Башҡорт донъяһы
17 Апрель , 06:10

“Башҡорт теленән диктант-2026” башланды

Өфө вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә урынлашҡан майҙансыҡҡа зыялылар, юғары мәктәп вәкилдәре, студенттар күпләп йыйылды

“Башҡорт теленән диктант-2026” башланды“Башҡорт теленән диктант-2026” башланды
“Башҡорт теленән диктант-2026” башланды

Йыл һайын үткәрелеп килгән матур традицияға тоғро ҡалып, бөгөн, 17 апрелдә, милләттәштәребеҙ һәм башҡорт телен яратыусы башҡа халыҡ вәкилдәре “Башҡорт теленән диктант-2026” халыҡ-ара мәғариф акцияһына ҡушылды.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән 2019 йылдан башҡорт теленән диктант яңы кимәлгә сыҡты – акция халыҡ-ара кимәлгә эйә булды һәм күләмле дөйөм милли мәғрифәтселек проектына әүерелде.

Быйылғы диктант 600-ҙән ашыу офлайн-майҙансыҡта бара. Майҙансыҡтарҙың төп өлөшө Рәсәйҙә урынлашҡан, шул уҡ ваҡытта акция быйыл да халыҡ-ара кимәлгә сыҡты: диктантты Румынияла һәм Үзбәкстанда ла яҙалар. Рәсәй төбәктәренән Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Свердловск өлкәләре әүҙемлек күрһәткән.

Өфөлә булдырылған иң ҙур майҙансыҡтар Евразия фәнни-белем биреү үҙәге вуз-ара кампусының Геном үҙәге, Өфө фән һәм технологиялар университеты (3 майҙансыҡ), М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты (2 майҙансыҡ), БР Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы (2 майҙансыҡ), Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты (2 майҙансыҡ), БР Милли китапханаһы (1 майҙансыҡ), Милли музей (1 майҙансыҡ), Тура хан күсмә цивилизациялар музейының визит үҙәгендә (2 майҙансыҡ) урынлашҡан.

“Башҡортостан” гәзите журналистары ла бер нисә майҙансыҡта диктант яҙа, бер үк ваҡытта был мөһим һәм әһәмиәтле сараны яҡтырта.

Өфө вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә урынлашҡан майҙансыҡҡа зыялылар, юғары мәктәп вәкилдәре, студенттар күпләп йыйылды.

- Өфө вуз-ара кампусының Геном үҙәге - Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙың төп майҙансыҡтарының береһе. Беҙ бында икенсе йыл рәттән диктант яҙабыҙ. Ҡатнашыусылар араһында МХО яугирҙәре, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, абруйлы мәғариф ветерандары, баш ҡала мәктәптәренең Шайморатов кластары уҡыусылары бар. Йәмғеһе 140 кеше диктант яҙырға тип килде. Уларға башланғыс кимәлдәге текст тәҡдим ителә. Уны билдәле журналист, хәрби хәбәрсе Ильяс Батыргәрәев уҡый, - тип һөйләне БР Мәғариф министрлығы Милли белем биреү идаралығының дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлеге начальнигы Вадим Рәхмәтуллин.

Диктант яҙыуға ҡағылышлы барлыҡ һорауҙарығыҙға яуапты сараның рәсми сайтында таба алаһығыҙ: https://bashdictant.ru/ 

#башҡорттелендәдиктант
#башдиктант #башдиктант2026
#диктантпобашкирскомуязыку
#башҡортсадиктантяҙам

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

 

“Башҡорт теленән диктант-2026” башланды
“Башҡорт теленән диктант-2026” башланды
“Башҡорт теленән диктант-2026” башланды
“Башҡорт теленән диктант-2026” башланды
“Башҡорт теленән диктант-2026” башланды
“Башҡорт теленән диктант-2026” башланды
“Башҡорт теленән диктант-2026” башланды
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас