

Яҙғы сәсеү эштәрен ең һыҙғанып тамамлап, фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәтеп, көслө рухлы, йырлы-моңло йылайырҙар халыҡ, хеҙмәт, мәҙәниәт һәм спорт байрамы – һабантуйҙы республикала тәүгеләрҙән булып башлап ебәрҙе. Көндөң бер аҙ болотло һәм ямғырлы булыуы ла халыҡты ҡурҡытманы.
Йылайырҙарҙың шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Виталий Лозберг, БР-ҙың Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаттары Эльбрус Ниғмәтуллин, Юнир Ҡотлоғужин һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар килде. Һабантуйҙы тантаналы асып, район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов, барыһын да байрам менән тәбрикләне.
— Халҡыбыҙҙың төп байрамы – һабантуйы менән ихлас ҡотлайым! Был ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамдарының береһе һәм киләсәккә ышаныс менән тығыҙ бәйләнгән. Тәбиғәтебеҙҙең байлығына ышанабыҙ, башҡарған хеҙмәтебеҙ үҙ һөҙөмтәһен бирәсәгенә ышанабыҙ. Берҙәм, татыу һәм бергә йәшәүгә ышанабыҙ. Илебеҙҙе яҡлаусы яугирҙәребеҙгә ышанабыҙ һәм был беҙгә көс бирә. Һабантуй – күмәк хеҙмәтебеҙ бәрәкәт килтерер тигән ышанысҡа туранан-тура бәйле байрам. Йылайыр районы үҙенең урмандары, ҡырҙары, һәм, әлбиттә, уңған халҡы менән дан тота.
Ауыл хужалығы ветерандарына, хеҙмәт ветерандарына, ауыл халҡына ауыр, әммә изге хеҙмәтегеҙ өсөн оло рәхмәтемде белдерәм. Һабантуй, һәр ваҡыттағыса, берҙәмлегебеҙ һәм иң яҡшыға ышаныуыбыҙ символы булып, һәр йортҡа бәхет һәм муллыҡ килтерһен! Барыһына ла һаулыҡ, оптимизм, уңыштар теләйем! Байрам менән! – тине үҙ сығышында Борис Мелкоедов.
Байрамдың бар биҙәге лә, һабантуйҙың үҙәге лә – тирмәләр тигәндәй, һәр кемде береһенән-береһе сағыуыраҡ тирмәләр, урыҫ һәм сыуаш йорттарынан хасил булған матур “ҡаласыҡ”тар үҙенә йәлеп итте. Йылайыр районында күп милләтле халыҡ йәшәй, шуға күрә был юлы ла һәр милләт үҙҙәренең йолаларын, тарихын, көнкүрешен сағылдырырға, милли аш-һыуын күрһәтергә тырышҡан.
Ниндәй һабантуй көрәшһеҙ үтһен?! Был юлы ла бил батырҙары келәмен ҡараусылар күп ине. Һәр кем милли көрәштә ҡатнашыусы баһадирҙарҙы ҡеүәтләп, уларҙың таһыллығына һәм көсөнә һоҡланды. Шулай уҡ бер юлы төрлө спорт уйындары, ярыштар ойошторолдо, еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Ябай хеҙмәт кешеһен ҙурлаған, һабан батырына дан йырлаған, бар халыҡты бергә туплаған һабан байрамы көн буйына дауам итте, йылайырҙар йәмле көндә бергә йыйылышып, рәхәтләнеп күңел асты, бер-береһен күреп ҡыуанышты, уңыштары менән уртаҡлашты, ғөмүмән, һәммәһе лә һабантуйҙан шат ҡалды.
Әйткәндәй, 6 июндә – Хәйбулла ,12 июндә Баймаҡ районы һабантуйҙары үтә.
Фото: Йылайыр район хакимиәте сайтынан