Башҡорт донъяһы
17 Апреля , 17:15

Заһиҙә 12-се тапҡыр диктант яҙҙы

"Бығаса йыл һайын университетта ойошторолған майҙансыҡта диктант яҙһаҡ, быйыл курсташтарым, дуҫтарым менән Геном үҙәкте һайланыҡ. Үҙебеҙ теләп, ҡыуанып, байрамға килгән кеүек килдек. Башҡорт теле – беҙҙең туған телебеҙ, ул телдә беҙ һөйләшмәһәк, кем һөйләшер, кем аралашыр? Шуға күрә ошондай саралар бик кәрәк, тип уйлайым", - тине Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ.

Заһиҙә 12-се тапҡыр диктант яҙҙыЗаһиҙә 12-се тапҡыр диктант яҙҙы
Заһиҙә 12-се тапҡыр диктант яҙҙы

Быйыл Башҡорт теленән диктант акцияһы 12-се тапҡыр үткәрелде. Бөгөн Өфө вуз-ара кампусының Геном үҙәгендә ойошторолған төп майҙансыҡта сараны ойоштороусылар ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр ҙә әҙерләгән ине. Мәҫәлән, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Заһиҙә Рәжәпова диктантты бер йылда ла ҡалдырмай яҙыусы булараҡ билдәләнде.

– Тәүге тапҡыр диктант яҙғанда мәктәп уҡыусыһы, йәғни бала ғына инем. Унан инде пандемия осоронда өйҙә, онлайн алымда диктант яҙған мәлдәр үҙе бер хәтирә булып иҫтә ҡалды. Әлеге ваҡытта Аҡмулла университетының башҡорт филологияһы факультетында 5-се курста уҡып йөрөйөм. Әлбиттә, мәктәп йылдарында диктантты яҙыу ауырыраҡ тойола ине, ә хәҙер ныҡ еңел яҙыла. Юғары уҡыу йортоноң, өҫтәүенә башҡорт филологияһы факультетының сығарылыш студенты булғанға күрә, быйылғы текстың бер ауырлығын да тойманым, – тине Заһиҙә.

Ул ошондай сараларҙың башҡорт телен киңерәк танытыу йәһәтенән әһәмиәтле һәм кәрәкле булыуы, шәхсән үҙе диктант яҙыуҙы көтөп алыуы тураһында ла әйтте.

– Бығаса йыл һайын университетта ойошторолған майҙансыҡта диктант яҙһаҡ, быйыл курсташтарым, дуҫтарым менән Геном үҙәкте һайланыҡ. Үҙебеҙ теләп, ҡыуанып, байрамға килгән кеүек килдек. Башҡорт теле – беҙҙең туған телебеҙ, ул телдә беҙ һөйләшмәһәк, кем һөйләшер, кем аралашыр? Шуға күрә ошондай саралар бик кәрәк, тип уйлайым, - тине Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ.

Автор фотоһы.

#башҡорттелендәдиктант
#башдиктант #башдиктант2026
#диктантпобашкирскомуязыку
#башҡортсадиктантяҙам  

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас