Башҡорт донъяһы
9 Апрель , 15:45

Йылдан-йыл сағыуыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ, сәмлерәк

"Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашыусылар проекттарын нисек яҡлай?

Йылдан-йыл сағыуыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ, сәмлерәкЙылдан-йыл сағыуыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ, сәмлерәк
Йылдан-йыл сағыуыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ, сәмлерәк

7-10 апрелдә "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашҡан ауылдар презентацияларын яҡлай - бәйгегә ярашлы башҡарған эштәрен күрһәтә. Бөгөн "Ҙур ауылдар" номинацияһындағылар һынау тотто.

Улар 13: Әлшәй районының Әбдрәшит, Баҡалының Иҫке Ҡатай, Благовещендың Богородский, Бөрйәндең Ғәҙелгәрәй, Ейәнсураның Өмбәт, Ҡариҙелдең Тайҡаш, Краснокаманың Яңы Бөртөк, Кушнаренконың Ҡалтай, Мишкәнең Ҡайраҡ, Миәкәнең Ҡанбәк, Нуримандың Оло Шиҙе, Стәрлетамаҡтың Түбәнге Уҫылы, Шишмәнең Әмин ауылдары.

Уларҙың барыһы ла ныҡлы әҙерлек, еңеүгә ҙур ышаныс менән килгән. Һәммәһе лә ауылдары тураһында киң мәғлүмәт биргән видеопрезентация күрһәтте, халыҡты сәләмәт тормошҡа әйҙәгән, спортҡа йәлеп иткән саралары хаҡында һөйләне. "Мәртәбәле конкурс беҙҙе тағы ла нығыраҡ яҡынайтты, берләштерҙе, тыуған төйәгебеҙҙе үҫтереү йәһәтенән уртаҡ маҡсаттар барлыҡҡа килде. Сараны йылдан-йыл яҡшыраҡ ойошторған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына, төрлө министрлыҡ һәм ведомстволарға рәхмәт", - тине улар.

Илһам БИКБУЛАТОВ, Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры урынбаҫары:

- "Айыҡ ауыл" конкурсының республика этабына сыҡҡан ауылдарҙың әҙерлек кимәле йылдан-йыл яҡшыра, эш сифаты, һөҙөмтәһе һөйөндөрә. Шуны айырып билдәләргә кәрәк: урындағы хакимиәт ярҙам иткән ауылдар күпкә көслөрәк.

Ирина НЕБОГАТОВА, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары:

- Быйыл "Айыҡ ауыл" конкурсының Ҙур һәм татыу ғаилә йылы менән тап килеүе оло әһәмиәткә эйә. Бәйге мәңгелек ҡиммәттәрҙе һаҡлауға, үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерә. Унда балаларҙың, йәштәрҙең дә ихлас ҡатнашыуы быуындар бәйләнешен нығыта, ошо рәүешле имен киләсәк тәрбиәләнә.

Фотолар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

Йылдан-йыл сағыуыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ, сәмлерәк
Йылдан-йыл сағыуыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ, сәмлерәк
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас