.
Гөлнар Мөсәлимованың төп эш материалы – фамеран. Был биҙәүестәр оҙаҡ хеҙмәт итә, төҫө лә уңмай, йыуырға ла була һәм экологик яҡтан хәүефһеҙ. Ҡурсаҡтарҙан тыш, оҫта гөлләмәләр ҙә эшләй, улар ҙа ҡараңғыла яҡтырта.
Гөлнар бала саҡтан ҡул эштәрен ярата. Ул изолон, фамеран һәм башҡа материалдар менән гөлләмәләр һәм иман йорттары эшләй. Шул уҡ ваҡытта ул Оло йылға мәктәбендә уҡытыусы һәм мәктәп директоры вазифаһын башҡара.
Әйткәндәй, быйыл Мөсәлимовтар ғаиләһе «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсында еңеү яулаған.
Сығанаҡ: "Башҡортостаным. Яңылыҡтар"
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!