Беларусь башҡорттарына арналған китап донъя күрҙе

Өфөлә Башҡортостан Фәндәр академияһы Президиумының һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең киңәйтелгән ултырышы үтте. Уның эшендә Беларусь Республикаһынан килгән ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. 

Беларусь башҡорттарына арналған китап донъя күрҙеБеларусь башҡорттарына арналған китап донъя күрҙе
Беларусь башҡорттарына арналған китап донъя күрҙе

Өфөлә Башҡортостан Фәндәр академияһы Президиумының һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең киңәйтелгән ултырышы үтте. Уның эшендә Беларусь Республикаһынан килгән ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты.

Сара барышында Беларусь Республикаһы Милли фәндәр академияһының К. Крапива исемендәге Сәнғәт, этнография һәм фольклор институтының ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре докторы Елизавета Квилинкованың «Беларусь башҡорттары: этник-ара аралашыу призмаһы аша этномәҙәни оҡшашлыҡ» китабының исем туйы билдәләнде. Осрашыуҙа шулай уҡ «Белорус фәне» нәшриәте директоры Александр Дудик, Башҡортостандың Беларусь Республикаһындағы элекке вәкиле Константин Климин, республиканың фән эшмәкәрҙәре һәм төрлө ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты.

Белеүебеҙсә, ике республика араһындағы хеҙмәттәшлек 2021 йылдан әүҙемләште, ул саҡта Беларусь Республикаһына Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы барғайны. Әйтергә кәрәк, ике яҡлы мөнәсәбәттәр сауҙа, иҡтисад өлкәләрендә генә түгел, мәҙәни, фәнни йүнәлештәрҙә лә әүҙем үҫешә. 

– Тап шул саҡта, йәғни Башҡортостан делегацияһы килгән мәлдә, ошондай тикшеренеү, йәғни Белоруссияла йәшәгән башҡорт диаспораһын өйрәнеү идеяһы тыуҙы. Тәүҙә был хеҙмәт монография рәүешендә булыр тип уйланыҡ, әммә һөҙөмтәлә шул тиклем күп материал йыйылды һәм бына ошондай китап нәшер ителде, - тине «Беларусь башҡорттары: этник-ара аралашыу призмаһы аша этномәҙәни оҡшашлыҡ» китабының авторы Елизавета Квилинкова.

Белоруссиялағы башҡорт диаспораһының йөҙ йылдан ашыу ваҡытҡа тиң тарихы бар. Тәүге башҡорттар был төбәктә ХХ быуат башында теркәлә – йәмғеһе һигеҙ кеше. СССР тарҡалған осорҙа башҡорт милләтенән булғандар меңдән ашып китә, әммә артабан уларҙың бер өлөшө Башҡортостанға кире ҡайта. 2019 йылғы Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Беларусь Республикаһында 339 башҡорт йәшәгән. Күпселеге ҡатнаш никахтарҙа йәшәй, ләкин этномәҙәни үҙенсәлектәрен һаҡлай.

Елизавета Николаевна Белоруссияны төйәк иткән башҡорттарҙың этник үҙенсәлектәре, милли асылын һаҡлауға булған ынтылыштары тураһында ҡыҙыҡлы итеп һөйләне, шулай уҡ материалдар туплау, китапты нәшер итеү үҙенсәлектәре хаҡында ла бәйән итте. Уның был хеҙмәте башҡорт ғалимдарында ла ҙур ҡыҙыҡҙыныу тыуҙырҙы. Улар ҡунаҡтарға һорауҙар бирҙе. Сара барышында ике республика араһындағы хеҙмәттәшлекте тағы ла нығытыу йәһәтенән эштәр һәм бурыстар ҙа билдәләнде.

Автор фотолары.

 

 

 

Беларусь башҡорттарына арналған китап донъя күрҙе
Беларусь башҡорттарына арналған китап донъя күрҙе
Беларусь башҡорттарына арналған китап донъя күрҙе
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас