Башҡорт донъяһы
17 Апрель , 16:25

Эльвира Айытҡолова Мәскәүҙә диктант яҙған

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант йылдағыса күркәм байрамға әүерелде, өҫтәүенә бөгөн – Милли кейем көнө лә. Ул республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡарарына ярашлы, йылына ике тапҡыр уҙғарыла. Ошондай матур саралар беҙҙе берләштерә, бергә туплай, шул уҡ ваҡытта халыҡтар берҙәмлегенә лә булышлыҡ итә. 

Эльвира Айытҡолова Мәскәүҙә диктант яҙғанЭльвира Айытҡолова Мәскәүҙә диктант яҙған
Эльвира Айытҡолова Мәскәүҙә диктант яҙған

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты рәйесе Эльвира Айытҡолова диктантты Мәскәүҙә, Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә милләттәштәребеҙ менән бергә яҙған. Ул был сараның милләттәштәребеҙҙе берләштереүсе көс икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Бөгөн бик матур саралар уҙҙы. Башҡорт теленән диктанттың әһәмиәте йылдан-йыл арта бара. Милләттәштәребеҙ, ҡайҙа ғына йәшәүенә ҡарамаҫтан, бик әүҙем һәм ихлас ҡатнаша. Быйыл Мәскәү башҡорттары менән бергә диктант яҙырға насип булды. Иң бәләкәй ҡатнашыусы Нәфисә Әхмәҙуллинаға – туғыҙ, ә иң оло диктант яҙыусы – танылған дипломат Ришат Халиҡовҡа – 80 йәш. Шулай уҡ Мәскәүҙә эшләп килгән башҡорт милли ойошмаларына берләшкән апайҙар, ағайҙар, баш ҡалала белем алған студенттар килгән ине.

Быйылғы текстар йөкмәткеле, матур булды. Рәсәйҙә иғлан ителгән махсус йылға бағышлап, халыҡтар берҙәмлеге темаһының алыныуы бик әһәмиәтле. Мөнир Ҡунафиндың МХО яугирҙәренә арналған әҫәренән алынған өҙөк тә күңелгә ятышлы, бөтәбеҙҙе лә берләштергән тема булыуы менән отошло. Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн танылған мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройға бағышланған текст та урынлы булды. Быйыл беҙ уның тыуыуына 200 йыл тулыуҙы ҙурлап билдәләнек. Был – ойоштороусыларҙың диктант яҙыуға етди ҡарауының, маҡсатлы эшләүенең асыҡ дәлиле.

Ғөмүмән, Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант йылдағыса күркәм байрамға әүерелде, өҫтәүенә бөгөн – Милли кейем көнө лә. Ул республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡарарына ярашлы, йылына ике тапҡыр уҙғарыла. Ошондай матур саралар беҙҙе берләштерә, бергә туплай, шул уҡ ваҡытта халыҡтар берҙәмлегенә лә булышлыҡ итә. Милли кейем көнөндә лә беҙ республикабыҙ халҡының ни тиклем дуҫ һәм татыу булыуын асыҡ күрәбеҙ. Ошо берҙәмлекте, дуҫлыҡты артабан да һаҡлау өсөн эш алып барырға тейешбеҙ һәм ул – беҙҙең төп бурысыбыҙ.

Фотолар: Эльвира Айытҡолованың шәхси альбомынан.

#башҡорттелендәдиктант
#башдиктант #башдиктант2026
#диктантпобашкирскомуязыку
#башҡортсадиктантяҙам 

 

Эльвира Айытҡолова Мәскәүҙә диктант яҙған
Эльвира Айытҡолова Мәскәүҙә диктант яҙған
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас