

Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 8 июндә “Урал батыр” башҡорт эпосы көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы 7 июндә Белорет районының Үрге Әүжән менән Исмаҡай ауылдары араһында “Урал батыр” байрамы үтәсәк.
Фараздар буйынса, нәҡ ошонда Урал батырҙың ҡәбере урынлашҡан, һәм ул хәҙер изге урындарҙың береһе булып иҫәпләнә, туристарҙы үҙенә тартып торған ер булып тора.
“Ай Йола” төркөмө солисы Ринат Рамаҙанов был сараны ойоштороу тәҡдиме менән урындағы етәкселеккә мөрәжәғәт итә. Уны Белорет районы хакимиәте хуплай һәм урындағы йәмәғәт ойошмалары ла ойоштороу эшенә әүҙем тотона.
Сарала Урал батырҙың ҡәберенә барыу, балаларҙың “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүе, ҡурайсылар ансамбленең, яҙыусыларҙың, ғалимдарҙың һәм ижади коллективтарҙың сығышы ҡаралған. Ә инде сараның төп ҡунаҡтары – барлыҡ донъяға таралған “Ай Йола” төркөмө буласаҡ.
Фото сығанағы: AY YOLA