Данлы эпосыбыҙ тантанаһы

6 июндә “Шүлгәнташ” ҡурсаулығында уникаль эпосыбыҙ – "Урал батыр"ға арналған тантана үтә. Ойоштороусылар республикабыҙҙа йәшәүселәрҙе, ҡунаҡтарҙы башҡорт халҡының бөйөк рухи ҡомартҡыһына бағышланған байрамда ҡатнашырға саҡыра.

Данлы эпосыбыҙ тантанаһыДанлы эпосыбыҙ тантанаһы
Данлы эпосыбыҙ тантанаһы

8 июнь халҡыбыҙ рухиәте өсөн тағы бер иҫтәлекле көн – былтыр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уны “Урал батыр” эпосы көнө тип иғлан итте. Ошо айҡанлы 6 июндә “Шүлгәнташ” ҡурсаулығында уникаль эпосыбыҙға арналған тантана үтә. Ойоштороусылар республикабыҙ халҡын, ҡунаҡтарҙы башҡорт халҡының бөйөк рухи ҡомартҡыһына бағышланған байрамда ҡатнашырға саҡыра.

“Урал батыр” эпосының тарихына күҙ һалайыҡ. Уны беренсе тапҡыр 1910 йылда мәғрифәтсе Мөхәмәтша Буранғолов яҙып ала. Боронғо башҡорт һүҙ ҡомартҡыһы изгелек менән яуызлыҡтың мәңгелек көрәше, батырҙың халҡы хаҡына ҡылған батырлыҡтары тураһында һөйләй.

Байрам урыны итеп юҡҡа ғына Шүлгәнташ мәмерйәһе һайланмаған: был тирәләр башҡорт фольклоры, мифологияһы менән тығыҙ бәйләнгән. 2015 йылда бында “Урал батыр ере” тип аталған мәҙәни мираҫ объекты барлыҡҡа килде. 62 мең квадрат метр ерҙә 17 археология ҡомартҡыһы, шул иҫәптән Шүлгәнташ мәмерйәһе, башҡа башҡорт халыҡ ҡобайырҙары һәм эпостарында телгә алынған Йылҡысыҡҡан һәм Ығышма күлдәре, Шүлгән йылғаһы, Зәңгәр күл һәм башҡалар бар.

2021 йылда Йылҡысыҡҡан күле ярында “Урал батыр”ҙың төп персонаждарының береһе – толпар Аҡбуҙатҡа һәйкәл асылды. Эпос мотивтары “Шүлгәнташ” музейының архитектураһында ла урын алған. Аҡ һәм ҡара төҫтәр изгелек менән яуызлыҡ көрәшен, Урал менән Шүлгәнде сағылдыра. Улар араһында йоҡа ғына быяланан сик ҡуйылған – был иһә әҙәм ғүмеренең символы.

Байрам Йылҡысыҡҡан күле янында ҡунаҡтарҙы ҡаршылауҙан башлана. Артабан музейҙа “Урал батыр”ҙы өйрәнеү класын асыу тантанаһы була. Данлы эпосты Башҡортостандың иң әһәмиәтле рухи ҡомартҡыһының береһе булараҡ өйрәнеү, һаҡлау һәм популярлаштырыуға арналған түңәрәк өҫтәл үткәреү ҡаралған.

Байрамдың сағыу биҙәге – “Робоһабантуй” робот техникаһы һәм традициялар фестивале. Уны Бөрйән районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге ярҙамында Әбделмәмбәт мәктәбе һәм “Тимербатыр” студияһы ойоштора. Йәш техниктар Урал батыр Кубогы һәм “Шүлгәнташ мәмерйәһе” музей-ҡурсаулығының призына көс һынаша.

Байрамды Башҡортостандың Ҡурайсылар дәүләт ансамбле, йырсы Зилиә Бәхтиева, “Сибай” халыҡ бейеүе ансамбле, “Тарпан” төркөмө, “Сулпан” балалар театры һәм башҡа коллективтарҙың сығыштарынан торған ҙур концерт биҙәй. “Урал батыр” мотивтары буйынса ҡуйылған театрлаштырылған композиция, персонаждарҙың кейеҙҙән туҡылған кейемдәрҙә сығыуы байрамдың сағыу йомғаҡлау нөктәһенә әүерелә.

“Урал батыр”ға арналған сараның ойоштороусыһы – БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм “Шүлгәнташ мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы.

Башҡорт рухиәте тантанаһынан ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар! 

Фотолар: https://vk.com/shulgantashcave

Данлы эпосыбыҙ тантанаһы
Данлы эпосыбыҙ тантанаһы
Данлы эпосыбыҙ тантанаһы
Данлы эпосыбыҙ тантанаһы
Данлы эпосыбыҙ тантанаһы
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас