуҙы, дөрөҫ йәшәүҙе пропагандаларға тейешбеҙ ҙә инде. Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр. Ә шиғриәт – матурлыҡ иле. Ошо матурлыҡ иленә ҡасан ғашиҡ булдыммы? Ғәлимов Сәләм тиһәләр, күҙ алдыма бала сағым килеп баҫа. Беҙҙе шиғриәткә үлеп ғашиҡ иттереүсе лә ул... Иң тетрәткән әҫәре минең өсөн – "Шоңҡар" поэмаһы булды. Уны тотош ятлап алдым. Етенсе класта уҡый инем, буғай. Ауыл клубында концерт ҡуйырға булғас, программаға индерҙеләр, берәй шиғыр ятларһың тип. "Шоңҡар" тип яҙғас, өҙөгөн генә ятлай тип уйлағандар. Ә мин бер сәхнәгә сыҡҡас, тотош поэманы ятламайса сыҡманым. Тын да алмай тыңланы тамашасы. Сөнки поэма кешене көсөргәнештә тота. Иң аҙаҡта ғына еңел һулап ҡуя уҡыусы һәм шоңҡарҙың да кем икәне асыҡлана...
- Уҡыусы балаларҙы шиғриәткә ылыҡтырыу өсөн ниндәй саралар күрер инең?
- Уҡыусыларҙа яҙыуға булған һәләтте тиҙ тотоп алам. Йөҙләгән бала араһында бармаҡ менән генә һанарлыҡтарында ғына була ул һәләт. Аҙ ғына бирелгән дәрестәрҙә лә балалағы ул һәләттәрҙе өҫтәмә эштәр биреп, конкурстарға йәлеп итеп, үҫтерергә тырышам. Мин Ибрайға эшкә килгәндә бишенселә уҡыған, “Ҡаурый ҡәләм” әҫәби-ижад түңәрәгендә ҡанат нығытҡан, хәҙерге көндә “Йәшлек” гәзите журналисы Гөлназ Шәйхетдинова – тәүге ҡарлуғасым. Шағирә Наҙгөл Ғәлиева-Ҡасимова ла түңәрәгемә йөрөп, тәүге һабаҡтарын алды. Уҡыусы балаларҙың һәләтен үҫтереү маҡсатында үткән уҡыу йылында Наҙгөл мәктәбебеҙҙә үҙ исеменә конкус иғлан итеп, еңеүселәргә премия тапшырҙы. Ә мин уны йыл һайын башҡорт теле, әҙәбиәте аҙналыҡтарында башҡарам. Еңеүселәрҙе гәзит-журналдарға подписка менән дә, аҡсалата ла бүләкләйем. Тыуған ауылым Тимерҙә лә шундай бәйгеләргә бағымсы булғаным булды.
- Ижад һинең өсөн нимә? Ижадыңды уҡыһындар, һине таныһындар өсөн ниндәй саралар күрәһең? Әллә яҙҙым, үҙе таралалыр әле, тигән ҡараштаһыңмы?
- Ауылға күсеп ҡайтҡас, бер нәмә лә яҙып булманы башта. Башҡаса яҙмаҫмын тип уйлай ҙа башлағайным. Яҙышмауымды күреп, ижадташ дуҫтарым борсолоуҙарын белдерергә тотондо. Институт бөткәнгә ун йыл үткәс, төркөмөбөҙ осрашыуында, 1998 йылдың йәйе була был, старостабыҙ Зөлфиә Әминева, Учалы ҡыҙы: “Йәшлек” гәзитенә: ”Ҡайҙа юғалдың, Земфира?” – тип хат яҙайым тип кенә йөрөй инем, килеп сыҡтың бер заман! “– тип ҡыуанып һөйләгәйне. Конференция эшен “Йәшлек” гәзите киң яҡтыртҡайны, әлбиттә, мин гәзиттә эшләп киткәнгә, минең менән фотолар ҙә эләккән ине ул саҡта. “Йәшлек” менән бәйләнеште һис ҡасан өҙмәнем. Шиғырҙар ҙа яҙылған саҡта яҙыла. Үҙеңде көсләп нимәлер яҙып булмай, тырышмайым да.
Гәзит-журналдарға шиғырҙарымды, теге йәки был темаға мәҡәлә яҙыуымды һорап алалар, баҫтырып торалар, рәхмәт инде. Интернетта ла көн ҡаҙағына һуҡҡан мәсьәлә килеп сыҡһа, фекеремде, кәңәштәремде яҙып ебәрәм. Бер заман Шүлгәнташ мәмерйәһенә Рюмин исемен бирергә тигән фармандың проекты сыҡты интернет киңлектәрендә. Фекеремде яҙа барам, админ юя бара. Шөкөр, әйткән кәңәштәремде тоттолармы, йәмәғәтселек күтәреп алып, был мәсьәлә ыңғай хәл ителде.
Мин үҙемдең китаптарымды кешеләргә бүләк итергә яратам. Үҙем етәкләгән класс уҡыусыларыма тыуған көндәрендә бүләк итеп тап үҙ китабымды тапшырам.
- Үҙеңде 60 йәштә итеп тояһыңмы?
- Бала саҡта 60 йәшлек түгел, 50 йәшлек инәйҙәр ҙә ҡарт һымаҡ күренә торғайны. Балалар менән көн дә аралашып йәшәгәнгәме, үҙемде бер ҙә оло итеп һиҙмәйем. Шулай ҙа үҙемдең йәшемде ҡабул итәм. Балалар үҫеп етте, шөкөр, ейәнем Илназ икенсе класта уҡып йөрөй. “Өләсәй” тип хәбәрҙәрен һөйләй. Бәхет өсөн тағы нимә кәрәк инде?! Һаулыҡ булһын да киләсәктә илебеҙгә тыныслыҡ килһен, яңы әҫәрҙәр ижад ителһен!
Гөлназ ҠОТОЕВА әңгәмәләште.
Фотолар: шәхси архивтан.